НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Улар алдында баш эйәбеҙ

Улар алдында баш эйәбеҙ


Улар алдында баш эйәбеҙ
Һуғыш мәлендә тыуғандар
Барын иртә кисергән:
Түҙгәндәр – тере ҡалғандар
Тик үлән ашы менән.
Ат башында йөрөгәндәр:
Ер тырматҡан, ер һөргән.
Ололар нимә күрһәләр,
Барын да бергә күргән...
Үлсәмәгеҙ был быуынды
Ғәҙәти аршин менән.
Риф МИФТАХОВ.

Ошо шиғыр юлдарын уҡыйым да атайым менән әсәйемдең ата-әсәләре – ҡартатайҙарым, ҡартәсәйем менән өләсәйемдең бала сағы тураһында уйланам. Минең ҡәҙерлеләрем – һуғыш балалары. Ҡарт­атайҙарыма, ҡартәсәйемә атай наҙы күреп үҫергә яҙмаған.
Атайым яғынан ҡартатайым Ғәлим Солтановтың атаһын – Сәлим Исмәғил улын 1939 йылда совет-фин һуғышына алалар. Был ваҡытта ҡартатайыма биш ай ғына булып ҡала. Атаһы ҡайтып та өлгөрмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башланып, ул тура фронтҡа китә. Ҡартәсәйемдең һөйләүе буйынса, ул улын бик һағынған. Ул ваҡытта ауылда фотографтар булмағас, ҡартәсәй кескәй Ғәлимде күтәреп, Ырымбур өлкәһендәге Троицк ауылына алып барып, йыл һайын фотоға төшөргән һәм фотоһүрәтен хат менән бергә фронтҡа ебәргән. Ҡартатайыбыҙ 1943 йылда батырҙарса һәләк була. ҡартәсәй Ғилмикамал Һибәт ҡыҙына бер бөртөк улын ҡәҙерләп үҫтерергә тигән васыяты ғына ҡала. Һуғыш тамамланғас, ауылға фронтовиктар ҡайта башлай. Алты йәшлек бала һәр береһенә йүгереп барып: “Минең атайым ҡасан ҡайта?” – тип һорай. Тик яуап урынына уның башын ғына һыйпайҙар һәм күҙҙәрен йәшерәләр.
Ҡартәсәйемдең атаһы Дәүләтбай Егетбай улы Хәлитов фронтҡа 1942 йылдың февралендә оҙатыла, ә июнь айында ҡыҙы тыуа. Фронтҡа киткәндә: “Ҡыҙым тыуһа, Бибинур, тип исем ҡушығыҙ”, – тип әйтә. Хат һайын ҡыҙын һаҡлауҙарын үтенә. Ул данлы башҡорт кавалерия дивизияһында кавалерист була. Батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. Күгәрсен районының “Хәтер” китабында уның тураһында: “1944 йылдың 12 апрелендә батырҙарса һәләк булды, Владимир-Волынск өлкәһенең Мочинск ауылында ерләнде”, – тип яҙылған.
Әсәйем яғынан ҡартатайым Айытбайҙың атаһы Кинйәбай Заһитулла улы Ҡәҙерғолов та ҡатынына биш улын ҡалдырып, фронтҡа китә. Иң өлкәненә ул ваҡытта – 12, ә кесеһенә 2 йәш кенә була. Шул китеүҙән уға ла ғәзиз балаларын күрергә яҙмай, 1944 йылдың 11 мартында яуҙа башын һала. Ейәнсура районының “Хәтер” китабынан Калинин өлкәһе Идрицк районының Подречье ауылында ерләнгәне билдәле. Ҡартәсәйем Мәфтүха Сира­жетдин ҡыҙы егәрлелеге, әрһеҙлеге менән бөтә балаларын да иҫән-һау аяҡҡа баҫтыра. Ҡартатайыма бик иртә балалыҡтан сығырға тура килә. Кескәй ҡустыһын елкәһенә ултыртып, ашарға яраҡлы үлән эҙләп, уға ялан аяҡ бик күп яланды ҡыҙырырға тура килә. Һуғыштан һуң ғаиләләре менән Силәбе ҡалаһына күсеп, бер нисә йыл шунда йәшәп ҡайталар. Унда ла тормош еңел булмай. Бәләкәй тип, уларҙы эшкә алмайҙар, урам малайы булып ашарға хәстәрләй ул. Беҙ бәләкәй саҡта тамаҡҡа ашамай ялындырһаҡ: “Их, беҙгә лә бәләкәй саҡта, аша, тип әйтһәләр ине”, – ти торғайны.
Рәхимә өләсәйемдең атаһы Сәиткирәй Бәсим улы Янбаев бик оҫта тимерсе булған. Уны бронь менән фронттан алып ҡалып, Йылайыр районына хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Фронт өсөн техника ремонтлай. Тик уға ғына 1945 йылда Еңеү яҙын күрергә яҙа.
Һуғыш бик күп кешенең яҙмышын емерә. Үҙемдең яҡындарым тура­һында ғына яҙҙым, ә ундайҙар илебеҙҙә миллион. Һуғыш һөрөмө ҡағылмаған бер генә йорт та ҡалмаған: кемдеңдер атаһы фронтта һәләк булған, кемдеңдер гәзиз балаһы хәбәрһеҙ юғалған. Ҡай­ғырып ултырырға ла ваҡыты булмаған халыҡтың. “Бөтәһе лә фронт өсөн!” тигән саҡырыу аҫтында ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ир-егеттәрҙе алмаштырып, ауыр эшкә тотонған. Ҡартәсәйҙәр, өләсәйҙәр бөтмәҫ- төкәнмәҫ эш араһында, кис ултырып, һалдаттарға ойоҡбаш-бейәләй бәйләгән. Яҙ етеү менән бала-саға ашарға яраҡлы үлән йыйып, тамаҡ яғын хәстәрләгән. Көсөнән килгәнсә өлкәндәргә ярҙам иткәндәр.
Һуғыш балалары тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын еңеп, ысын кеше булып үҫкән. Ваҡыты еткәс, үҙ яртыларын табып, матур ғаилә ҡорғандар. Күгәрсен районының Етеболаҡ ауылында йәшәгән ҡартатайым менән ҡартәсәйем өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн ете ейән-ейәнсәренә һәм өс бүләһенә ҡыуанып йәшәйҙәр. Бикбирҙе ауылында йәшәүсе ҡартатайым менән өләсәйем дүрт ул, ике ҡыҙға ғүмер бирә. Бөгөн уларҙың 16 ейән-ейәнсәре, ете бүләһе бар. Ярты быуат элек татыу ғаилә ҡороп, бөгөн дә улар тырышып донъя көтә, мал тота, ҡорт аҫрай. Ҡартатайҙарымды Украиналағы хәл бик борсой. Нисек инде, шул тиклем һуғышты күреп, улар һаман шуны көҫәй, тип борсолалар. Халыҡтар дуҫ йәшәһен, донъялар тыныс булһын, тип теләй улар көн һайын.
Йыл һайын Еңеү байрамында беҙ төп йортҡа йыйылабыҙ, өлкәндәр­ҙең бала саҡ хәтирәләрен тыңлайбыҙ. Минең күҙ алдыма ҡот осҡос һуғышты еңгән сабыр балалар, уларҙың егәрле әсәйҙәре, герой атайҙары баҫа. Тыныс, матур тормошобоҙ өсөн улар алдында баш эйәбеҙ.

Гүзәл СОЛТАНОВА,
1-се урта мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы.

Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.

Сығыу ваҡыты 13-05-2016, 12:22 | Ҡаранылар: 479
|
  • Ҡартатайым менән ғорурланам
  • Үлеп терелгән яугир
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Яугир ҡартатайым
  • Тормош һынауҙары аша
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM