RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

йәки Венер Камалов опера театрына эшкә күсәме?

Уға 50 йәште бер кем дә бирмәй: һаман да йәш, матур, һомғол һәм мөләйем. Һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған сәхнә кешеһе тап шулай булып ҡалырға тейеш тә. Заманында моңло йырҙары менән меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙы үҙенә ғашиҡ иткән актер, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер КАМАЛОВ бөгөн дә рәхәтләнеп ижад итә. Беҙ алтын юбилейы алдынан уның менән бер аҙ әңгәмә ҡороп алырға булдыҡ.

– Ғәҙәттә, ир-егеттәргә матурлыҡ тураһында һорау бирмәйҙәр. Әммә һеҙҙең йәштәр көнләшерлек ҡиәфә­тегеҙгә, хәрәкәттәрегеҙгә ҡарап, бының серен һорамай булдыра алмайым.
– Уның бер генә лә сере юҡ: матур булайым тип диета тотмайым, тиремә махсус крем, маска һылап ултырмайым. Хатта сәсемде лә буяғаным юҡ – үҙе ҡара. Был гендарҙан килә: өләсәйем өлкәнәйеп мәрхүмә булды, сәстәре ҡара ине. Үҙ-үҙемде йәлләү, һаҡлау тураһында уйларға ла ваҡытым юҡ: бөтә йәнем-тәнем менән ижад итәм. Шәхси йортта йәшәгәс, ауыр эштәрҙе лә үҙем башҡарам.

– Ә гүзәл зат һеҙгә һаман да хаттар яҙамы? Ғөмүмән, тамашасылар тарафынан даими иғтибар ялҡытмаймы?

– Тамашасылар яғынан шундай ҡыҙыҡһыныу булмаһа, артист булып эшләү кәрәкме икән? Һөнәрем иғтибар үҙәгендә, кешеләрҙең танышырға ынтылыуы, һүҙ ҡушыуы, хаттар яҙыуы миндә бер ваҡытта ла ҡәнәғәтһеҙлек тыу­ҙырманы. Сөнки быға әҙер инем. Кешеләр менән һәр ваҡыт ябай, тыйнаҡ аралаштым. Ә хаттарға килгәндә, ҡайһы берҙәре һаман да һаҡлана. Уларҙы элегерәк гастролдәрҙән сумкалап алып ҡайта инем. Хәҙер ҙә иғтибар тоям, әммә йәшлектәге кеүек түгел (көлә – авт.).

– Бала саҡта билдәле кеше булырмын, тип уйланығыҙмы? Йырсы һәм актер һөнәрҙәре араһында өҙгәләнеү булдымы?

– Билдәле булыу тураһында уйланманым. Төпкөл ауылда тыуып буй еткерҙем, телевизор күрһәтмәне. Саф башҡорт мөхитендә үҫтем: мәктәп һәм өй тәрбиәһе көслө булды. Концерттар һәм спектаклдәр менән килгән артистар ауыл халҡының көтөп алған ҡунағы ине. Шул спектаклдәрҙе ҡарап, гел генә театр артисы булырға хыялландым. Тыуған ауылымда 8-се класты тамамлағас, артабан ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау тыуҙы. Күрше ауылға йөрөп уҡығым килмәне: иҫке интернатта йәшәгән, ял көндәрендә йәйәү ҡайтып йөрөгән туғандарымдың ыҙаларын күреп йөрөнөм. Шуға күрә Өфөгә, сәнғәт училищеһына килергә булдым. Әммә килгәс кенә унда театр факультеты юҡлығын белдем. Вокал бүлегенә лә 8-се кластан һуң килгән балаларҙы, айырыуса малайҙарҙы алып бармайҙар – тауыш мутация осорон үтә. Бәхетемә күрә: “Матур егет, тауышы ла, моңо ла бар. Хәҙер уҡырға алмаһаҡ, техник уҡыу йортона бара ла, ике йылдан бында ҡабат килеп тә тормаясаҡ”, – тип кенә мине уҡырға алдылар. Тырышып уҡыным, тәүге курс­тарҙа һабаҡташтарымдан 1 – 2 сәғәткә алдараҡ килеп, музыка, сольфеджио менән шөғөлләнә инем, шулай уҡ мәктәп программаһын да уҡырға тура килде.
Әммә хыялдарым үҙгәрмәне. Өфөгә килеп, театрҙарға йышыраҡ йөрөй башлағас, актер булырға тигән теләк тағы ла көсәйеп китте. Ҡулға диплом алыу менән уйлап та тормайынса артабан уҡыу өсөн Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә барҙым.

– Һеҙ йырсы булараҡ сағыштырмаса һуң танылыу яуланығыҙ...

– Училищела уҡыған саҡта студент­тарға концерттарҙа сығыш яһау, гастролдәргә йөрөү тыйыла ине. Академик йырлау класында уҡығас, эстрада йырҙарын өнәп бөтмәнеләр. Театр факультетында уҡығанда дуҫтар, курсташтар менән бер-беребеҙҙең тыуған яҡтарына барып, ауылдар буйлап концерттар ҡуйып ҡайта инек. Музыка инструменттары юҡ, микрофонһыҙ, тере тауыш менән баян-ҡурай моңдарына концерт ҡуйҙыҡ. Ауылдан-ауылға аттар, йөк машиналары менән йөрөнөк, яҡын ара булһа, йәйәү ҙә сығып киткән осраҡтар булды.
Ә республика кимәлендә танылыуҙы театрҙа эш башлағас яуланым. Йәш­тәрҙең күтәрелешле йылдары ине ул. Осрашыуҙар, дискотекалар, фести­валдәр ойошторола, башҡорт эстрадаһы үҫешә башланы. 1994 йылда “Урал моңо” конкурсында ҡатнашып ҡарарға булдым. “Алмағастар” һәм “Там, тамсы, там” йырҙары менән сығыш яһап, 2-се урынды яуланым. “Йәшлек” гәзитенең махсус призын да алып, тәүге битендә ҙур фотом баҫылып сыҡты, минең турала мәҡәлә лә яҙылғайны. Һәм икенсе көндө “йондоҙ” булып уяндым.

– Шул билдәлелек менән файҙаланып, йырсы карьераһы эшләү теләге уянманымы?

– Тәҡдимдәр күп булды. Тик театр ижад өсөн ҡамасау түгел: бер осорҙа күп йыр яҙҙырҙым, аудиоальбомдар сығарҙым. Отпуск мәлдәрендә, ялдарымда концерттар менән гастролдәргә йөрөнөм. Бер нисә айырым концерт ҡуйҙым. Эстрада, минең фекеремсә, ул йәштәр ижады. Ә кеше мәңге йәш булып ҡала алмай. Үҫеп килгән быуындың үҙ кумиры, үҙ йыры бар. Мин дә яйлап йырҙан алыҫлаштым, ролдәремә күңелемде күберәк һалдым. Театр ауырлыҡтар кисергән мәлдәрҙә лә уға тоғро ҡалдым.

– Һеҙ шулай уҡ телевидение менән дә хеҙмәттәшлек итәһегеҙ...
– Башҡортостан телевидениеһы, айырыуса “Тамыр” телеканалы менән мине элек-электән дуҫлыҡ һәм ижад ептәре бәйләй. Студент йылдарында осраҡлы ғына Сәрүәр Суринаның тәҡдиме менән әкиәт уҡып, яҙма эшләнек. Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова тап шул мәлдә балалар студияһы асыу мәшәҡәттәре менән йөрөгән. Яҙманы күреп, мине оҡшатҡан да, эшкә саҡырҙы. Шулай итеп,“Тамыр” студияһының иң тәүге хеҙмәткәре булып киттем. “Сәңгелдәк”тең дә тәүге алып барыусыһы инем. Уҡыуҙы тамамлағас, нисек кенә өгөтләмәһендәр, унда ҡалманым. Шулай ҙа байтаҡ фильмда, тапшырыуҙа ҡатнашам, һуңғы йылдарҙа “Тәмле” тапшырыуында эшләнем.

– Үҙегеҙ бешеренергә яратаһығыҙмы һуң?
– Эйе, элек йыш бешерендем. Бала саҡта хатта ҡамыр аштарын да әҙерләй торғайным. Сәнғәт юлынан китмәһәм, билдәле шеф-повар булыр инем, моғайын. Ғаилә ҡорғас, аш-һыу әҙерләү вазифаһы ҡатыныма тапшырылды. Шулай ҙа һирәкләп булһа ла ғаиләмде французса бешерелгән ит, манты менән һыйлайым.

– Ҡатынығыҙ һеҙҙең эште аңлаймы?
– Ижадсылар ижадсы менән ғаилә ҡорорға тырыша. Ә мин, киреһенсә, буласаҡ ҡатынымдың сәхнә кешеһе булыуын теләмәнем. Ҡатыным Лилиә менән бер ауылда тыуып үҫтек, училищела уҡып йөрөгән йылдарҙа уҡ дуҫлаша баш­лағайныҡ. Ғаилә ҡормаҫ элек үк минең гастролдәрҙә йөрөүемде, төнгә тиклем эшләүемде белде. Шуға ла беҙҙең арала эш буйынса бәхәстәр, аңлашылмаусан­лыҡтар булманы.

– Интернет киңлектәренә сығарған һуңғы йырығыҙҙы ҡыҙҙарығыҙ менән бергә башҡараһығыҙ. Уларҙа сәхнәгә ынтылыш бармы?
– Дилбәр менән Гөлдәр бер мәл музыка менән шөғөлләнде. Хәҙер уларҙы күберәк һынлы сәнғәт ылыҡтыра. Ә йырға килгәндә, былтыр “Сулпылар” тапшырыуында жюри ағзаһы булараҡ ҡатнаш­ҡайным, гала-концертта Ғаилә йылына арналған номер менән сығыш яһарға тәҡдим булды. Ҡыҙҙар сәхнәгә сығырға артыҡ атлығып тормай, кәрәк булғанға ғына ризалыҡ бирҙеләр.

– Һәр һалдат генерал булырға хыялланған кеүек, һәр актер Гамлет йәки Ромео роле тураһында хыяллана, тиҙәр. Был һеҙгә ҡағыламы?

– Үлә яҙып ниндәйҙер ролде башҡа­рырға хыялланманым. Классик образ­дар­ға ҡарағанда, күңелемә һәр ваҡыт милли драматургия яҡын булды. Әйткәндәй, мине яҡшы белгән тамашасылар: “Эске мәҙәниәт, тотанаҡлыҡ менән ауыл малайына оҡшамағанһың, һин аристократҡа тартым”, – тиҙәр. Шуға ла уйнаған классик ролдәрем уңышлы килеп сығалыр.
Ролдәрһеҙ интеккәнем булманы, шөкөр. Хатта арып киткән осор ҙа булды: көн дә репетициялар, спектаклдәр. Башҡорт труппаһында иң күп роль миндә шикелле. Айына 35–40 тапҡыр сәхнәгә сыҡҡаным бар. Был – артист өсөн оло бәхет.

– Ә ижадтан тыш хыялдарығыҙ тормошҡа аштымы?
– Мин бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡороп йәшәмәнем. Кем икәнемде белдем, тойҙом, аңланым һәм үҙемдән бейегерәк һикерергә маташманым. Кәм булмаҫҡа тырыштым, артығы кәрәкмәне. Бәлки, бейегерәк маҡсаттар ҡуйһам, уңыштар ҙа күберәк булыр ине. Әммә булғанынан ҡәнәғәтмен. Байлыҡҡа ла артыҡ ҡыҙыҡманым. Ярты ауыл килеп ҡунаҡ булырлыҡ өйөм, матур ғаиләм, яратҡан эшем бар, донъя имен. Тағы ла нимә кәрәк? Һаулыҡ ҡына булһын.

– Алтын юбилейығыҙ айҡанлы һеҙ тамашасылар алдында Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа” комедияһы менән сығыш яһайһығыҙ.
– 30 йыл буйы театрҙа эшләгәс, 50 йәшлек юбилейымды спектакль менән билдәләп үтеү кәрәктер, тигән фекергә килдем. Быйылғы ижад миҙгеле ваҡи­ғаларға, премьераларға үтә бай булды. Бенефисыма пьесаны режиссер Рөстәм Хәкимов үҙе тәҡдим итте. Уны 20 йыллап элек Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры ҡуйы­уында ҡарағайным. Быйылғы гастрол­дәре ваҡытында барманым: ҡабатлау булмаһын, тип уйланым. Әҫәрҙә өс ир-егет роле бар, әһәмиәте һәм кимәле буйынса барыһы ла бер тигеҙ. Мин баш­ҡарған Фәндәс роле өсөн Фәүзиә Ғәй­заман шиғырҙарына махсус йырҙар ижад итергә тәҡдим булды. Миңә ҡалһа, улар пьесаны бик үҙенсәлекле итеп биҙәй. Темаһы ла тап килә, йөкмәткеһе лә матур.

– Тимәк, йырҙарығыҙҙы һағынған тамашасылар өсөн бүләк юҡ...

– Буласаҡ. Алдағы ижад миҙгелендә концерт ҡуйырға тигән теләгем бар. Әлеге ваҡытта һөйләшеүҙәр алып барыла. Йәйге ялдар үтеп, ижад миҙгелен асҡас, теүәл датаһы билдәле буласаҡ. Үҙемдең академик йырлау класында бе­лем алыуымды иҫемә төшөрөп, Башҡор­тостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры менән сығыш яһарға уйлайым. Ә икенсе бүлек ретро һәм эстрада йырҙарынан торасаҡ.

– Һеҙ, моғайын, юғары белемде лә вокал бүлегендә алһағыҙ, опера театры «йондоҙо» булыр инегеҙ...

– Был турала бөтөнләй уйлағаным юҡ. Актер булыуым менән бәхетлемен.

– Ә һеҙгә эш башлаған Йәш тамашасылар театры яҡынмы әллә бөгөнгө Милли йәштәр театрымы?

– Театр – ул тере организм, тормоштоң көҙгөһө. Ил тарихы, ваҡыт менән бергә ул да үҙгәрә. Бөгөн йәшәү һәм эшләү шарттары күпкә яҡшыраҡ, шөкөр итергә кәрәк. Шулай ҙа элекке театрҙағы йәшлек йылдары һағындыра. Бәләкәй генә бүлмәлә эшләнек, барыбыҙға ултырырға урын да етмәй ине. Һыуыҡ автобустарҙа йөрөнөк. Шулай ҙа ул саҡта йәш инек....

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Алтын юбилейығыҙ ҡотло булһын!



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк