RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Ал ҡурайҙы, баш осоңдан Ҡара болот таралыр...»

26.11.2011 «Ал ҡурайҙы, баш осоңдан Ҡара болот таралыр...»

Республикабыҙҙың иң гүзәл төбәктәренең береһе – Баймаҡ районы ҡолсора ауылында тыуғанмын. БДУ-ның филология факультетын тамамлауым, унда уҡыған осорҙа “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһендә шөғөлләнеүем, 5-се курста уҡығанда Бәләбәйҙә үткән “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт бәйгеһендә беренсе урын алыуым өсөн Сибай педколледжындағы уҡытыусым – Фәниә Сарбулатоваға рәхмәтлемен. Ул беренсе булып шиғырҙарыма иғтибар итте, минең ижадыма арналған кисәләр, осрашыуҙар үткәреп, үҫергә ярҙам итте. Ул осрамаһа, бәлки, 2004 йылда “Балҡыштар” дөйөм йыйынтығында “Хикмәтле бизмән”, 2009 йылда “Йәштәр тауышы” серияһында “Йырлы йортом” исемле китаптарым донъя күрер инеме икән – белмәйем... Барыһы өсөн дә Уҡытыусыма рәхмәт!

Атылмайса һүнгән йондоҙом
(Йыр)

Устарыңа шиғыр яҙғым килә,
Йылыһын тойғом килә
битемдә...
Зәңгәр хыял ғына булып ҡалды,
Йыраҡтарға үҙем киттем дә...

Ни хәл инде – еңмеш
яҙмыштарҙы
Кемдең генә бар һуң уҙғаны?..
Бары хәтер генә ныҡыша бит
Бергә саҡты күҙҙән уҙғарып.

Ашмаҫ хыял ғына булып
ҡалды –
Шундалыр ҙа уның сафлығы!..
Атылмайса һүнгән
йондоҙомдоң
Тере икән әле сатҡыһы!..

* * *
Өнһөҙлөктән әр яҡшыраҡ,
Ә унан да – йылмайыу.
Һаран нурға талсыҡтырма,
Юҡһа уйың – гел байыу.

Офоғомдан һин юғалһаң,
Ни мәғәнә йәшәүҙән?
Селтер шишмә лә бит кипһә,
ҡорғаҡһый башлай үҙән...

* * *
Шырпы һыҙған кеүек ҡапыл
Янып-һүнеүҙән
Хистәремдән ҡалды бары
Һағыш-күмерҙәр.

Мәңгелеккә тиң ул мәлде
Шундай һағынам!
ҡайтарып, ғашиҡ булаһым
Килә яңынан!..

Их, ҡәҙерен белер инем
Ошо миҙгелдең –
Серҙәрен асыр инем мин
Йәшел күҙҙәрҙең!
Ғорурлыҡ

Ғорур бөркөттәр төйәк итә
Мәғрур ҡаяны.
Бейеклектә бар бөйөклөгө,
Ныҡлы тағаны.

Ситлектәрҙә йәшәй алмай
Ирек һөйөр зат –
ҡаянан ташланып, үҙен
Итә ул азат...

Бик һирәктәр өлөшө ул
Тиңһеҙ ғорурлыҡ!
Көс-ғәйрәт ҡайҙан киләлер –
Хайран ҡалырлыҡ!

Тик ғорурҙар яңғыҙ була...
Ятты үҙ итмәй,
Йөрәктә дауыл ҡупһа ла,
Һис тә белгертмәй...

Ғорурлыҡ – ул иң ҙур усаҡ:
Йәнде яндыра!
Һөйөүҙәрҙе, хыялдарҙы
Көлгә ҡалдыра...

Ошо усаҡты йөрөткәндәр
Маяҡ булырлыҡ!
Ниндәй оло көс икән һин,
Сикһеҙ ғорурлыҡ!
Ағыулама рухыңды!
Егеткә
ҡыҙыңа асыуландың да
Тәмәкеңде ҡабыҙҙың...
Кемгә үсләшеп һураһың
Ул ағыулы ҡағыҙҙы?..

Ни тәме бар был ағыуҙың
Моңло ҡурай булғанда?
Ул йыуатыусы түгелме
Күңелкәйең тулғанда?..

Ал ҡурайҙы, баш осоңдан
ҡара болот таралыр.
ҡыҙың йөрәгендә асыу
Һөйөү булып яралыр...

Данлыҡлы башҡорт ҡурайы
Юлдаш булһа ғүмергә,
Бирешмәҫһең ел-дауылға,
Моң тирбәлер күңелдә!

...Үтенәм, егет, ҡурайҙы
Алмаштырма ағыуға!
Салауатҡа тоғро ҡурай
Лайыҡ хөрмәт бағыуға!!!

Ағайға хат

Бал ҡортондай ынйы йыйҙың
Күңеленән халҡыңдың.
Тик хуш еҫле кәрәҙҙәрең
Алды һине алҡымдан...

ҡәләмеңде ҡанға манып
Яҡлаһаң да хаҡлыҡты,
ҡара бумеранг булып
Тик үҙеңә ҡаҡлыҡты...

Заманалар үҙгәрһә лә,
Заңдар ҡала шул килеш:
Дөрөҫлөк иңрәй ситлектә,
Тантана итә Еңмеш!

Йылыға йылан эйәләй,
ҡоҙғон баҫа ер өҫтөн.
Булырға тейештер бит
ҡорбан хаҡы – дөрөҫлөк
Мәңгелеккә
өндәшеү...

Һөймә, дуҫҡай, үҙен һөйгәнде һин...
Рәми Ғарипов.

Үҙбаһаһы булмағанға
Ышаныс та икеле:
Тормоштоң бөгәлдәрендә
Ташламаҫмы, әйт әле?

Ундайҙар йәшәү ҡәҙерен
Тоямы бар йәмендә?
Урынын билдәләй микән
Йәмғиәт үҙәгендә?..

Һөйәме үҙен бар иткән
Ошо гүзәл донъяны?
Кәмһенеп ул һайламаҫмы
Упҡындарҙы, даръяны?..

Беҙҙә йәштәр күп китә бит...
Иҫкәйҙәрең китмәле!..
Үҙбаһа түбәнлектәнме? –
Рәми ағай, әйт әле?!

Мин бит сая башҡорт ҡыҙы!

Ил күргәне –
Ул яҙмышым.
Телгә тоғро
Йән-булмышым.
Тыуған ерҙә
бар юл башым,
Халҡым йыры,
Моң – юлдашым.

Милләтемдең
Тере ҡуҙы –
Мин бит сая
Башҡорт ҡыҙы!

Ир-егеттә
Көс-батырлыҡ,
Ил тойғоһон
Уятырлыҡ,
Һөйөү тәмен
Татытырлыҡ,
Ярһыу атты
Туҡтатырлыҡ

Тылсымым бар,
Беләм быны –
Мин бит сая
Башҡорт ҡыҙы!

Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-
ИҘЕЛБАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!