НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Донъяны, тормошто төрлө яҡлап өйрәнергә кәрәк!”

“Донъяны, тормошто төрлө яҡлап өйрәнергә кәрәк!”


“Донъяны,  тормошто төрлө яҡлап өйрәнергә кәрәк!”Мин, Зөбәржәт Родион ҡыҙы Мортазина, 1996 йылдың 3 июлендә хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында тыуғанмын. Бала саҡтан башҡорт һәм шәреҡ ҡыҙҙары бейеүҙәренә ғашиҡ булып үҫтем. Илһам килгәндә шиғырҙар ҙа яҙам, йырҙар ижад итәм.
2010 йылдан Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыйым. Бында белем алыуыма сикһеҙ шатмын, сөнки ысын башҡорт рухын тәрбиәләйҙәр. "Таңсулпан" балалар театрында уйнап, тамашасы һөйөүен яулауға өлгәштем. Ғөмүмән, сәхнәне үҙ итәм.
Әхирәтем менән "Йыһан" төркөмөн төҙөп, үҙебеҙ ижад иткән һүҙҙәргә йырҙар яҙҙырып, "Йәшлек-шоу – 2014" фестивалендә диплом­ға лайыҡ булдыҡ.
11-се класс уҡыусыһымын. Күңелем мәҙәниәтте яҡын күрһә лә, киләсәктә үҙемде иҡтисад өлкәһе менән бәйләп, уңыштарға өлгәшермен, тип ышанам.
Донъяны, тормошто төрлө яҡлап өйрәнергә кәрәк!

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсының “Бәйләнештәге” төркөмө адресы - https://vk.com/ye02guzel
Фотоларҙы, үҙегеҙҙең турала мәғлүмәтте шулай уҡ “Йәшлек” гәзите аккаунтына (https://vk.com/yeshlek02) шәхси хәбәр менән ебәрә алаһығыҙ. Сәхифәләрегеҙ (“личка”) асыҡ булырға тейеш.

Сығыу ваҡыты 16-05-2014, 09:40 | Ҡаранылар: 860
|
  • Күңелем тулы дәрт!
  • “Уңыштарыма ҡыуанған яҡындарым барлығы менән бәхетлемен“
  • “Спортҡа һәм тормошҡа ғашиҡмын”
  • Айһылыу ҠЫРЫМҒУЖИНА: “Бәхетлемен!”
  • Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? “Йәшлек гүзәле – 2014” конкурсы старт алды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM