RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 «Бар донъяны бүләк итер инем...»

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Яҙҙың тәүге байрамы ла гүзәл заттың асылы кеүек: аҡ бурандар йылы ҡояш менән ҡауыша, боҙҙарҙы тишеп, тәүге гөрләүектәр йүгерә, һыуыҡ ел бит остарын семетеп алһа ла, күңел йылына. Ошондай матур көндә ир-егеттәрҙең күңелен тик бер һорау борсой – яратҡан ҡатындарына нимә бүләк итергә?
Беҙ ошондай һорау менән башҡорт эстрадаһының аҫыл ир-егеттәренә лә мөрәжәғәт иттек.



Йырсы, композитор Ғәлинур ЮЛАМАНОВ әлеге ваҡытта гөлләмә салондарынан ялан сәскәләрен эҙләй.
– 8 март көнө бик һирәк өйҙә булырға тура килә, байрамдар башлыса гастролдә үтә. Минең өйҙә булыуым ҡатыным өсөн иң ҙур бүләк, тип шаяртып та алам. Быйылғы байрам көнөндә лә, Алла бирһә, Сибай ҡалаһының барлыҡ ҡатын-ҡыҙын ҡотларға, күңел түренән сыҡҡан йырҙарымды башҡарырға ниәт­ләйем. Шуға күрә ҡатыныма бүләкте 9 мартта тапшырырға тура килер. Нимә бүләк итеүем әлегә сер, сюрприз булһын.
Айһылыу ялан сәскәләрен ярата. Март айында уларҙы табыу мөмкин түгел, шуға йыл һайын роза сәскәләре бүләк итә инем. Быйыл интернет селтәре аша ҡаланың бер нисә гөлләмә салонының ялан сәскәләрен һатыуға сығарғанын белдем. Был ысын булһа, ҡатынымды ҡыуандырасаҡмын!



Популяр йырсы, “ауыл егете” Иҙел НУРҒӘЛИН ҡатынын байрамдан бер көн алда уҡ ҡотлаясаҡ:
– Байрамдар – күп артист өсөн ҡыҙыу эш мәле. Иринам быға өйрәнеп бөттө, алдан ҡотлаһам да, һуңлаһам да, үпкәләмәй. Гортензия сәскәләрен яра­та, тик миҙгеле булмағас, уларҙы ләлә гөлләмәһенә алмаштырам. Бүләк алып ҡуйҙым, нимә кәрәклеген алдан белә инем. Үҙе лә биҙәнергә ярата, бүтән­дәрҙе лә биҙәндерә. Шуға күрә профессиональ визажистар өсөн яҡтыртҡыслы ҙ-у-у-у-р көҙгө алдым. Күңеленә оҡшар, тип өмөт итәм.



Рәил ӨМӨТБАЕВ, эстрада йырсыһы, композитор:
– Ҡатынымдың исе­ме гөл кеүек – Гөлшат. Шуға күрә байрамда мотлаҡ раузалар бү­ләк итәм. Йыл һайын үҙенсәлекле бүләк менән ҡыуандырырға тырышам. Иртәнсәк иртүк тороп, берәй тәмлекәс бешерәм, кис ресторанға саҡы­рам. Бер көн булһа ла аш-һыу бүлмәһенән ял итеп алһын, тим. Әлеге ваҡытта уға һиҙҙермәй генә нин­дәй бүләк алырға кәрәклеген белешәм. Иң мөһиме – күңе­ленә оҡшаған әйберҙе белеү. Ә уны табыуы тиҙ була.



Композитор Илдус ДӘҮЛӘНОВ, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бүләк түгел, ә иғтибар мөһимерәк, тип һанай:
– Изге теләктәр, матур һүҙҙәр менән бирелгән кескәй генә бүләк тә гүзәл затты бәхетле итә. Иң мөһиме – ихлас күңелдән булһын. Русланаға әле бүләк алмағанмын, ваҡыт ҡыҫыҡ. 14 февраль – Ғашиҡтар көнөндә рауза гөлләмәһе алғайным, был юлы ләлә сәскәләре бүләк итәсәкмен. Йыл һайын был байрамды ресторанда үткәрә инек, быйыл өйҙә генә булырбыҙ инде. Кескәй улыбыҙға вирус эләгер, тип ҡурҡам.



Бурандар тынмай торһа ла,
Яҙ еле иҫте инде.
Кәләшемде ҡотлай торған
Көндәр ҙә килеп етте! – ти Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Ишморат ИЛБӘКОВ.
Улар Франгизә апай менән байрам көндәрендә Салауат яҡтарына юлланған. Ҡатыны гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә яратҡас (был шәхестәрҙең йорто ҡыш көндәрендә лә сәскәләргә күмелеп ултыра), Ишморат ағайға гөлләмә алыу бик ауырға тура килә. Быйыл ул ҡатынын мимоза сәскәләрен гелий шарҙары менән бергә биреп аптыратмаҡсы. Бүләккә – яратҡан хушбуйы (фирмаһын яҙып тормайым, реклама тип уйлап ҡуйыуҙары бар). Әйткәндәй, ҡыҙы Зөлхизәне лә шундай уҡ бүләк көтә.



– Беҙ Нәргизә менән, байрамдар етһә, нимә бүләк итергә, тип бер-беребеҙҙән һорайбыҙ. Мә­ҫәлән, 23 февралдә ул миңә генератор ҡайышы, мотор майы hәм башҡа машина кәрәк-яраҡтары алды. Өйләнешкән йылда хатта аккумулятор ҙа бүләк иткәйне. Мин инде үҙ сиратымда уға шопинг өсөн аҡса бирермен тип торам. Ҡатын-ҡыҙҙар магазинға йөрөргә ярата бит. Ә бына гөлләмә менән ауырыраҡ: ҡатыным пион сәскәләрен ярата. Март айында улар юҡ, шуға күрә ябай гөлләмә алырға тура килә, – ти йырсы, Башҡорт дәүләт филар­монияһы солисы Дамир ТАИПОВ.




Йырсы Рифмир ХӨСНӨТ­ДИНОВ та ҡатыны Эльвираға үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән.
– Был байрамда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мотлаҡ бүләк – ул гөлләмә. Мин йә рауза, йә ләлә сәскәләрен алам. Спа-салонға сертификат та алып ҡуйғанмын. Тағы ла был байрам көнөндә улыбыҙ Аймир менән өйҙә ҡалып, әсәйҙе ял иттерәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың йорт мәшәҡәттәре бигерәк күп бит, бер көн булһа ла ял итеп алыр. Ә инде көн матур торһа, өсәүләшеп йөрөргә мөмкин буласаҡ. Ресторан, кино, күңел асыу комплексы. Иң мөһиме – ҡатыным ҡәнәғәт ҡалһын, ял итһен, байрам кәйефен тойһон.



Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Ғаилә архивынан





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН: «Бөрйән балын ғына ашайым»

“Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!

24.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!


Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш

23.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш


Йырсылар ялдарын нисек үткәрә?

14.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырсылар ялдарын нисек үткәрә?


Рөстәм Шаһыбалов ниңә концерт ҡарамай?

01.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рөстәм Шаһыбалов ниңә концерт ҡарамай?


Сибай сәнғәт колледжы табыштырған пар

22.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Сибай сәнғәт колледжы табыштырған пар


Тормошто гөрләтә тырыштар

04.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тормошто гөрләтә тырыштар


«Ҡабан йылына табан»  «Юлдаш»тар менән юллан!

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

20.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»