НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Бүләге мөһим түгел, гәзиткә яҙылыу мөһим»

“Бүләге мөһим түгел, гәзиткә яҙылыу мөһим»


«Йәшлек»- фараз»дың төп бүләге – Ҡыйғы районындағы еңеүсебеҙҙә
Гәзит уҡыусыларыбыҙ көтөп алған «Йәшлек»-фараз конкурсына ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Билдәле булыуынса, икенсе ярты йыллыҡтағы иң тәүге тиражыбыҙ 12080 ине. Еңеүсе ошо һандар­ҙан сығып билдәләнде.
Фараздарҙан күренеүенсә, 12 мең тиражды әйтеүселәр бик һирәк. Күптәр, икенсе ярты йыллыҡта ла «Йәшлек»кә 14 мең кеше яҙыласаҡ, тип фаразлаған. 13 меңдә туҡталған фаразлаусылар хаттар­ҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
«Бүләге лә мөһим түгел, бер кинәнеп уҡыр өсөн аҙна һайын «Йәшлек»тең килеүе мөһим – ти гәзит уҡыусыларыбыҙ. Йыл һайын «Йәшлек»-фараз»да бүләк ота алмағандарына әсенеп үпкә белдереүселәр ҙә, беҙҙе таныш-белешлектә ғәйепләп, конкурсты ғәҙел үткәрмәүҙә ғәйеп ташлаусылар ҙа осрай. Бәйге йәшерен үткәрелмәй, үҙегеҙҙең фараздарығыҙ менән еңеүселәр яҙған һандарҙы сағыштыра алаһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
«Фаразлауға килгәндә, беҙ ғаиләбеҙ менән ике тапҡыр конкурста ҡатнашып ҡараныҡ, ләкин беҙҙең тираж һандары ике тапҡыр күберәк булды. Әлеге фараз да яҡынса тираж­ға тап килмәһә, бер ҡурҡыныс түгел, әйҙә «Йәшлек»тең дуҫтары күберәк булһын. Һеҙҙең бүләгегеҙҙе отмаған осраҡта ла отолмайбыҙ, сөнки 24 битлек «Йәшлек» – үҙе бүләк. Һеҙҙе көтөп, ҡыуанып-шатланып алдырып уҡып барабыҙ»,– тип яҙа Баймаҡтан Ишҡыуатовтар ғаиләһе.
Беҙ ҙә һеҙҙең менән килешәбеҙ. Иң мөһиме – икенсе ярты йыллыҡта ла һеҙ «Йәшлек» менән бәйләнеште өҙмәгәнһегеҙ, дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалғанһығыҙ. Теләк көслө булғанда, аҡса юҡлыҡ һылтау түгел.
Ана бит, Әбйәлилдән Фәрүәз Кәримова аҡса юҡ тимәгән, үҙ юлын тапҡан.
«Элек бик күпләп гәзит-журнал алдырып уҡыныҡ. Хатта Татарстанда сыҡҡан журналдарға ла яҙыла инек. Донъялар буталған һайын ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ла хаҡ арта. Быйыл береһенә лә яҙылмайым тигәйнем, хат ташыусы: «Яҙыл «Йәшлек»кә. Бәлки фараз уйынында ҡатнашып, самауыр ҙа отоп ҡуйыр­һың», – тип квитанция бирҙе лә китте. «Аҡса юҡ бит әле», – тигәс: «Тауыҡтарың күп бит, йомортҡа һат та түлә», – ти. Бер көндө Таштимер баҙарына барып, йомортҡа һатып, бурысымды түләп тә ҡуйҙым. Әйткәндәй, быйыл минең синыфташтарыма алтмыш йәш тулды һәм тула. Беҙ Таштимер мәктәбен 47 уҡыусы тамамланыҡ. Һабаҡташтарымдың барыһын да олпат юбилейҙары менән ҡотлап, уларҙың да «Йәшлек»кә яҙылыуҙарын телә­йем», – ти Фәрүәз апай һәм беҙҙең гәзит менән «теге донъя»ға күскәнсә айырылмаҫҡа һүҙ бирә.
«Мин дә был уйында ҡатнашып, бәхетемде һынап ҡарарға булдым», – тип яҙа үҙенең хатында Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарламан ауылынан Риф Миңлебаев. – Беҙҙең быуын уҡырға ярата. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылмаған кешене бөтөнләй аңламайым, Үҙәк гәзиттәр менән 11 дана гәзит-журнал алдырам», – тигән ул.
Бына һеҙҙең кеүектәр күберәк булғанда гәзиттәрҙең тиражы бөтөнләй кәмемәҫ ине, Риф ағай.
«Йәшлек»- фараз» конкурсының да маҡсаты – гәзит уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү ине. Еңеү­селәр рәтендә баҫмабыҙҙы йылдар буйы алдырып уҡыусылар­ҙыр, тип уйлайбыҙ һәм лайыҡлы бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
Төп приз менән Ҡыйғы районының Ибрай ауылынан Хәлфетдин Шиһапов бүләкләнә. Уға электр самауыры тапшырыла һәм «Йәшлек» коллективын өмәгә саҡыра ала.
1-се урынға Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан Ғәлимйән Нәжметдинов (электр ит турағысы), 2-се урынға Баймаҡ ҡалаһынан Нурия Сирбаева (электр сепараты) лайыҡ булды.
3-сө урын Мәләүез районының Ергән ауылынан Фәнүзә Ҡаһармановаға бирелә (блендр менән бүләкләнә).
Икешәр фараз ебәреүселәр, гәзиткә яҙылыуҙы раҫлаған квитанцияһын ебәрмәүселәрҙең хаттары иҫәпкә алынманы.

З. ЙӘҺҮҘИНА.

Сығыу ваҡыты 16-08-2013, 14:55 | Ҡаранылар: 1496
|
  • Еңеүсе – Әбйәлилдән!
  • Гәзитле лә булдылар, бүләктәр ҙә оттолар
  • «Йәшлек»тең тоғро дуҫтарына ғына
  • «Йәшлек»-фараз» конкурсы дауам итә
  • Гәзит тә уҡырһығыҙ, бүләк тә оторһоғоҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM