RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

Балалар өсөн «Бирешмә!» беренсе башҡорт сериалы телевизион программа сиктәрен үтеп, социаль проектҡа әүерелде.

Сериалдың төп геройҙары Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә, Данир бөтә Башҡортостан үҫмерҙәренең яратҡан тиҫтерҙәре. Социаль селтәрҙәр аша тығыҙ аралашып, яңынан-яңы әһәмиәтле проекттар уйлап табып, тапшырыу, концерт, акция форматында изге эштәр атҡарыуын дауам итә «Бирешмә!» төркөмө.

«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы көслө рухлы, тәүәккәл, маҡсатлы,һәләтле, белемле үҫмерҙәргә хөрмәт күрһәтеү, ижад, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү, уларҙы баһалау, тиҫтерҙәренә өлгө итеп ҡуйыу, яңы үрҙәргә дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Премияға 8 йәштән 18 йәшкә саҡлы фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, үҙ һүҙен әйткән, башҡорт телендә ижад иткән, батырлыҡ күрһәткән һәр үҫмер дәғүә итә ала. Дәғүәселәр ғариза(заявка) тултырып, фото(8-10 фото) һәм диплом-грамоталарын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендә «Бирешмә!» төркөмөнә төркөмөнә "Сообщения" аша ебәрә: https://vk.com/bireshma_serial ебәрә.

Ғаризалар 24 мартҡа тиклем генә ҡабул ителә. Ә 7 апрелдә, еңеүселәрҙе«Бирешмә!» төркөмөнөң ҙур концертында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләү тантанаһы көтә. Еңеүселәргә кубок һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ. Бар ҡатнашыусыларға ла диплом биреләсәк.

Премияның номинациялары: Бирешмә! Телде үҫтер!(башҡорт телен ҡәҙерләгән, үҫтергән, әҙәбиәтен, ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән, таратҡан өсөн), Бирешмә! Ярҙам ит! (Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған йәш батырҙар өсөн), Бирешмә! Белемгә ынтыл!( фәндә, уҡыуҙа тос уңышҡа ирешкән белермән үҫмерҙәргә), Бирешмә! Ереңде һаҡла!(Тыуған ерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтарға), Бирешмә! Ижад ит! (Сәнғәттә үҙ һүҙен әйтергә ынтылған тынғыһыҙ йәш ижадсылар өсөн), Бирешмә! Көслө бул!(спортта юғары ҡаҙаныштар яулаған көслө үҫмерҙәргә), Бирешмә! Медиадонъяны яула! ( йәш режиссер, оператор,анимация рәссамдары, журналистар, фотографтар, блогерҙар өсөн).




Автор: Т. Аманов
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа