НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Илүзә ВАХИТОВА: “Хыялдарымдың тормошҡа ашыуын теләйем!”

Илүзә ВАХИТОВА: “Хыялдарымдың тормошҡа ашыуын теләйем!”


Илүзә ВАХИТОВА: “Хыялдарымдың   тормошҡа ашыуын теләйем!”Илүзә Рәлиф ҡыҙы Вахитова булам. Данлыҡлы Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында 1998 йылдын 21 ноябрендә донъяға килгәнмен.
Тыуған ауылымда баш­ланғыс белем алғас, Р. Солтангәрәев исемендәге Таймаҫ гимназияһына уҡырға барҙым. Төрлө олимпиада­ларҙа ҡатнашып, мәктәп, район кимәлендә призлы урындар яулауға өлгәштем. Былтыр “Йәшлек”тә иғлан ителгән Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста ҡатнаштым. Гәзит биттәрендә мәҡәләмде күреүгә, лайыҡлы урын алыуға бик шатландым.
Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырып, мәктәпте тамамланым. Хәҙер Башҡорт дәүләт университетында уҡыйым, буласаҡ һөнәрем – филолог.
Йырларға яратам. Шулай уҡ буш ваҡытта бәйләү, сигеү кеүек ҡул эштәре менән мауығам.
Киләсәктә юғары белем алып, уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтеүҙе – бала саҡтан килгән хыялымды тормошҡа ашырыр­ға теләйем.
Шуның менән бер рәттән, “Гәлсәр һандуғас” фестивалендә йәки унан да юғарыраҡ кимәлдәге йыр конкурстарында ҡатнашҡым килә. Был теләктәрем, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр тип уйлайым!

Сығыу ваҡыты 2-09-2016, 16:49 | Ҡаранылар: 699
|
  • Ләйсән Еникеева: “Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтерергә теләйем”
  • «Тормошомдо мәғәнәле үткәрергә теләйем»
  • Тормошта дөрөҫ юлдан атларға теләйем
  • Шөкөр итәм барына…
  • «Бейеүгә ғашиҡмын»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM