НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”“Ерҙә кеше һөйәгенән
убалар үҫкән,
Тел – тере шишмә үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!”
(Б. Бикбай. “Туған тел”).

“Замандаш! Телебеҙ, мил­­ләтебеҙ киләсәгенә хә­үеф һәр ваҡыт янаған, янай һәм янаясаҡ. Донъялар нисек кенә үҙгәрмәһен, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышайыҡ. Беҙҙән һуң ҡалыр быуында туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйек. Быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсә килеүсе рухи сылбыр – туған тел, милли рух төшөнсәһе һиндә өҙөлөп ҡалмаһын!” – ти Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылы егете, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы Әмир Солтангәрәев “Таймаҫ” тигән китабында. Ул уны Башҡортоста­ны­быҙҙың арҙаҡлы шәхесе булып үҫерҙәй, ләкин 11-се класта уҡыған сағында фажиғәле үлемгә дусар булған улы Булатҡа, бөгөнгө һәм киләсәк быуынға арнаған.
Минең алдымда Әмир ағайҙың “Яҙмыш”, “Тай­маҫ” тигән китаптары һәм икенсе ауылдашым, Баш­ҡортостандың билдәле рәс­сам-скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтоң “Таймаҫ ауылы” китабы ята. Улар – Таймаҫта тыуып үҫеп, уның мәктәбен тамамлаған та­нылған шәхестәр. Ысын мәғәнәһендә, телем, хал­ҡым, тип янып йөрөгән илһөйәрҙәр! Беҙгә уларҙан өлгө алырға кәрәк!
Мәктәп! Хәҙер инде ул гимназия һәм Р. Сол­тан­гәрәев исемен йөрөтә.
Мин ошо гимназияла етенсе йыл уҡыйым. Үҙем – күрше Ялсыҡай ауылы ҡыҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙәге гөрләп торған ике ҡатлы мәктәп 2009 йылда һүнеп ҡалды, хәҙер ул башланғыс кластар өсөн генә эшләй. Олатайым, Социалистик Хеҙмәт Ге­ройы, Коммунистар партияһының XXV съезы делегаты Шәүәли Вахитов, депутат булараҡ, ауылдаштарының наказы буйынса мәктәп һалдырыуға ирешкәйне. Әле уға 86 йәш. Ола­тайым беҙгә ҡарап: “Үҙ ауылыбыҙҙа уҡый алмай­һығыҙ шул, балаҡайҙарым. Донъя­лар ҙа үҙгәреп китте бит!”– тип уфтана.
“Эйе шул”, – тип ризалашам. Йыш ҡына үҙемә шундай һорауҙар ҡуям: “Ни өсөн бөтә ерҙә ҡыҫҡартыу ҙа ҡулайлаштырыу һуң? Ни өсөн бәләкәй ауылдарҙа мәктәптәр ябыла? Ниңә икешәр ҡатлы мәктәп һалғандар һуң? Кем ғәйепле бында?”
“Мәктәп юҡ икән – ауыл юҡ, ауыл юҡ икән – баш­ҡорт юҡ, башҡорттоң генофонды – ауылда!” – ти бит Әмир Солтангәрәев. Дөрөҫ һүҙҙәр! Йәнәһе, бәләкәй ауылдағы мәктәпте ҙурыраҡ ауылдарға ҡушып, экономия яһала. Ни тиклем ғәҙелһеҙлек! Мәктәптәрҙе ябып, уҡытыусыларҙы ҡыҫ­ҡартып ҡына көрсөктән сығып булһа икән ул?! Һорауҙар, һорауҙар… Тор­мош көйлө, илебеҙ тыныс, барыһы ла шәп кеүек, тик ниңәлер күңел урынында түгел. Апты­рағас, башҡорт теле уҡытыусыһына мөрәжәғәт ит­тем: “Һеҙ бына нисә йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытаһығыҙ, баш­ҡорт теленә ҡараш ҡасан үҙгәреп китте һуң? Ниңә әҙәбиәт дәресе һа­йын, сәғәттәр һаны ҡыҫ­ҡар­ҙы шул, 3 сәғәт урынына 1 сәғәт кенә ҡалды, тиһегеҙ?”
– Үткән быуаттың 80-се йылдарында башҡорт клас­тары менән параллель рус кластарында шөғөлләнгән башҡорт милләтле бала­лар­ға ла башҡорт теле уҡытыу индерелде. Ә инде баш­ҡорт теле дәүләт теле итеп иғлан ителгәс, рус һәм башҡа милләт балалары ла өйрәнә башланы. “Тормош һабаҡтары” фәнен бик ҡы­ҙыҡһынып уҡынылар. Ул йылдарҙа туған телебеҙҙең сәскә атҡан мәле тип әйтер инем. 11-се класс уҡыусылары башҡорт филологияһы факультетына күпләп уҡырға инде, беҙҙең мәктәптән генә утыҙлап баш­ҡорт теле уҡытыусыһы сыҡ­ты, әле лә уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
Бына һуңғы йылдарҙа, федераль стандарттар ни­геҙендә уҡытҡас, башҡорт теленә иғтибар үҙгәрҙе, дәрестәр һаны ҡыҫҡарҙы, “Тормош һабаҡтары” бө­төнләй юҡҡа сыҡты. Хатта быйылғы уҡыу йылында рустар менән башҡорттар­ҙы бергә уҡыта башланыҡ бит. Башҡорттар – туған әҙәбиәт, рустар – дәүләт теле, башҡортса белмәгән башҡорт милләтле уҡыусылар үҙҙәренең дәреслектәре буйынса шөғөлләнә, ҡыҫҡаһы, өс төрлө фән бер сәғәттә өйрәнелә. Шуға минең йәнем әсей, әҙәбиәтте 15 минут эсендә генә үҙләштереп булмай. Шул уҡ рус милләтле уҡыу­сылар, класта берәү генә булһа ла, “родной русский язык”ты 45 минут буйы өйрәнеп ултыра. Бына һеҙ киләсәктә ошо проблемаларға иғтибар итегеҙ! – тип тамамланы һүҙен уҡы­тыусым.
Һорауҙарыма яуап тап­ҡандай булдым, ә бит барыһы ла урынында һы­маҡ: олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһайбыҙ, конкурстарҙа ҡат­нашып, үҙебеҙҙең көстө һынайбыҙ. Ә телгә мөнәсәбәт яйлап ҡына, күҙгә күренмәй генә ҡаҡшай икән. Былтыр башҡорт теленән ДДИ менән БДИ һайлаған уҡыусылар бар ине, быйыл берәү ҙә юҡ. Бөтәбеҙгә лә рус теле һәм математика ғына кәрәк кеүек…
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тиһәләр ҙә, үҙемә-үҙем ныҡлы итеп ҡарар ҡабул иттем: Алла бирһә, оло тормош юлына сыҡҡас, үҙ милләтемдән булған яратҡан кешем менән ғаилә ҡороп, атай-әсәйем, олатай-өләсәйҙәрем шикелле, телемде юғалтмай, башымды юғары күтәреп, артабан да үҙ балаларыма: “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй, тип әйткән райондаш яҙыусыбыҙ Б. Бикбай”, – тип өйрәтермен.
Әмир Миһран улына: “Борсолмағыҙ, рухи сылбыр миндә өҙөлөп ҡалмаҫ!” – тиермен. Шулай булһын, амин!

Илүзә ВАХИТОВА,
Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияның
11-се класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Таймаҫ ауылы.

Сығыу ваҡыты 26-05-2016, 13:42 | Ҡаранылар: 683
|
  • Илүзә ВАХИТОВА: “Хыялдарымдың тормошҡа ашыуын теләйем!”
  • Телебеҙҙән оялмайыҡ!
  • Башҡортлоҡтан оялма
  • Иғтибар! Эфирҙа – “Тыуған яҡ" тауышы!
  • Башҡорт теле уҡытыла, тип ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкмәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM