RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

13.10.2019 «Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

Рушана ВӘЛИЕВА... Бәләкәй буйлы, нескә билле, һөймәлекле генә һипкелле ҡыҙҙың көслө һәм моңло тауышына һоҡланмау мөмкин түгел. Ул үҙенең таланты менән Башҡортостан данын үҙәк телевидениела, “Голос” тапшырыуында яҡлап сығыш яһаны. Хәҙер инде башҡорт ҡыҙын Рәсәйҙең һәр төбәгендә беләләр, тыңлайҙар, яраталар. Бөгөн беҙ Рушананың үҙе һәм әсәһе Нурия Урал ҡыҙы менән бергәләп әңгәмә ҡорҙоҡ.

Рушана, мин һинең талантың менән 2013 йылдан, “Голос. Дети” проектында ҡатнашҡан ваҡыттан, танышмын. Тик ул саҡта остаздарҙың береһе лә һине үҙ командаһына алманы. 13 йәшлек ҡыҙ баланың быға күңеле төшмәнеме?

– Әлбиттә, күңел төпкөлөндә өмөт бар ине, үтмәгәс, ауыр булды. Шулай ҙа мөмкинлектәремде айыҡ аҡыл менән баһаланым. Ул саҡта тапшырыуға осраҡлы ғына, хатта ниндәйҙер кимәлдә әҙерлекһеҙ барып эләктем. Зәңгәр экрандарҙан “Голос. Дети” проектының тәүге миҙге­лендә ҡатнашырға саҡырып, реклама башланды. Шул йылдың август айында Нуриман районында урынлашҡан балалар лагерында ял иттем. Гитарамды үҙем менән алғайным, мәҙәни сараларҙа сығыш яһа­ным. Яңы дуҫтарым күмәкләшеп мине ошо конкурста ҡатнашырға өгөтләне. Тәүҙә етди ҡабул итмәһәм дә, һуңға табан ҡыҙығып киттем. Өйгә ҡайттым. 31 август, конкурсҡа ғариза биреүҙең һуңғы көнө. Ағайым гитарала уйнай, мин йырлайым. 2 – 3 тапҡыр репетиция яһаныҡ та, атайым видеоға төшөрә башланы. Шунда уҡ ул яҙманы беркетеп, интернет аша ғариза ебәрҙек. Ике аҙна үтеүгә саҡырыу ҙа килде.

Нурия Урал ҡыҙы:

– Саҡырыуға өмөт юҡ ине, тәүҙә аптырап ҡалдыҡ. Атаһы Риф, эштән китә алмағас, баш тартырға ла уйланыҡ. Бала күңелен уйлап ҡына Мәскәүгә үҙем барырға батырсылыҡ иттем. Киләһе этапҡа үтмәгәс, Рушананы йыуатып, талаптар юғары булыуын аңлатырға тура килде. Ул саҡта тәүге этапҡа эләгеү ҙә беҙҙең өсөн оло еңеүгә тиң ине.

– Ә нисә йәштә сәхнәгә сыҡтың?
– Дүрт йәш ине. Әсәй тураһында йырлағанымды хәтерләйем, ә үҙемдең теләк менәнме әллә атай-әсәйем өгөтлә­неме – иҫтә ҡалмаған. Ғаиләбеҙ менән йыр яратабыҙ, атайым оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләне. Әсәйем яҡлап ҡарта­тайым башҡорт халыҡ йырҙарын матур башҡара, ә атайым яҡлап ҡартатайым – оҫта гармунсы. Үҙемде белә-белгәндән йырлайым. Өйҙәге архивта йырҙарым менән видеояҙмалар һаҡлана.

Нурия Урал ҡыҙы:
– Үҫә килә бер осор Рушана тик инглиз телендәге генә йырҙарҙы тыңлай, йырлай башланы. Башҡорт, татар, хатта рус эстра­даһына битараф булыуы беҙҙе аптыратты. Шулай ҙа ҡаты бәрелмәнек, бала күңе­лендәге йырға ҡыҙыҡһыныуҙы һүндерге килмәне. Хәҙер инде ҡабат туған моңдары менән ҡыҙыҡһына башланы.

Рушана:
– Йырҙан тыш, балалар баҡсаһынан уҡ бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Телевизорҙан ғына күреп, моңона ғашиҡ булғайным, атай-әсәйемдән скрипка таптыра башланым. Улар риза булмағас, Яңы йыл байрамында Ҡыш бабайҙан һорап хат яҙҙым. Теләгем тормошҡа ашты. Унан инде музыка мәктәбенең скрипка класында белем алдым.

– Хәҙер был ҡоралда уйнайһыңмы?

– Һирәк кенә. Сөнки скрипка атай йортонда ҡалды. Үҙем менән алып барырға намыҫым етмәне. Былай ҙа дөйөм ятаҡ бүлмәһен музыка студияһына әйлән­дерҙем (көлә – авт.): гитара, синтезатор, ноутбук һәм башҡалар менән тулы. Улар янына скрипка ла алып барыу артыҡ булыр ине. Ярай әле музыка менән шөғөлләнеү өсөн махсус бүлмә бар.

– Белеүемсә, һинең ағайың да – талантлы егет...
– Артур ағайым менән беҙҙең йәш айырмаһы биш йыл булһа ла, татыу, дуҫ булдыҡ. Ул да матур йырлай, тик музыкаға өҫтөнлөк бирә. Музыка мәктәбен тамамланы, гитарала уйнай. Шулай уҡ үҙен оҫта аранжировка яһаусы итеп танытты. Ҡазан архитектура-төҙөлөш институтын тамамлап, Өфөлә эш башланы. Миндәге музыка зауығын ул тәрбиәләне. Хәҙер ҙә унан кәңәштәр һорайым. Байтаҡ йырҙарыма аранжировка эшләне.

– Вокал буйынса уҡыныңмы?
– 7 – 8 йәштәге күнекмәләрҙе иҫәпкә алмағанда, махсус белемем юҡ. Ниңәлер үҙем белгәнсә, тәбиғи тауыш менән йырлауҙы өҫтөн күрҙем. Кумирҙарым күп, төрлө йырсы оҡшай. Әммә бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым.

– Ә һине бар Рәсәйгә танытҡан “Голос” проектының етенсе миҙгеленә нисек эләктең?
– 2013 йылдағы кеүек үк, алдан ғариза яҙып. Дөрөҫөн әйткәндә, 10 класта уҡы­ғанда ла бәхетемде һынап ҡараным. Тик ул йылда кастингтан үтә алманым. Ныҡышлыҡ күрһәтеп, былтыр тағы ла бәхетемде һынап ҡарарға булдым. Шулай ҙа, өсөнсө тапҡыр үтә алмаһам, башҡаса йөрөмәм, тип үҙемә һүҙ биргәйнем.

– Проект барышында вокал белемең булмауы ҡамасауламанымы?

– Юҡ, артыҡ һиҙелмәне. Беҙҙең командала ноталарға эләгеү, музыка теүәллеге буйынса ҡаты талаптар булманы. Оста­зыбыҙ Сергей Шнуров башҡарыу манера­һына, кисерештәргә, йырҙың йөкмәт­ке­һенә, ижади алымдарға баҫым яһаны. Ә икенсе команда йырсылары менән вокал уҡытыусылары махсус шөғөлләнә ине. Уларҙа башҡарыу техникаһы ныҡлы эшләнде.

– Командала конкурентлыҡ көслөмө? Ғәҙәттә, шоу-бизнеста төрлө интрига күп була...

– Юҡ, интригаларға ваҡыт юҡ. Беҙҙең арала дуҫлыҡ булды. Күңелле итеп аралаша инек, бер-беребеҙҙе конкурент күрмәнек. Сергей Мушта, Шаэн Оганесян менән һаман да бәйләнеш тотам.

– Проекттың финал осоро хәтереңдә нисек ҡалды?

– Матур ҙа, ҡурҡыныс та төш кеүек. Декабрь айы, сессия ваҡыты. Имтихандар, зачеттар, улар араһында – оҙайлы репетициялар, йырҙар өйрәнеү, тапшырыуға төшөү... Тура эфирҙар күп булды. Ҡурҡыу, тулҡынланыу, ашҡыныу, дәрт һәм башҡа төрлө меңәрләгән күңел кисереше... Студиянан дөйөм ятаҡҡа тиклем – сәғәт ярымлыҡ юл. Төнгө сәғәт 12-лә ҡайтам да, ашарға ла хәл ҡалмай, йоҡлап китә инем. Ике имтиханды кисектереп торорға ла тура килде.
Нисек кенә булмаһын, мин башлаған юлды аҙағына тиклем алып барып еткерергә тейеш инем. Матур һәм лайыҡлы итеп. Ошо маҡсат көс-ҡеүәт бирҙе.

– Йырсы ҡыҙҙың юғары белемде математика йүнәлешендә алыуы бер аҙ аптырата. Һәм ҡайҙа әле, Мәскәүҙең үҙендә!

– Өлкән кластарҙа уҡығанда өс йүнәлеш буйынса һайлау алдында торҙом: йыр, режиссерлыҡ һәм математика. Бик оҙаҡ икеләнгәндән һуң, һуңғыһын һайланым. Был фәнде электән яраттым, олим­пиадаларҙа ҡатнашып йөрөнөм. Һандар, ҡатмарлы формулалар менән эшләү миңә файҙаға ғына, хыялланырға яра­тыусан романтик булмышымды улар бер аҙ “ергә яҡынайта”.
Ниңәлер элек-электән Мәс­кәү тураһында ғына хыялландым. Әсәйемдәр Өфө йә Ҡазан университетына барырға тәҡ­дим итте, тик ризалашманым. Тыуған йорттан айырылыуы тәүге осорҙа ауыр ине, һағы­нып илаған ваҡыттар ҙа булды. Шулай ҙа өйҙәгеләргә һиҙҙер­мәнем, ни тиһәң дә, үҙем һайлаған юл ине бит. Хәҙер инде өйрәндем. Етмәһә быйыл Башҡортостанда үткән концерт-фестивалдәрҙә сығыш яһарға саҡырыу буйынса йыш ҡайтып йөрөнөм.

– Һабаҡташтарыңдың, уҡытыусы­ларыңдың һиңә мөнәсәбәте нисек? Имтихандар мәлендә ташламалар буламы?

– Университетта минең уңыштарымды беләләр, хуплайҙар, маҡтайҙар. Тап­шырыуҙы ҡарап, мине ҡеүәтләп торҙолар. Башҡа факультеттан студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа килеп, танышып китәләр. Тик имтихандар ваҡытында миңә башҡалар менән бер талаптар ҡуйыла. Сөнки беҙҙә талантлы һәм спорт алдынғыһы булған йәштәр күпләп белем ала. Концерттарға ебәрәләр, әммә ҡалдырылған дәрестәрҙе үҙаллы үҙләштерергә тейешмен.

– Интернет бөгөн аралашыу майҙанын үтәй, социаль селтәрҙәрҙә һиңә иғтибар бермә-бер артты. Аралашырға ваҡыт ҡаламы? “Ҡара тәнҡит” комментарийҙарына иғтибар итәһеңме?

– Хаттар күп килә, мөмкин тиклем яуап яҙырға, рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә тырышам. Тик һәр саҡ интернетта ултырырға ваҡыт булмай. Башлыса хуплау һүҙҙәре яҙалар. Шулай уҡ кире эмоцияларға тулы хәбәрҙәр ҙә, комментарийҙар ҙа осрай. Тәүҙә күңелемә яҡын ала инем. Бигерәк тә проект барышында ҡыйын булды. Киләһе этапҡа үтә алмаған конкурсанттарҙың дуҫтары, туғандары кире фекерҙәрен күп яҙҙы. Аҙаҡ үҙ-үҙемде уларға иғтибар итмәҫкә яйланым, сөнки ундай кисерештәр менән еңеү яулау, алға барыу бик ауыр. Тәнҡит булғас, ул йырға йәки башҡарыу оҫталығына ҡағылырға тейеш. Ә башҡа һүҙҙәр – көнләшеү хисе йә күңел бысраҡлығы ғына. Хәҙер инде маҡтауҙарға маһаймаҫҡа, тәнҡиттәргә күңел төшөрмәҫкә өйрәндем.

– Рушана, йәйге ялдарыңды быйыл нисек үткәрҙең?
– Мәскәү ритмынан һуң Талбазылағы тынлыҡҡа өйрәнеп китеүе бер аҙ ҡыйын булды. Сентябрь-октябрь айҙарында Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларына концерттар ҡуйырға ниәтләгәс, ялдар башлыса ижад менән үтте. Яңы йырҙар өйрәндем, әҙерлек эштәре лә күп булды. Туғандар, дуҫтар менән аралаштым. Ҡыҫҡаһы, ялдарҙа ял итмәнем.

– Бындай ҙур концерттар, ғәҙәттә, килем килтермәй, тиҙәр...

– Әлеге ваҡытта минең аҡса эшләргә тигән маҡсатым юҡ. Бары матур итеп тәүге концертымды ойоштороп, тамашасылар алдында сығыш яһарға теләйем. Әлбиттә, залды арендалау, сәхнә ҡорамалдары табыу, реклама һәм башҡа ойоштороу эштәре сығымдар ғына түгел, ваҡыт та талап итә. Уларҙы атҡарып сығырға ярҙам иткән атай-әсәйемә оло рәхмәтемде еткергем килә.

– Продюсер менән эшләү еңелерәк булмаҫ инеме?

– Ойоштороу һәм финанс мәсьәләләре буйынса еңелерәк булыр ине. Тәҡдимдәр булды, әлегә баш тартып киләм. Беренсенән, продюсерҙың күҙаллаған форматында ижад итергә кәрәк буласаҡ. Ә минең үҙем ижад икән йырҙарҙы күңелем ҡушҡанса башҡарғым килә. Икенсенән, әле минең төп эшем – уҡыу. Ижадҡа буш ваҡыттарымды ғына бүлә алам. Ике йылдан, ҡулға диплом алғас, был турала ныҡлап уйлаясаҡмын.

– Башҡорт эстрадаһы менән ҡыҙыҡһынаһыңмы? Үҙеңә ижадташ дуҫтар таптыңмы?

– Әлбиттә! “Голос” проектының тауыш биреү этабында күп йырсы миңә ярҙам итте. Интернет аша аралашабыҙ, концерттар ваҡытында ла минең менән үҙ күреп аралашалар. Бигерәк тә ихлас күңелдән көс-ҡеүәт биреп тороусы Зәйнетдин оҡшай.

– Нурия апай, баланың Мәскәүҙә уҡыуы, ижад итеүе иң тәүҙә ата-әсәнең кеҫәһенә һуға. “Әлегә уҡы, аҙаҡ...” – тигән өгөтләүҙәр булманымы?
Нурия Урал ҡыҙы:

– Рушана бала саҡтан ҡиммәтле кейем- һалымға, биҙәүестәргә битараф булды. Хәҙер ҙә артыҡ ихтыяжы юҡ. Икенсенән, ул университеттың бюджет бүлегендә уҡый, шуға ла әллә ни сығым китмәй. Ижадҡа килгәндә, күберәк үҙенең көсө менән алдыра. Йырҙарҙы үҙе ижад итә, аранжировканы ағаһы йә дуҫтары эшләй.
Әлбиттә, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Сөнки баланың талантын үҫтереү, башланғыстарына булышлыҡ итеү – ата-әсәнең бурысы. Уның киләсәге хәл ителә.

– Рушана, киләсәккә үҙеңә ниндәй ижади маҡсаттар ҡуяһың?

– Хәҙер инде “Голос” проектынан арынып, үҙаллы Рушана Вәлиева тигән йырсы булырға теләйем. Башлаусы артист булараҡ, “Голос” тормошомда үтә лә мөһим роль уйнаны, билдәлелек яуларға ярҙам итте. Әммә һәр ваҡыт уның исеме артында йәшәп булмай, артабан үҙ юлымды табырға тейешмен.

– Әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Алда үтәсәк концерттарҙа һиңә уңыштар насип булһын!



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа