НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Дилә Ғөбәйҙуллина: “Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!”

Дилә Ғөбәйҙуллина: “Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!”


Дилә Ғөбәйҙуллина: “Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!”Сығышым менән Баймаҡ еренәнмен. Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 4-се курста белем алам. Бик күркәм һәм иманлы ғаиләлә тәрбиәләндем: атай-әсәйем, ағайым һәм һеңлем бар. Атайымдан – түҙемлек, тырышлыҡ, рухи байлыҡ, ә әсәйемдән күңел матурлығы һәм һөйкөмлөлөк алдым.
Бала саҡтан йыр-бейеүгә ғашиҡмын. Йыш ҡына университеттағы һәм башҡа ерҙәге төрлө концерт-байрамда үҙемдең бейеүҙәрем менән сығыш яһайым. Беренсе курстан алып йәш йырсылар Юлиә һәм Илнар Ҡотдосовтар етәкселегендәге «Алтын Ай» йыр ансамблендә шөғөлләнәм.
Баймаҡ йәштәре берлеге ассоциацияһы һәм «Рух» йәштәр ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашам, төрлө сара ойоштороуҙа ярҙам итәм. Өфөләге Линара Таһирова етәкселегендәге «Һылыуҡай – bashkirian beauty » студияһына йөрөйөм.
Буш ваҡытымда спорт менән шөғөлләнәм. «Бер ҡасан да бирешмәҫкә» тигән девиз буйынса йәшәйем. Киләсәктә тыуған еремә һәм халҡыма файҙалы шәхес булырыма ышанам!

Сығыу ваҡыты 9-11-2016, 16:14 | Ҡаранылар: 602
|
  • Залина МЫРҘАҒОЛОВА: “Сәйәхәт итергә, йырларға яратам”
  • Әлфиә КИЛДЕЙӘРОВА: “Үҙемде төрлө яҡтан һынайым”
  • "Һылыуҡай-2016" бәйгеһендә Гран-при - Күгәрсен һылыуы ЭЛЬВИРА Ҡарамышевала! АФАРИН!
  • Булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ!
  • «Бейеүгә ғашиҡмын»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM