RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең үҙ йорттары буласаҡ

08.03.2011 Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең үҙ йорттары буласаҡ

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында БР Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда 2010 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2011 йылға планлаштырыл­ған эштәргә күҙәтеү эшләнде, тәҡдимдәр индерелде. Республикала мәҙәниәт өлкәһендә, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, проблемалар етерлек, әммә уларҙы хәл итеү өсөн төрлө саралар күрелә. Мәҙәниәт министры Асҡар Абдра­заҡов үҙ сығышында һүҙҙе ошо хаҡта алып барҙы.
Былтыр спектаклдәргә һәм концерттарға һатылған билеттарҙан бары тик 100 миллион һумдан ашыу ғына килем килгән. Театр Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ла иҡтисади яҡтан отошло түгел. Әммә булған мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланһаҡ, театрға тамашасыны йәлеп итергә мөмкин. Юғиһә, бөгөнгө анализға ҡарағанда, бер тамашасыны йәлеп итеү өсөн уртаса 507,8 һум аҡса талап ителә, ә уртаса билет хаҡы – 88,7 һум.
Кино сәнғәте ҙур тәьҫир итеү көсөнә эйә. Әммә ул беҙҙә тулыһынса ҡулланылыу тапмай. Респуб­ликала бары тик ике генә – Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта балалар кинотеатры ҡалдырылған. Китапханалар тураһында ла айырым һүҙ булды. Былтыр китапханаларҙы комплект­лауға 75 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Моделле китапханалар булдырыу буйынса эш алып барыла.
Түбән эш хаҡы, торлаҡ мәсьә­ләһенең киҫкен тороуы ла телгә алынды. Министр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә айырым ведомство йорто төҙөләсәге тураһында хәбәр итте.
Коллегия ултырышында РФ мәҙәниәт министры советнигы Лев Джугаев та ҡатнашты. Ул Салауат ҡалаһындағы «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайының «Ағиҙел» халыҡ бейеү ансамблен тәбрикләне. РФ Мәҙәниәт министрлығының бойороғо менән ансамблгә «РФ-ның атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәсәй кимәлендә бындай ҙур исемгә лайыҡ булған тәүге ансамбль ул «Ағиҙел».
Башҡортостандың бөгөнгө мәҙәни тормошо тураһында Рус дәүләт драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабинович әсенеп һөйләне. «Башҡортостан» киностудияһының директоры Айбулат Юнысов райондарға киномобиль алырға кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Сөнки йәштәр кистәрен ҡайҙа барырға белмәй йонсой. Был үҙе үк уларҙы насар юлға этәрә. Ә Бишбүләк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Валерий Семенов үҙҙәрендә эштең нисек ҡуйылыуы менән таныштырҙы, күптәргә өлгө булырлыҡ тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Коллегия ултырышында йыл буйы фиҙакәр хеҙмәттәре менән маҡтау­ға лайыҡ шәхестәрҙе, коллективтар­ҙы бүләкләү тантанаһы булды.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй