НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Тормош шарттары ниндәй генә булмаһын, кеше булып ҡалырға кәрәк”

“Тормош шарттары ниндәй генә булмаһын, кеше булып ҡалырға кәрәк”


“Тормош шарттары  ниндәй генә булмаһын, кеше булып ҡалырға кәрәк” Мин, Зөлхизә Рөстәм ҡыҙы Сәлихова, Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылында тыуып үҫкәнмен. Бәләкәй саҡтан бейергә, йырларға әүәҫ булдым. Башланғыс белемде тыуған ауылда алғас, аҙаҡтан баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына уҡырға килдем. Шул йылдарҙа гитарала уйнарға өйрәндем, үҙемде телевидениела ла һынаным. “Тамыр” телеканалында йәш хәбәрсе булдым.
11-се класты уңышлы тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Буласаҡ һөнәрем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Дуҫтарым менән “Бәйләнештә” селтәрендә “Илһам усағы” исемле проектты башланыҡ. Ул йәмәғәт башланғысында эшләй һәм балаларҙы яҡлауҙы маҡсаты итеп алған. Төркөмдә тороусы ирекмәндәр балалар йорттарына бара, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән күрешә, сәс үреү, ҡына менән һүрәт төшөрөү, гитарала, ҡурайҙа уйнау кеүек оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.
Киләсәккә маҡсаттарым һәм хыялдарым күп. Шуныһы асыҡ – тырышырға, уҡырға һәм эшләргә кәрәк. Девизым – тормош шарттары ниндәй генә булмаһын, кеше булып ҡалырға кәрәк!

Ҡәҙерле һылыуҡайҙар! “Бәйләнештә” селтәрендәге беҙҙең “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы” төркөмөнә үҙегеҙ тураһында яҙа, фотоларығыҙҙы ҡуя алаһығыҙ. Диуарҙағы мәғлүмәтте эҙләү еңелерәк булһын өсөн #Йашлек_гузале хэштегын ҡуйырға онотмағыҙ. Шулай уҡ сәхифәләрегеҙ шәхси хәбәрҙәр яҙырға асыҡ булһын.
Төркөмдөң адресы - https://vk.com/ye02guzel

Сығыу ваҡыты 2-05-2014, 09:54 | Ҡаранылар: 1706
|
  • Тормошта дөрөҫ юлдан атларға теләйем
  • «Бейеүгә ғашиҡмын»
  • Айһылыу ҠЫРЫМҒУЖИНА: “Бәхетлемен!”
  • Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
  • Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа? “Йәшлек гүзәле – 2014” конкурсы старт алды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM