RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»

20.04.2019 Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем романтикаға тартыла»

Уның тормошо ла, булмышы ла сер һандығы кеүек. Таланттарға бай Баймаҡ ҡыҙы күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан. Шулай ҙа киләсәккә хыялдар менән түгел, ә аныҡ маҡсаттар менән йәшәй ул. Ихлас һәм эскерһеҙ, мөләйем һәм көләс, талантлы һәм тыйнаҡ.

Ошо сифаттарҙы үҙенә йыйған Лилиә РӘСҮЛЕВА матур юбилейы алдынан тормошона фотоһүрәттәр аша бер аҙ байҡау яһай.



Мин – өләсәй тәрбиәһе алып үҫкән баламын. Мәвсүфа өләсәйем 85 йәшенә етеп мәрхүмә булды. Биш намаҙын ҡалдырмаған, иманлы әбей йор һүҙле, ихлас кеше ине. “Ла-ла, ла-лаа”, – тип йырлап йөрөһәм, ул: “Ҡыҙым, Ал-ла, Ал-ла тип йырла, сауап булыр”, – ти торғайны. Бер яҡтан, талапсан да булды, шул уҡ ваҡытта беҙҙе иркәләргә лә онотманы. Бала тыуғас, йәш әсәгә ярҙамсы һәм яңы мәшәҡәттәрҙе өйрәтеүсе кеше кәрәк. Улым тыуғанда әсәйем эшләй ине, Өфөгә оҙаҡҡа килә алманы. Бала бағырға, әсәй булырға өләсәйемдән өйрәндем. Бүләсәрен дә ҡулына алып, доғалар уҡып, фатиха бирергә өлгөрҙө.


Әсәйем Нәзирә Ҡотлоғужа ҡыҙы талантлылар нәҫеленән, бер туған ағаһы Әсҡәт Йәнбәков – Башҡортостандың халыҡ артисы. 30 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләүенә ҡарамаҫтан, йыр-моңдо ташламаны. Йәш сағында уға Төркиә сәхнәләрендә сығыш яһарға тура килгән. Беҙгә, ҡыҙҙарына, ҡарата талапсан булды. “Ҡыҙҙарҙы 40 урындан тый!” – тигән әйтемгә ярашлы тәрбиәләне. Шуғалыр ҙа бала саҡта артыҡ оялсан, тыйнаҡ булдым. Сәхнәгә сыға башлағас ҡына ҡыйыулыҡ барлыҡҡа килде, оялыу хистәрен еңергә өйрәндем.

Ә һеңлем Айгөл – минең иң яҡын дуҫым, әхирәтем, серҙәшем. Ул атайыма оҡшаған: етди, төплө фекерле, талапсан кеше. Йырларға яратһа ла, сәнғәт юлынан китмәне. Табип һөнәрен һайланы, Өфөлә йәшәй. Йыш осрашып, аралашып торабыҙ. Ике генә бөртөкбөҙ бит, шуғалыр ҙа бер-беребеҙгә йәндәр тартыла. “Һин – апай кеше!” – тип, миңә бала саҡтан яуаплылыҡ тойғоһо һалынды. Ул саҡта, бәлки, миңә көс күберәк төшкәндер, әммә хәҙер һеңлем миңә ныҡлы терәк булып тора.

Элек-электән күңелем роман­тикаға тартылды. Сәйәхәт итергә яраттым, төрлө эҙләнеү эше алып барырға хыялландым. Шуға ла, мәктәпте тамам­лағас, Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға индем. Студент йылдарында экспедицияларға йөрөп, Башҡортостан ғына түгел, Силәбе өлкәһенең матур ерҙәре менән таныштым.

Һаман да күңелем сәйәхәткә ынтыла. Үҙебеҙҙең республикамы, Рәсәй төбәк­тәреме, сит илме – ашҡынып юлға сығам. Яңы ерҙәр күңел офоҡтарын киңәйтә, йәшәүгә яңы һулыш бирә, тип иҫәпләйем.

Өфө ҡалаһына килгәс, студент йылдарында Йәштәр һарайындағы “Йәншишмә” ансамблендә йырлай башланым. Шул саҡта уҡ етәксебеҙ Әмир Әхмәт улы Әбделханов миңә йыр менән профессиональ рәүештә шөғөлләнергә тәҡдим итте. Шул уҡ йылда композитор Салауат Низаметдинов менән танышҡайным, ул да Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға саҡырҙы. Беҙ аҙ икеләнеп йөрөгәндән һуң вокал бүлегенә имтихандар биреп ҡарарға батырсылыҡ иттем. Шулай итеп, йыр һәм сәнғәт донъяһына ныҡлап барып индем. Училищенан һуң Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы бүлеген тамамланым.

Нимәһе ҡыҙыҡ: мин, Лилиә Ишемйәрова һәм Лилиә Динисламова бер курс­та уҡыныҡ. Үҙ-ара ныҡ татыу булдыҡ, “Өс Лилиә” тигән төркөм ойоштороп, сығыш яһап йөрөгәнебеҙ хәтерҙә. Әйткәндәй, беҙ һаман да аралашабыҙ.

Кейәүгә, “аҡыл ултырғас”, 26 йәшемдә генә сыҡтым. Ирем Рөстәм менән “Йәншишмә” ансамбленең юбилей концертынан һуң таныштыҡ. Ул минең менән аралашыр өсөн сәхнә артына килгәйне, тиҙ арала дуҫлашып киттек. Тәү ҡараштан ҡабынған мөхәббәт булманы. Рөстәм үҙенең йылы мөнәсәбәте, тәрбиәһе, мәҙәниәтле булыуы, ярҙамсыллығы менән күңелемде яйлап, әммә мәңгелеккә яуланы. Дүрт йылға яҡын дуҫлашып йөрөгәс, 3-сө дипломымды ҡулыма алғас ҡына өйләнештек. Ирем бер генә тапҡыр гастролгә сығыуыма ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Шул саҡта ҡәйнәм Ирина Нәжип ҡыҙы ипләп кенә: “Һин бит үҙең теләп йырсыға өйләндең, хәҙер уның эшенә ҡаршы төшмә”, – тип кәңәш бирҙе. Шунан һуң беҙҙең арала был темаға ҡағылышлы бәхәс булманы. Тимәк, рәхәтләнеп ижад итеүемдә ҡәйнәмдең дә фатихаһы ҙур.

Улыбыҙ Айҙар – студент, ҡыҙыбыҙ Зарема мәктәптә уҡып йөрөй. Улымдың йырға ла, актерлыҡҡа ла һәләте бар. Мәктәп йылдарында сәхнәлә йөрөһә лә, иҡтисад белгесе булырға ҡарар итте. Ә Зарема әлегә буласаҡ һөнәрен аныҡламаған.

Йәш саҡта һәр кем үҙенең күңеленә яҡын тема – мөхәб­бәт тураһында йырлай. Йәшәй-йәшәй донъяға ҡараш та, йырҙарҙың темаһы ла үҙгәрә: хәҙер инде тормош тураһында фәлсәфәүи йырҙарҙы күберәк башҡарам. Үҙем­дең яҙмышымды сағыл­дырғандары ре­пертуарымда байтаҡ.

Әсәйем гел генә халыҡ йырҙарын йырланы. “Ғилмияза”, “Таштуғай”ҙы тап унан отоп алдым. Ә “Сыңрау торна”ның бер варианты булған “Күл буйы” йыры ниндәйҙер кимәлдә визит карточкама әйләнде. Уға клип та төшөрөлдө. Студент йылдарында халыҡ йырҙарын ныҡлы өйрәндем, был йәһәттән уҡытыусым Флүрә Килдейәроваға рәхмәтлемен. Гастролдәр, концерттар араһында буш ваҡыт табып, беҙҙе оҙон көйҙәрҙе дөрөҫ башҡарырға өйрәтте. Бер осор тик халыҡ ижадын ғына башҡарырға тигән теләк бар ине, әммә башҡарған эшемдең талаптары буйынса, башлыса эстрада йүнәлешендә сығыш яһарға тура килде.


Йәшәй-йәшәй тәжрибә туплана. Мин дә хәҙер тормошҡа еңелерәк ҡарарға, ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы сабыр ғына үткәрә белергә кәрәклеген аңланым. Ҡатын-ҡыҙға хас булырға тейеш мөһим сифат ул.

Бер яҡтан, асыҡ күңелле, ихлас һәм ышаныусан кеше булыуым арҡаһында зыян күргән осраҡтар күп булды. Айырыуса аҡсаға бәйле йыш алданырға тура килде. Ундайҙарҙан алыҫ булырға тырышам, әммә күңелде ҡатырырға ярамай. Ғәфү итәм, ә ҡалғанын Аллаһы Тәғәлә үҙе хәл итер.

Бөгөн киске сәғәт 7-лә баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында БР-ҙың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА “Күңелемдә – моңло яҙ” йырлы-моңло тамашаһын үткәрә. Йырсы тәүге соло концертын ижадының 25 йыллығына бағышлай. Унда ижадташ дуҫтары Бибисара Азаматова, Марат Шәйбәков, Флера Шәрипова, Рәил Өмөтбаев, “Ант” төркөмө һәм башҡалар ҡатнаша. Концертҡа рәхим итегеҙ!



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк