RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте

29.11.2013 Беҙҙең кумирҙар

Иң яҡшы дуэттар
Беҙҙең  кумирҙар Нимәне генә алһаң да, берәү генә булыуға ҡарағанда икәү булыуы яҡшыраҡ бит, шулаймы? Cәхнәлә лә бер генә йырсы йырлағандағы кисерештәр бер төрлө булһа, ике йырсы сығыш яһағанда, байыраҡ энергия бүленеп сыға. Ғөмүмән, ике йырсының дуэт башҡарыуы театраль яҡтан ҡыҙыҡлы тамашаға әйләнә лә ҡуя. Тамашасы йыр тыңлап ҡына ултырмай, ә уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәтен дә энә күҙәүенән үткәрергә ярата. Әгәр ҙә ир һәм ҡатын тарафынан ихлас күңелдән хисле, һөйөүгә арналған йырҙар башҡарылһа, бигерәк тә.
Бөгөн башҡорт эстрадаһында иң яҡшы дуэттар – беҙ инде күреп, ишетеп һоҡланыр­ға өлгөргән популяр йырҙарҙы башҡарыусы парҙар хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Тамашасыларҙың күптәре уларҙы күптән ҡауыштырып бөткән дә инде.Сөнки сәхнәлә матур тандем барлыҡҡа килтереүселәрҙе, ғәҙәттә, ирле-ҡатынлы, йә иһә ғашиҡтар тип һөйләргә ярата беҙҙең халыҡ.


Нурия Ирсаева – Фидан Ғафаров

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтың сәхнә дуэты, йырлы-моңло, мөхәббәтле, һоҡланғыс ижады – үҙе бер театраль легенда. Йәш сағынан үҙҙәренең һылыулығы, ҡабатланмаҫ моңо, йырҙары менән хәтерҙә уйылып ҡалған, бөтә ғүмерен сәхнәгә бағышлаған, ижад юлында бик күп сағыу образ тыуҙырған һәм ғүмере буйы тамашасыны әсир иткән кумирҙарыбыҙҙың дуэт йырҙарын йәш быуын йырсылары ла үҙ репертуарына алған.
1978 йылдан алып республиканы шаулат­ҡан «Ғәлиә» (Т. Таһиров) спектакле тиҫтә йылдан ашыу сәхнәнән төшмәй, ә төп ролдәрҙе Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров башҡара. Уларҙы ҡарар, Ғәлиә менән Заһирҙың йырын тыңлар өсөн кешеләр һыу буйындай сират тороп ҡына билет алыу бәхетенә ирешә, халыҡ сит тарафтарҙан да ағыла. Артистарҙың парлы ижад балҡышы ошо пьесанан башлана, тип әйтергә мөмкин, артабан улар бихисап парлы образды бергәләп сәхнәләштерә.
Сәхнәләге мөхәббәт тарихының шаһиты булырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны булмай, тамашасылар уларҙың һәр ролен үҙ итә. Тик сәхнә партнерҙары ғына булған был ике артист тураһында ниҙәр генә уйлап сығармайҙар, ниҙәр генә һөйләмәй­ҙәр. Геройҙарҙың үҙҙәренә оҡшаш яҙмышлы, ауыл кешеләре булыуы ла яҡынайтҡандыр артистар менән тамашасы араһын. Бөгөн дә Ғәлиә-Заһир йырын кем генә белмәй икән?!


Гөлсөм Бикбулатова – Вилдан Яруллин

Уларҙың икеһенең дә быға тиклем байтаҡ йырсы менән йырлағаны булды. Гөлсөмдөң Ринат Фәттәхов менән «Донъя» (Р. Ғарипов шиғырына), Гөлдәр Ишҡыуатова менән «Ғашиҡтар әйтеше» (халыҡ һүҙҙәренә) тигән дуэттары ныҡ популярлашҡайны. Ә тамашасылар Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин менән башҡарған «Бәхетем» тип атал­ған йырын бигерәк оҡшатты һәм, заманса башҡорт эстрадаһында иң уңышлы дуэттарҙың береһе, тип атаны.
Бынан алты йыл элек Гөлсөмдөң концертын ойоштороусы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова тауыштары менән тап килеп торған йырсыларға тәү тапҡыр сәхнәгә бергә сығырға тәҡдим итә һәм яңылышмай. Тиҙ арала был пар радио, телевидениены яулап алды, концерттар­ҙа тамашасы уларҙы ҡат-ҡат һорай башланы. Был парҙың «Өмөт», «Ант итәм», «Баҫ газға», «Һин уйҙарымда», «Мин яраттым», «Сабырлыҡ» һәм башҡа дуэттары ла оло уңышҡа өлгәште.
Артистар әйтеүенсә, тамашасылар шунда уҡ улар­ҙы, бергә йәшәйҙәр икән, тип һөйләп сығара. Хатта Гөлсөмдөң ҡәйнәһен, уның кемлеген белмәйенсә, берәү: «Ишеттегеҙме, Гөлсөм, ғаиләһен ташлап, Вилданға сығып киткән икән!» – тип шаҡ ҡатырған. Беҙҙең туралағы төрлө хәбәрҙәргә, лаҡаптарға өйрәнеп бөттөк инде, ти йырсылар.
Йырҙы һайлағанда иң беренсе шиғырына иғтибар итәбеҙ, ә көйөнә икенсе сиратта, ти Гөлсөм Бикбулатова менән Вилдан Яруллин. Ошо арауыҡта улар бер альбомлыҡ йыр ижад итеп өлгөргән, баҡһаң! Киләһе йылда альбомдың презентацияһын уҙғармаҡсылар.

Резеда Әминева – Фәрүәз Урманшин

Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәр­ҙәре, танылған йырсылар Фәрүәз Урманшин һәм Резеда Әминеваның моңло йырҙарын йәше лә, ҡарты ла яратып тыңлай. «Фәрүәз сәхнә партнерым ғына түгел, коллегам да. Беҙ тәү тапҡыр 2006 йылда минең концертымда «Ҡыҙыл юрға» йырын икәүләп башҡар­ғайныҡ, унан һуң бик күп ыңғай фекер ишеттек, – тип һөйләй Резеда Әминева. – Барыһы менән дә бергә йырлап булмай ул, тауыштар бер-береһен тулыландырып, ҡолаҡҡа ятышлы булып яңғырамаһа, әллә ниндәй оҫта йырсылар булһын – тамашасы итмәй ҙә ҡуя. Талант эйәһе Фәрүәз менән сәхнәгә сығыу үҙе ғүмер, тамашасы алдында тотош асылып, йәне-тәне менән бирелеп сығыш яһаған артисты тәрән хөрмәт итәм».
Был парҙың «Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр» тигән иң популяр йырының тарихы ҡыҙыҡлы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, композитор Нурия Абдуллина был йырҙы Резеда ханыма яңғыҙ башҡарыу өсөн тәҡдим итә. Тик йырсы сираттағы концертына уны сәхнәгә әҙерләп өлгөртә алмай, Нурия Нәсибулла ҡыҙы: «Һин минең ижадыма иғтибар итмәй­һең», – тип уға үпкәләп ҡуя. Ул саҡта композитор «Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр»ҙың иң популяр, оҙон ғүмерле йырҙарҙың береһе булып китәсәген күҙалланымы икән? Ғөмүмән, Резеда Әминева, йырҙарҙы ҡабаланып сығарырға ярамай, тип иҫәпләй. Уның әйтеүенсә, һәр йырҙың үҙ мәле бар. Бер нисә йылдан Фәрүәз Урманшин менән дуэт итеп йырлай башлағас, һәр моң һөйөүсенең телендә тик ошо йыр булды. Халыҡ уны хатта туй ҡотлауҙарына ҡуйыуҙарын һорай башлай. Мөхәррирҙәрҙең, был йыр туй мәжлесе өсөн килешеп етмәҫ, тиеүенә, ә беҙгә «Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр» тигән юлдары килешле, тип яуаплайҙар.
Әлегә Резеда Әминева – Фәрүәз Урманшин дуэты әҙерләгән 40-ҡа яҡын йыр бар.

Фәриҙә Ғаззалова – Искәндәр Ғәзизов

Йәш быуын йырсыларына килгәндә, был дуэт «Гәлсәр һандуғас» проектына рәхмәтле. Ике йырсы ла тап ошо телевизион конкурс аша тамашасы күңеленә килеп инде, эстрадала киң танылыу яуланы. Улар бер­ҙән-бер һәм берәгәй «Парлы шыршылар»ы ме­нән һәр сығыштары һайын тамашасылар­ҙы моңло тауыштарына ғашиҡ иттерә. Фәриҙә менән Ис­кәндәрҙең, әйткәндәй, башҡа бергә йырлаған йыры юҡ.
«Гәлсәр һандуғас» проекты продюсерҙары был йырҙы Татарстан эстрадаһынан ала, Ҡа­занда быға тиклем «Парлы шыршылар»ҙы баш­ҡарыусылар булһа ла, йыр танылыу яуламай. Ә Фәриҙә менән Искәндәр уға өр-яңы һулыш өҫтәп, бөтөнләй башҡаса, сағыу кисерештәр менән байытып яңғырата алды. Һәр йырға ғүмерҙе тамашасы үҙе бүләк итә – һәр табында яратып һуҙған «Парлы шыршылар» ҙа оҙон ғүмерле булып сыҡты.
Йырсылар бер-береһе менән электән таныш, сәнғәт уҡыу йортонда бер курста белем алалар. Фәриҙә әйтеүенсә, курсташы бик шаян, юморға бай кеше. Сәхнәлә төрлөсә ҡыланып көлдөрөргә, йылмайтырға ла күп һорамай. Хатта, куплеттар араһында көй уйнағанда, Искәндәр ҡолағыма эйелеп көләмәс һөйләргә өлгөрә, ти Фәриҙә. Был йырға төшөрөлгән клипта ла Искәндәрҙең ҡыҙға сираттағы мәҙәген һөйләгәне асыҡ һиҙелә, Фәриҙә көлөп ебәреүҙән үҙен көскә тыйған урыны бар.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы