НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Еңеүсе – Әбйәлилдән!

Еңеүсе – Әбйәлилдән!


Гәзит уҡыусыларыбыҙ яратып ҡатнашҡан, тиражыбыҙҙы дөрөҫ фаразлаусылар араһында ойошторолған «Йәшлек»-фараз» конкурсына йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте. Йылдағыса, «Йәшлек»тең тоғро уҡыусыларынан 700-ҙән ашыу хат алдыҡ. Баҫмабыҙға хаҡ самаһыҙ артыуына ҡарамаҫтан, быйыл да беҙҙән айырылмауығыҙға, беҙҙең менән бергә ҡалыуығыҙға рәхмәт, дуҫтар!
«Йәшлек»кә хаҡтарҙы арттыраһығыҙ, тип редакцияға урынһыҙ дәғүә белдереүселәр булғанда, тиражы артһын тип, бурысҡа булһа ла гәзиткә яҙылдым, тип торған тоғро уҡыусыларыбыҙ барҙа, күңелдә борсолоу­ға урын юҡ. Хаттарҙың бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ.

Мәләүез районының Ҡотош ауылынан Әлфизә Алтынсурина: «Яратып уҡыған гәзитебеҙҙең тиражы йылдан-йыл кәмеүе – аяныслы хәл. Шулай ҙа «Йәшлек»тең тоғро дуҫтары уға яҙылмай ҡалмаҫ һәм яҙылыусылар артыр, тигән өмөттә ҡалам», – тигән.
Архангел районының Абҙан ауылынан Ләлә Фәйзуллина: «Йәшлек»те көтөп алам. Олоһоноң да, кесеһенең дә хәтерен яңыртырлыҡ кроссвордтарын сисеп, ғибрәтле хәлдәрҙе, ил, тел яҙмышы тураһында хәстәрләп яҙылған мәҡәләләрҙе, йөкмәткеле хикәйәләрегеҙҙе уҡып кинәнәм», – тип баҫмабыҙҙы яратып уҡыуын белдергән.

Йылайыр районының Сәлим ауылынан Хаят олатай Ҡасимов: «Баҫмағыҙҙы ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ. Гәзитте көтөп, аҙна аҙағын еткерә алмайбыҙ. 36 йыл буйына алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ», – тип, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, «Йәшлек»тең тоғро уҡыусыһы икәнлеген яҙа.

Бөрйән районының Яңы Уҫман ауылынан Рәмзилә Бикбулатова баҫмабыҙға булған һөйөүен шиғыр юлдарына һалған:
«Алыҫ юлға сығып барам,
Ҡыҫҡа булыр юлым да,
Эс бошоуҙан ҡайғырмаҫмын,
«Йәшлек» булһа ҡулымда».
Әбйәлил районының Рауил ауылынан Гүзәлиә Ғибәҙәтова:
«Тормошомдо «Йәшлек»һеҙ
Килтермәйем бер нисек!
«Йәшлек»те уҡымағандар

Торалар икән нисек?» – тип гәзитебеҙгә бик матур реклама яһаған. Гәзитебеҙгә ҡарата яҙылған йылы һүҙҙәрегеҙҙе уҡығас, баҫмабыҙҙың тормоштоғы, йәмғиәттәге ролен баһалаған, башҡорт матбуғатына битараф булмаған әлдә һеҙ бар әле, милләттәштәребеҙ, тип әйтке килә.
Быйылғы ярты йыллыҡта гәзитебеҙҙең тиражы – 8579 дана. Һигеҙ мең тираж буласағын утыҙға яҡын кеше фаразланы. «Йәшлек»-фараз» уйыны шарттарына ярашлы, ни бары 29 һанға ғына «яңылышып», Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан Әхмәт Тахаув дө­рөҫөрәк фараз итте. Ул «Йәшлек»-фараз»дың төп еңеүсеһе тип иғлан ите­лә. Был гәзит уҡыусыбыҙға етәрәк дөрөҫ һанды Ҡырмыҫҡалы районының Ҡамышлы ауылынан Миңзәлә Йәҙгәрова яҙып ебәргән. Мәләүез районының Ҡотош ауылынан Әлфизә Алтынсури­наның фаразы тиражыбыҙ һандарына яҡын. Шулай итеп, уларҙы «Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүселәре итеп иғлан итәбеҙ. Конкурста бәхет йылмайғандарҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Тиражға яҡын һанды яҙып ебәреүселәрҙән Белорет районының Сермән ауылынан С. Сиражетдинов, Архангел районының Абҙан ауылынан Ләлә Фәйзуллина, Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Зөһрә Оморҙаҡова, Йылайыр районының Сәлим ауылынан Ғәйниямал Ҡа­симова, Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылынан Ирәндек Әбел­ғазин, Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылынан Ринат Ға­фаров, Салауат районының Икенсе Иҙелбай ауылынан Валирян Ҡа­зыханов, Әбйәлил районының Әбдел­мәмбәт ауылынан Ғәйнизар Ураз­бахтина иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә.

З. ЙӘҺҮҘИНА.

Сығыу ваҡыты 5-02-2016, 14:03 | Ҡаранылар: 451
|
  • Гәзитебеҙҙең 12-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
  • Төркиәгә путевканы кем отто?
  • Һыу насосы – шәп бүләк!
  • Гәзитле лә булдылар, бүләктәр ҙә оттолар
  • “Бүләге мөһим түгел, гәзиткә яҙылыу мөһим»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM