НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Тотоп һөйөрлөк кенә!

Тотоп һөйөрлөк кенә!


Тотоп һөйөрлөк кенә!Фотоконкурсҡа ғәҙел йомғаҡ яһалды – бишәү урынына ете кеше еңеүсе булып танылды

“Минең дуҫҡайым” фотоконкурсын әле генә иғлан иткәйнек һымаҡ, баҡтиһәң, биш ай үтеп тә киткән, имеш. Конкурсты асып ебәргән Алтынай Килмөхәмәтованың – аяғы, бесәйе Йөнтәҫбикәнең тәпәйе еңел булды, гәзит уҡыусыларыбыҙ башланғысыбыҙҙы дәррәү күтәреп алды. Бер-бер артлы килгән фотоһүрәттәргә әҫәрләнеп, хатта бәйгенең шарттарын да онотоп ебәргәнбеҙ. Әҫәрләнмәҫлек тә түгел шул: балаларыбыҙ күҙ алғыһыҙ матур! Килеп тороп һөйкөмлөләр, батыр­ҙар, изге йәнле лә бит әле үҙҙәре! Уларҙың дуҫтары ла шундай йомшаҡ ҡына, йомро ғына, йөнтәҫ кенә. Ҡыҙ һәм малайҙар­ҙы ла, улар­ҙың эт-бесәйҙәрен дә, һарыҡ-кәзә бәрәстәрен дә, ҡаҙ бәпкәләрен дә, тауыҡ себештәрен дә, быҙауҡайҙарын да, башҡа ҡош-ҡорт, малҡайҙарын да тотоп ҡына һөйөрлөк инде!

Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәүсе Рәсилә Байғүбәкова электән был бәйгегә әҙерләнгән тиер­һең: бер нисә йыл элек төшкән фотоһында ул бәпкәләрҙе аша­та. Рәсиләне бәләкәс сағынан, уңған ҡыҙ, тиҙәр, әйтмәксе лә, ялҡау булһа, ҡош-ҡортҡа әйләнеп тә ҡарамаҫ ине.
Бөрйән районының Брәтәк ауылынан Римма Зәйнуллинаны ла “ярҙамсы ҡыҙ” тип ҡылыҡ­һырланылар. Егәрле бала йәй көнө үҙе себештәрҙе ҡарай: улар­ҙы ашата, һыу ҡоя, иртән тороп тышҡа сығара, кисен йыйып, бикләп ҡуя.
Айнур менән эте Көтмөр,
Үҙҙәре шәп һәм дә бөтмөр! – тип яҙғайнылар Салауат ҡалаһында йәшәүсе Айнур Букаев тураһында. Дүрт йәшлек егеттең шәплеге ысынлап та йөҙөнә сыҡҡан!
Ейәнсура районының Юнай ауылынан килгән фотоһүрәттән, бер ҡарыштай ғына Самира Трубкулованың төймәләй генә бәрәс­тең тамағын туйҙырырға эшкингәнен күреп, булыр бала – бишектән, тип тел шартлаттыҡ. Эй, егәрле лә инде ул-ҡыҙҙарыбыҙ үҙебеҙгә оҡшап!
Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан Әлиә Айытбаева тө­шөргән фотоларҙа Алмас менән Ғәзинурҙың икеһенә бер дуҫҡай – бесәйҙәре бик иркен йәшәгәнгә оҡшаған. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Ҡупшы­ҡайға ла дуҫы Дияр Ғәлин менән йәшәүе күңелле шикелле. Һәр хәлдә, икеһенең дә йөҙө ҡә­нәғәт! Әбйәлил районының Рәх­мәт ауылынан өс айлыҡ Илназды олатаһы Сабирйән Алтынбаев күтәреп фотоға төшкәндә, бесәйҙәре Муська ла тарихҡа инеп ҡалған. Ҡасып-боҫоп түгел, ә олатайҙың ҡулына хужаларса тәпәйен һалып.
Ҡасандыр көҙгө һыуыҡта Мәләүез ҡалаһы урамынан та­былған бесәй ҙә әлеге ваҡытта үҙен хужаларса тота. Һәр хәлдә, дуҫы Элина Хәйрулли­наның башына тәпәйҙәрен терәп торорға ла күп һорамай.
Әбйәлил районының Яңы Ба­лапан ауылынан Данил Сол­танов үҙенең дуҫы Бим менән уй­нарға көн дә ваҡыт таба. Икәүләп фотоға төшөргә лә әүәҫтәр. Айһылыу Байсу­ринаны бе­сәйе Ҡойроҡбай ныҡ ярата: уның ҡыҙҙан бер тотам ҡалмай йөрөгәнен Айһылыуҙың әсәһе Айгөл фотоға төшөрөп алған. Ейәнсура районының Таҙлар ауылынан Марат Яҡшембәтов эте Линда менән айырылғыһыҙ дуҫтар. Марат шулай уҡ аттарға ла битараф түгел – рөхсәт итһәң, көндәр буйы толпарҙар хаҡында һөйләр ҙә ҡуйыр ине.
Өфө ҡалаһынан Алмас Аб­драхманов тоғро дуҫҡайы Рекс менән фотоға төшкәйне. Бын­дай елле дуҫ менән Алмасҡа бер ни ҡурҡыныс түгел! Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Нурия менән Шайморат Сала­матовтарҙың да фотолары бик оҡшаны беҙгә. Күмертау ҡа­лаһынан алты йәшлек Наҙгөл Харрасованың дуҫы Сар­манчик менән фотолары килде. Ике­һендә лә дуҫтар йоҡлаған мәл ине. Йоҡоноң кәрәген биреүҙәрендә эшебеҙ юҡ, бер-береһенә оҡшатып ятыуҙарын әйт әле һин уның! Бесәй Наҙгөлдөң һәр хәрәкәтен йоҡлағанда ла ҡабатлай, ахыры. Иҫ китмәле синхронлыҡ... ой, дуҫлыҡ!
Күгәрсен районының Ай-һай Мөр­­сәләй ауылынан Зәлиә Ҡотлогилдина көсөктәре һәм бесәйе Мурзик менән, Мораҡ ауылынан Айтуған Ибраһимов тоғро дуҫы Нюша менән иҫтәлеккә бик матур фото төшкән. Уларҙы беҙгә ебәргән Фәйрүзә Ибраһимова-Ҡотлогилдина фото аҫтына шиғырҙар ҙа яҙған, афарин!
Йылайыр районының Йома­ғужа ауылында тыныс ҡына йә­шәүсе Алаҡайға атланған Урал Әжибаевтың фотоһы; бесәйен ҡосаҡлап йорт ҡуяндары янынан нимәгәлер хайран ҡалып китеп барған Сара (фото авторы – Сәрбиямал Ихсанова); балалар көршәген баҫып алған Барсик (Ғафури районының Юрмаш ауы­лынан һигеҙ йәшлек Азалия Са­лауатованың бесәйе); ике айлыҡ Иҙел Әҙһәмовтың йоҡлағанына иҫе китеп ҡараған Мыраубикә (Әбйәлил районының Таштимер ауылы); ете көнлөк Рузель Әминев менән танышырға маташҡан Һарыбай (Учалы районы, Илсе ауылы); уйынсыҡ ҡосаҡлап йоҡлаған Шалун (уйынсыҡты уға шуҡ Алина Ҡаһарманова тоттор­ған, Сибай ҡaлаhы); бесәйҙең ашағанын ғәжәп иткән Алмас (Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан Әлиә Айытбаева төшөргән) йылмайырға мәжбүр итте.
Хәйбулла районының Үрнәк ауылынан Дания Ҡужина мал йәнле бала: һыйыр, ат, ҡош-ҡорт, эт, ҡуян – барыһына ла иғтибары, һөйөүе етә. Тик фотоларының үлсәме бәләкәй булыу сәбәпле, уларҙы гәзит битенә сығара алманыҡ. Шулай ҙа фотограф Иҙел Хәкимовҡа конкурс­та ҡатнашыуы өсөн ҙур рәхмәт.
Өфө районының Дорогин ауылында йәшәүсе Диана Яҡупова ла кескәй дуҫтарын бик ярата. Үҫкәс, ветеринар булам, ти ул. Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Гөлйемеш Байгил­дина бер туған һеңлеһенең ҡыҙы Әҙилә Сәитбатталованы фотоға төшөргән. “Әҙилә шул тиклем хайуандарҙы ярата, бер ҙә ҡурҡып тормай, гел шулар эр­гәһендә, – тип яҙҙы ул. – Быға тик­лем бесәйҙе ҡосаҡлап йөрөтә ине, хәҙер сират бәрәстәргә етте. Уға дүрт йәш. Ҙурайғас, атайым кеүек мал табибы булам, ти”. Бөрйән районының Һарғая ауылынан Эльвира Әлмөхә­мәтова яҙыуынса, улы Данил­дың дуҫтары бик күп. Фото­ларҙан күренеүенсә, биш йәшлек малай йә ҡаҙ ашата, йә һыбай йөрөй, йә дуҫлашырға теләмәгән кәзә бәрәсен баҫтыра... Ни генә тимә, әсәһенең ярҙамсыһы үҫә.
Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүсе Рәсүл Сәлмәнов та, Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылынан Арыҫлан Һаҙыев та, Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Баязит Сөләймәнов та кескәй дуҫтарын ярата.
Әмил Мортаев (Сибай ҡалаhы), Рәнис Ғәлин (Ғафури райо­ны, Ҡауарҙы ауылы), Гөлиә Ваһапова (Ейәнсура районы, Байыш ауылы), Илнур һәм Ильяс Солтанғужиндар (Йылайыр райо­ны, Ашҡаҙар ауылы), Айнур Сәфәрғәлин (Сибай ҡалаһы), Карина Саниева (Стәрле­тамаҡ ҡалаһы) һәм башҡаларҙың фотоһүрәттәрен бик матур шиғри юлдар биҙәгәйне. Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылынан Ғәҙел Алсынбаевтың фотолары аҫтындағы яҙыуҙар ҙа күңелгә ятты (авторы – Физалия Алсынбаева).
Эттәре, бесәйҙәре, бәпкәләре, ҡуяндары, кәзәләре, быҙау­ҡайҙары менән генә түгел, хатта тәлмәрйендәр, декоратив ҡомаҡ, маймыл, гөбөргәйел, йылан менән дә төшкән фотоһүрәттәр булды. Иң шәп эштәр “Йәшлек” гәзите биттәрендә донъя күрҙе. Әйткәндәй, байтаҡ фотоһүрәт, бик ныҡ оҡшаған хәлдә лә, сифаты насар булыу сәбәпле, ташҡа баҫылманы.
Бәйгенең шартына ярашлы, еңеүселәр ай һайын билдәләнеп, “Бәйләнештә” иң күп тауыш йыйған фотоһүрәттең авторы телефонына 150 һум аҡса күсерелергә тейеш ине. Ләкин, беҙ уйлағанса, иң шәп фотолар түгел, таныш-белештәре күп булғандарҙың эштәре күпселектә алға сыҡты. Шуға ла еңеүселәрҙе билдәләүҙе үҙ ҡарамағыбыҙға ҡалдырып, биш еңеүсе урынына ете кешене 150 һумға ҡарағанда байтаҡҡа ҡиммәтерәк иҫтәлекле приздар менән бүләкләргә ниәтләнек. Еңеүселәрҙе һөҙөп алғансы, ете ҡат тиргә төшөлдө, сөнки бар фотоһүрәттәр ҙә ныҡ-ныҡ оҡшаны! Гүзәллек өләшкәне өсөн конкурста ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт!
Шулай итеп, “Минең дуҫҡайым” конкурсы еңеүселәре: ярат­ҡан, айырылғыһыҙ тоғро дуҫҡайы Рекс менән Алмас Абдрахманов (авторы – Индира Вәлитова); Бөрйән районының Брәтәк ауылынан Римма Зәй­нуллина (Эльмира Юлда­шева); Ильвир Ишкилдин (Гөлфиә Киленбаева); Йылайыр районы Йомағужа ауылынан Ғәзизә Ҡолһарина (Айһылыу Ҡол­һарина); Ейәнсура районының Байыш ауылынан Гөлиә Ва­һапова (Юлиә Ваһапова); Бай­маҡ районының Йылым ауылынан Гөлиә Фәхретдинова (Ғәли Фәхрет­динов); Мәләүез ҡалаһынан Элина Хәйруллина (Лена Хәйруллина).

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Тотоп һөйөрлөк кенә!
Тотоп һөйөрлөк кенә!
Тотоп һөйөрлөк кенә!
Тотоп һөйөрлөк кенә!
Тотоп һөйөрлөк кенә!
Тотоп һөйөрлөк кенә!
Тотоп һөйөрлөк кенә!




1) Алмас Абдрахманов айырылғыһыҙ тоғро дуҫҡайы Рекс менән.
Авторы – Индира Вәлитова.
2) Бөрйән районының Брәтәк ауылынан Римма Зәйнуллина.
Авторы – Эльмира Юлдашева.
3) Ейәнсура районының Байыш ауылынан Гөлиә Ваһапова көсөктәре менән.
Авторы – Юлиә Ваһапова.
4) Ильвир исемле егет иң яҡын дуҫтары менән.
Гөлфиә Киленбаева.
5) Йылайыр районының Йомағужа ауылынан Ғәзизә Ҡолһарина бесәйе менән.
Авторы – Айһылыу Ҡолһарина.
6) Мәләүез ҡалаһынан Элина Хәйруллина бесәйе менән.
Авторы – Лена Хәйруллина.
7) Баймаҡ районының Йылым ауылынан – Гөлиә Фәхретдинова.
Авторы – Ғәли Фәхретдинов.

Сығыу ваҡыты 30-05-2016, 14:07 | Ҡаранылар: 498
|
  • Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
  • Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
  • Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
  • Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
  • Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM