RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Артистарҙы халыҡ аяҠ үрә баҫып алҡышланы

28.05.2013 Артистарҙы халыҡ аяҠ үрә баҫып алҡышланы

Башҡорт дәүләт филармонияһы 16 майҙа тамашасыларға күңелдәрҙе елкендергес моң байрамы бүләк итте. Концерт сираттағы 74-се ижад миҙгелен ябыу тантанаһына арналғайны. Тамашасыларҙы Ҙур залдың фойеһында Олег Касимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры һәм партнерыбыҙ − “Конфаель” компанияһы “шоколад фонтаны” менән ҡаршы алды.
Тамашаны Башҡортостан Республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестры А. Кукубаевтың “Концерт вальсы” менән асып ебәрҙе. Артабан Рөстәм Шаһыбалов Башҡортостан Республикаһының академик хор капеллаһы менән бергә сығыш яһаны. Нәзифә Ҡадирова “Мандолина” йыры менән залды дәртле моңға күмде. Марсель Ҡотоевтың билдәле итальян йыры “O sole mio”ны башҡарыуын халыҡ йотлоғоп тыңланы. “Молитва о России” һәм “Не любите, девки, Гришку” кеүек рус халыҡ йырҙары менән йәш йырсы Валентина берсә һағышландырҙы, берсә көлдөрҙө. Башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙҙар”ы Римма Амангилдина, Радик Вәлмөхәмәтов, Әлфиә Юлсурина, Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Лилиә Ишемйәроваларҙың сығышын халыҡ ҡайнар алҡыштарға күмде. “Сәхнә һандуғастары” тамашасыны БР халыҡ ҡоралдары милли оркестрына ҡушылып сихри моң даръяһында тибрәлтте.
Дирижерҙар, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортос­тандың халыҡ артисы, БР халыҡ ҡоралдары милли оркестры етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин, БР-ҙың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Әхмәтйәнов, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ленар Дәүләтбаев ҡулдарының бер хәрәкәте менән мөғжизәле тере музыка тыуҙырҙы. Йыр-моң тантанаһы бер тында үтеп тә китте. Тамашасы илһамланып, көс-дәрт алып таралды.
Барлыҡ йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙға йәмле йәйҙәр теләп, киләһе 75-се ижад миҙгелендә көтөп ҡалабыҙ!

Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!