НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын кем алыр?

Шәһит Хоҙайбирҙин премияһын кем алыр?


2011 йылда журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәргә республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде. Быйылғы исемлек ҙур ғына, унда дүрт коллектив һәм ете автор ингән.
Авторҙар коллективынан Ринат Фәйзрахманов, Ринат Рәжәпов һәм Илдар Әхиәров «Необычные названия: истории и быль» мәҡәләләр шәлкеме өсөн – «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто тәҡдим итте.
Ғәлим Хисамов, Тәлғәт Сәғитов, Ғәлиә Ғәлимова һәм Юрий Илингин «Әхмәтзәки Вәлиди» китабы өсөн – Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тәҡдим итте.
Эмиль Мусин, Венера Ильясова, Алексей Шильников һәм Ләлә Латипова әхлаҡи һәм рухи камиллашыу, дөйөм кешелек ҡиммәттәрен үҫтереү йәһәтенән өлгө булған замандаштарыбыҙ хаҡындағы мәҡәләләр шәлкеме өсөн – «Туймазинский вестник» гәзите тәҡдим итте.
Рәдис Ноғманов, Яҙгөл Юнысова һәм Руфина Хәсәнова «Алло, «Өмет» тыңлай», «Ни өсөн шулай?» проекттары һәм «Власть менән халыҡ араһында бәйләүсе звено булараҡ, матбуғаттың роле хаҡында» тигән темаға мәҡәләләре өсөн – Башҡортостан Журналистар союзы тарафынан тәҡдим ителгән.
Айырым авторҙарҙан Әнисә Бикташева «Топонимия бассейна рек Малая Сурень, Большая Сурень» китабы, Юнир Кинйәбаев «Оҙон юлдар, хәтирәле йылдар...» китабы, Сибәғәт Рахманғолов «Ҡар илендә ҡайындар ҙа юҡ, исмаһам, сер һөйләргә» очерктар шәлкеме, Фәнүр Ғилманов «Донъя был...» китабы, Фәрзәнә Аҡбулатова «Яҙыусы һәм заман», «Сәхнәләге тормош» тапшырыуҙар шәлкемдәре, Наталия Санникова «Из жизни слов» программалар шәлкеме һәм Рита Өмөтбаева «Асыҡларға ваҡыт» ток-шоуы өсөн исемлеккә индерелде.
Комиссия ошо дәғүәселәр араһынан иң лайыҡлы өс еңеүсене билдәләйәсәк.

Сығыу ваҡыты 10-09-2011, 12:11 | Ҡаранылар: 1918
|
  • Кемдәр “иң-иң“дәр булыр?
  • Иң яҡшы журналист кем булыр?
  • Өс һөйләм менән
  • Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға дәғүәселәр асыҡланды
  • Дәғүәселәр билдәләнде
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM