RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Тормошомда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен”

02.04.2019 “Тормошомда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен”

йәки Искәндәр Ғәзизов ни өсөн этлек уйламай

29 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында талантлы йырсы Искәндәр ҒӘЗИЗОВТЫҢ концерты буласағын күптән белә инем. Әммә осрашып, әңгәмә ҡорорға һис кенә лә яй сыҡманы: артист репетиция һәм гастролдән арына алманы. Ниһайәт, Силәбе өлкәһендәге ун көнлөк гастролдән ҡайтып, Ханты-Манси автономиялы округында үткән халыҡ-ара фестивалгә юлланыр алдынан (иртәнге сәғәт 8-ҙә), йырсы менән осрашып, ижад хаҡында һөйләшергә форсат табылды.

– Искәндәр, юл йөрөү, гас­тролдәр, йыш сығыш яһау арытмаймы?

– Мин үҙем тормошта тын­ғыһыҙ кеше. Әлбиттә, тауыш бер аҙ арып киткәндә, ял иттереп алырға кәрәк. Шулай ҙа оҙағыраҡ йырламай торһаң, киреһенсә, ул тоноҡланғандай була. Концерт алдынан күнек­мәләр үткәреү бушҡа түгел бит ул. Йышыраҡ йырлаған һайын оҫтараһың, тауыштың яңғырашы ла арта.

– Тимәк, артист тормошо һине һаман да ялҡытмаған?
– Юҡ. Әлеге ваҡытта респуб­ликабыҙҙа тормош гөрләй: Башҡортостандың 100 йыллы­ғын байрам итәбеҙ, филармонияла ижад миҙгеленең уттай ҡыҙыу ваҡыты, бер-бер артлы төрлө конкурс, фестиваль, ижад кисәләре үтә. Һәм миңә ошондай ҡыҙыу мәл барышы оҡшай ҙа инде. Яратҡан эшем булыуына шатланам. Әсәйем мәрхүмә һәр ваҡыт: “Эше күп булһа, кешенең этлек уйларға ваҡыты булмай”, – тип әйтә торғайны. Ошо һүҙ­ҙәрен иҫләйем дә, уның хаҡлы булыуына инанам. Йүгереп йө­рөп яратҡан эшемде башҡарғас, насарына ваҡытым ҡалмай.

– Һинең халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарғаныңды беләбеҙ. Шулай ҙа эстрада йырсыһы булараҡ танылыу яуланың.
– Эстрада – ул заман талабы. Сөнки халыҡ йырҙары менән генә тамашасы­ларҙы концерт­тарға йәлеп итеп булмай. Ә халыҡ йырҙарына килгәндә, мин уларҙы башҡармаған йырсыны йырсыға ла һанамайым. Хәҙер күптәр универсаль: халыҡ йырҙарын да, ретро, классик әҫәрҙәрҙе лә һәм, әлбиттә, эстраданы ла үҙ итә. Был һәйбәт күренеш: бер йырсы һәр быуын вәкиленең зауығына тап килерлек сығыш яһай ала. Репертуарымда йөҙҙән ашыу йыр бар, халҡыбыҙ мираҫына ла иғтибарым ҙур.

– Репертуарҙы нисек һай­лайһың?
– Иң тәүҙә йыр һүҙҙәренең мәғәнәһенә иғтибар итәм. Икенсе талап – ул ошо һүҙҙәргә тап килгән, уны тамашасы күңе­ленә еткергән моң. Яңы концерт программаһы өсөн Мөҙәрис Ғизетдинов, Зифа Нагаева, Реваль Хисмәтуллин, Юлай Үҙән­баев­тар менән хеҙмәттәшлек иттем. Улар ижад иткән өр-яңы йырҙар тиҙҙән тамашасы хөкө­мөнә сығасаҡ. Шулай уҡ халыҡ күңеленә һеңгән, ретро йырҙар иҫәбенә ингән “Ҡарағай урманында”, “Һин киткәнгә көймә­йем”, “Парлы шыршылар” һәм башҡаларҙы ла йырламайынса булмай.

– Билдәлелек яулаһаң да, үҙеңдең ябайлығыңды юғалт­майһың. Тамаша­сыларың менән сәхнәнән дә, урамда осратып һөйләшкәндә лә ихлас арала­шаһың. Был тәрбиәнән киләме?
– Беҙ барыбыҙ ҙа бер ерҙән йөрөйбөҙ, тимәк, Аллаһы Тәғәлә алдында бер тигеҙбеҙ. Шәфҡәт туташымы һин, уҡытыусымы, министрмы әллә ябай эшсеме – һауаланырға ярамай. Миңә тәбиғәттән һәләт бирелгән икән, халҡым өсөн йырлайым. Бар ғүмерен балаларға белем би­реү­гә арнаған әсәйем мәрхүмә беҙҙе, ябай, ихлас кеше булып ҡалығыҙ, тип өйрәтте һәм был тәрбиә ҡаныбыҙға һеңгән. Ябайлыҡта – бөйөклөк кенә түгел, матурлыҡ та.

– Йырсы булыу бала саҡ хыялыңмы?

– Бала саҡта хыялдар күп була. Иң тәүҙә машинист булырға хыялландым. Ауылды икегә бүлеп тимер юлы үтә, атайым шунда эшләне. Поезд тәгәрмәстәре­нең бер ритмда әйләнеүе ҡолағыма ғына түгел, күңелемә һеңгән. Әле мин баш ҡаланың “Яркий” микрорайонында йәшә­йем, эргәләге тимер юлдан таныш тауыштар ишетелһә, үҙем­де тыуған ауылыма ҡайт­ҡандай хис итәм. Үҫә килә нефтсе, аҙаҡ хирург булырға хыяллана башланым. Кеше­ләрҙе дауалау изге эш икәнен беләм. Тик минең яҙмышыма йыр менән кешеләрҙең күңелен дауалау насип булған. Бала саҡтан йырлап, гармунда уйнап йөрөгәс, сәнғәт юлынан китеүем бер кемде лә аптыратманы.

– Һине бер ваҡытта ла конкурстарҙа жюри ағзаһы булғаныңды күргән юҡ...
– Саҡырыуҙар бар, тик һәр ваҡыт баш тартам. Әле кеше баһаларлыҡ йырсы түгелмен. Жюри ағзаһы булыу бик яуаплы һәм ауыр эш.

– Тыуған яҡтар һағындырамы? Йыш ҡайтаһыңмы?
– Һағыныуҙы көтөп тормайым: ял көндәрендә буш булһам, машинаға ултырабыҙ ҙа Зөйәккә табан (Белорет районы – авт.) елдерәбеҙ. 150 саҡрым тимер ат өсөн алыҫ түгел. Аллаға шөкөр, атайым, туғандарым, дуҫтарым ҡолас йәйеп ҡаршы алып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем һигеҙ йыл элек мәрхүмә булды.
Ауылымда шатлыҡлы ваҡиға: үткән йыл өр-яңы ФАП ишек­тәрен асҡайны, быйыл мәҙәниәт йорто төҙөләсәге тураһында хәбәр иттеләр. Быға тиклем концерттар менән мәктәптә сығыш яһай инек.
Ауылым Гүзәл Ситдикова, Зәки Әлибаев, Рәйес һәм Фәйз­рахман Исмәғилевтар, Зилә Аҙнабаева, Нур Ҡәҙербаев һәм башҡа шәхес­тәре менән дан тота. Матур, ҙур һәм таланттар төйәге булған ауылда мәҙәниәт йорто күптән кәрәк ине.

– Һирәк эләккән ялдарың нисек үтә?
– Тыныс ҡына ятып ял итеү минең өсөн түгел, был йәһәттән ҡатынымдан йыш ҡына эләгеп тора (көлә – авт.). Дуҫтарым ме­нән осрашып, сәй эсеп, рәхәт­ләнеп аралашып алабыҙ. “Ял көнөм, сығыш яһамайым”, – тип кенә мәҙәни саралар­ҙан ситтә ҡалмайым, тамашасы булараҡ, концерттар ҡарарға яратам. Ҡайын миндеге менән рәхәт­ләнеп сабына-сабына мунса инәм. Һәр ваҡыт хәрәкәт­тәмен.

– Ғаиләң менән дә таныштырып үтһәң ине.
– Федоровка районының Бала Сытырман ауылы һылыуы менән тормош ҡороп, Ильвина исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.

– Институт бөтөп кенә эшкә килгән йәш Искәндәр Ғәзизовты филармонияның данлыҡлы йырсылары нисек ҡаршы алды?
– Ҡолас йәйеп тиһәм, һис яңы­лышмаҫмын. “Гәлсәр һандуғас” телепроекты аша мине танып беләләр ине. 2002 йылдан уҡ “Өфө егеттәре” төркөмөндә йырланым. Шуғалыр ҙа, өлкән коллегаларым тарафынан эшкә һанламау булманы. Диплом – ул уҡып сығыу тураһында ҡағыҙ. Кеше эшләй-эшләй тәжрибә туплай, өлкәндәрҙән өйрәнә, ваҡыт үткәс кенә үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә. Йырлай-йырлай, оло­ларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала-һала, мин дә үҫәм.

– Үҙеңдең остазың тип кемдәрҙе әйтер инең?
– Тормошомда осраған һәр кешегә рәхмәтлемен – улар миңә ниндәйҙер һабаҡ бирҙе. Изге күңелле кешеләр йыш тап була, ә аламаларын оноторға тырышам. Шулай ҙа бөгөн бер кеше тураһында айырым әйтеп үткем килә – Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов. Ул мине 2010 йылда, Өфө дәүләт сәнғәт институтын яңы тамам­лаған йәш йырсыны үҙ брига­даһына алып, ысын артист яһаны. Йырсы булыу – бер эш, ә бит артисҡа тамашасылар менән аралашыу өсөн ма­тур итеп һөйләргә, үҙ фекереңде, һүҙеңде еткерә белергә лә кәрәк. Вәлит Хәлит улы миңә шул йәһәттән ярҙам итте лә инде. Уның һәр һүҙе ҡолағымда сыңлап тора, уҡытыусы булараҡ унда база төплө һәм ныҡлы. Әйткәндәй, буласаҡ концертты ул алып барасаҡ. Был мөһим һәм ҡатмарлы эште уға ышанып тапшырғанмын.

– Концертыңда тағы ла кемдәр ҡатнаша? Был мөһим ваҡиға алдынан тулҡынланыу хистәре бармы?
– Был – минең Өфө ҡалаһында үткән 8-се концертым. Яңы йырҙар, яңы программа – шуға күрә бер аҙ тулҡынланыу бар. Шулай ҙа концерт алдынан була торған мәшәҡәттәргә, ығы-зығыға өйрәнеп бөттөм инде. 29 мартта үтәсәк кисәлә Башҡор­тостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова, бөтә Рәсәйҙе таң ҡал­дырған Ләйсән Золотарева, ижадташ дуҫтарым Иҙел Нур­ғәлин, Алһыу Бәхтиева ҡатнаша, режиссеры – Миңзәлә Яхина. Театрлаштырылған тамаша була­саҡ ул. Серҙәрҙе асып бөтмәйем, концертты ҡарарға килгәндәр барыһын да күрер.

– Йырсы өсөн мөһим фактор – ул яҡшы музыкант...
– Бының менән тулыһынса килешәм. Үҙем баянда, гармунда, тальянда уйнағас, мин ул йәһәттән бик талапсан. Хә­лит Фәтихов, Азат Айытҡолов, Миңләхмәт Ғәйнетдиновтар ме­нән эшләү – үҙе бер күңел рәхәтлеге. Һәр һулышты тойоп, ҡараштан аңлап торған музыкант йырсы өсөн оло табыш. Йәштәр араһында ла ундай­ҙарҙың күп булыуы шатландыра.

– Сәхнәгә сығып гармун уйнауыңды тамашасы ҡасан күрер икән?
– Был концертҡа ниәтләгәй­нем, ваҡыт етмәү сәбәпле, өлгөртә алманым.

– Тимәк, алдағы концерт­тарыңды ла көтөп ҡаласаҡбыҙ...

– Әлбиттә, уй-ниәттәр күп. Заман менән бергә атлап, тамашасылар күңеленә хуш килерлек, юғары кимәлдәге төрлө программалар эшләп ҡарағы килә. Оркестр менән дә йыр­ларға теләк бар. Республика һәм күрше өлкәләр буйлап шәхси концертым менән гастролдәргә сығыр инем.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Искәндәр. Алда һине яңы йырҙар, яңы үрҙәр көтһөн!
– Ҙур рәхмәт! Ғөмүмән, мин “Йәшлек” гәзитенә рәхмәт­лемен. Ул бик күп йырсыға киң аудиторияға сығырға, халыҡҡа танытыуға ярҙам итте. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә, уҡыусыларға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар, донъя именлеге теләйем. Концерттарҙа осрашып торайыҡ!



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»


Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН: «Бөрйән балын ғына ашайым»

“Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!

24.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!


Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш

23.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш


Йырсылар ялдарын нисек үткәрә?

14.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырсылар ялдарын нисек үткәрә?


Рөстәм Шаһыбалов ниңә концерт ҡарамай?

01.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рөстәм Шаһыбалов ниңә концерт ҡарамай?