RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Атай-әсәй беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк итте”

15.11.2018 “Атай-әсәй беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк итте”

“Атай-әсәй беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк итте”
йәки Рәссам ҡыҙҙың артист булып китеүе

Театр сәнғәтенә Ҡарлуғас роле менән килеп ингән Вәкилә ҠАЛМАНТАЕВА был аҙнала үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләне. Оҙаҡ йылдар дауамында Салауат, Сибай драма театрҙарыда эшләгән, һуңғы 16 йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһе биҙәге. Талантлы һәм тынғыһыҙ ижады өсөн «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Актрисаның ҡыҙы Фирҙәүес ҒИЗЗӘТУЛЛИНА ла сәхнә кешеһе: 2003 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Уның менән әсә һәм бала мөнәсәбәте, ижад һәм, әлбиттә, данлыҡлы шәхес – Вәкилә Ҡалмантаева тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Бала саҡ хәтирәләреңдә сәхнәләге Вәкилә апай нисек һүрәтләнә? Ниндәй спектаклдәр иҫеңдә ҡалған?
– Минең бала саҡ сәхнә артында үтте, әсәйемдең Мөхәмәтша Бу­ран­ғоловтың “Башҡорт туйы” спектаклендә уйнауы ныҡ иҫтә ҡалған. Тағы ла бер күренеш хәтергә уйыл­ған: ул бик йыш төп ролдәрҙе уйнаны һәм гел генә партнеры Башҡортостандың халыҡ артисы Әсҡәт ағай Йәнбәков булды. Бала саҡта һеңлем менән: “Әпәт шул Әсҡәт!” – тип әсәйҙе ҡыҙғана инек.
– Ғәҙәттә, артист балаларының йәйҙәре гастролдәрҙә үтә. Һинең дә, моғайын, шулай булғандыр?
– Гастролдәргә алып сығалар ине, әммә йәйгелеккә башлыса өләсәйемдәргә – Ырымбур өлкәһенә бара торғайным. Ә ҡыш көндәрендә беҙгә әсәйемдең әхирәте – Рәсимә Булат ҡыҙы Ураҡсина ярҙам итә ине. Мин уҡырға сығып киткәс, Алиса һеңлемә гастролдәргә йыш йөрөргә тура килде. Юл йөрөү ауырлыҡтарын күпселектә ул күрҙе.
– Һеңлең менән мөнәсәбәттәрең нисек булды? Ул ниндәй һөнәрҙе һайланы?
– Алиса менән беҙҙең ара туғыҙ йәш, уны ҡарап үҫтерҙем тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Уға өс ай тирәһендә әсәйем эшкә сыҡты. Ә мин үҙем теләп, уны ҡарап ҡала торғайным. Уйнатам, илаһа, әүрәтәм, хатта ул миңә ҡайһы саҡта “әннә” тип тә әйтә ине. Бер осраҡты әсәйемә йылдар үткәс кенә һөйләп, аптыратып алдым. Репе­тициялары оҙаҡҡа һуҙылып, һуңға ҡалды. Алиса асығып илай башланы, бер нисек тә тымыҙа алмайым. Нимә эшләргә белмәгәс, банка менән бал ултыра ине, бармағымды балға манып, уға ҡаптыра башланым. Имә торғас, бармағымдың осо сейләнеп бөттө. Балаларға ҡарата һөйөү күңелемә һеңлем арҡаһында инеп ултырғандыр. Миңә ул шул тиклем яҡын.
Әсәйем Алисаның театр артисы булыуын теләне. Әммә ул Стәр­летамаҡ мәҙәниәт техникумының бейеү бүлеген тамамланы. Тик уға һөнәре буйынса оҙаҡ эшләргә тура килмәне, хәҙерге ваҡытта бөтөнләй икенсе йүнәлештә эшләй.
– Атайың ниндәй һөнәр кешеһе ине?
– Атайым – актер һәм рәссам Альберт Мостафин, сәнғәт институтының ике факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын актер булараҡ әсәйем менән Салауат театрында башлаған, ә инде Сибайға күскәс, ул сәхнә биҙәлеше буйынса эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1997 йылда бик йәшләй мәрхүм булды.
– Артист булыу бала саҡ хыялың инеме?
– Бала саҡта табип та, балерина ла булырға теләнем. Телевизорҙан балет күрһәтһәләр, иҫем китеп ҡарай инем. Атайымдың рәссамлыҡ һәләте миңә лә күскәйне, сәнғәт мәктәбенә уҡырға йөрөнөм. Уны тамамлағас, атайымдың кәңәше буйынса Өфө сән­ғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә уҡырға индем. Студент йылдарында бер осорҙа уҡыған Өфө егетенә кейәүгә сыҡтым. Сәнғәт институтына уҡырға ингәндә ми­ңә – 22, ҡыҙым Ассолгә бер йәш ине.
Артист булырға тигән теләк ҡапыл ғына барлыҡҡа килде. Сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инеү тураһында ирем менән кәңәшләшкәс кенә әсәйемә әйттем һәм имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итеүен һораным. Тик ул, артист булараҡ, үтә талапсан, шиғыр-мәҫәлдәрҙе нисек кенә һөйләһәм дә оҡшатмай, илатып ултыртып ҡуя. Үҙенә яуаплылыҡ та алғыһы килмәне, буғай. Һөҙөмтәлә миңә Рәмилә апай Хоҙайғолова ярҙам итте. Әйткәндәй, имтихан­дар­ға ҡыҙым менән әсәйем бергә килә ине. Абитуриенттар, уларҙың ата-әсәләре Ассолде Вәкилә Ҡалмантаеваның кесе ҡыҙы тип уйлаған.
– Вәкилә Ҡалмантаева талапсан әсәйме?
– Әсәйемдең ғаиләлә абруйы ҙур. Ул үҙенә лә, беҙгә лә талапсан, һәр ваҡыт ғәҙел. Атайымдан улай ҡурҡмай торғайным, ә бына әсәйемдең бер күҙ ҡарашы етә. Хатта хәҙер ҙә: “Бөгөн һеҙгә инеп сығам”, – тип әйтеүе була, 15 минутта өйҙө йыйып, тәртип урынлаштырып, ашарға бешереп ҡуябыҙ. Әлбиттә, үҙ өйөмдә нисек теләйем – шулай йәшәргә хаҡым бар, әммә уның кәйефен боҙғом килмәй. Балаларым да “әннүшкә”не шулай “боевой” әҙерлектә көтә. Миңә хәҙер 45 йәш, үҙем өләсәй булдым, әммә һаман да әсәйемдең кәңәштәренә мохтажмын. Ижад буйынса тәнҡитләһә лә, ҡолаҡ һалам, сөнки ул миңә үҫергә, камиллашырға этәргес булып тора.
Ейәндәрен ныҡ ярата, әммә, иркәләһә лә, тәртипһеҙләнергә ирек бирмәне. Студент йылдарымда ҡыҙымды айлап ҡарай ине, хатта диплом спектакле ваҡытында ярты йылға Сибайға күсереп алды. Рәхмәтем сикһеҙ, балаларым өләсәй тәрбиәһе күреп үҫте. Хәҙер инде ул ҡартәсәй, бүләсәре бар. Ваҡыты булғанда, килеп, уны ҡараша, беҙгә ярҙам итә.
– Әсәйеңдең ниндәй сифаттарын оҡшатаһың, ихтирам итәһең?
– Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, уңған хужабикә булыуын ихтирам итәм. Өйөндә һәр саҡ тәртип, бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ тәмле була. Ҡайһы арала өлгөргәндер, элек-электән өҫтәлдә өй ризыҡтары урын алды. Бәлеш, үҙе эшләгән билмән, перәниктәр, тәмлекәстәр – һанап бөтөрөрлөк түгел. Атайым балыҡсы булды, биҙрә-биҙрә балыҡты таҙартып, төрләндереп бешереп ҡуя. Нуғай ҡасабаһында йорт төҙөттө, баҡсаһында төрлө йәшелсә-емеш үҫтереп, улар­ҙан ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, салаттар яһай. Тағы ла бер оҡшаған сифаты: үҙ-үҙен тәрбиәле тота. Һәр ваҡыт матур кейемдә, килешле прическала, биҙәнеп йөрөй. Көн һайын крем, битлек ҡуллана. Тәбиғәт биргән матурлығын тәләфләмәй. “Ҡаралған баҡса менән ҡаралмағанының айырмаһы ҙур!” – тип миңә лә тәрбиәле йөрөргә кәңәш бирә.
Әсәйем кем менән генә аралаш­һа ла, уртаҡ тел таба белә, бигерәк тә йәштәр менән. Быуындар араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар уға хас түгел. Минең барлыҡ һабаҡташтарымды, дуҫтарымды белә, ихлас аралаша. Улар ҙа, Вәкилә апай, тип өҙөлөп тора.
– Ә уны, артист булараҡ, кумирым тип әйтә алаһыңмы?
– Ул үҙе үк беҙгә “Не сотвори себе кумира” тигән фекерҙе һеңдер­ҙе. Минең айырым кумирҙарым юҡ, бик күп артистың уйнауын яратып ҡарайым. Әсәйемдең дә уйнауы оҡшай. Мин тағы ла уның эшкә мөнәсәбәтен ихтирам итәм. Ваҡытынан алда килә, сәхнәгә тулы әҙерлек менән сыға. Грим, кейемгә тиклем энә күҙәүенән үткәрә, образдың тормошо менән йәшәй башлай. Эшен яратҡан, бирелеп башҡарған кеше генә шулай була ала.
Бынан ун йыл элек 60 йәшлек юбилейын ул Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Һаумы, әсәй!” спектакле менән билдәләне. Бындай ҡыйыу аҙымды Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ара­һынан тәүгеләрҙән булып яһаны. Хатта ир-егеттәр ҙә уға батырсылыҡ итә алмай. Ярҙам иткән режиссер Рөстәм Хәкимовҡа ҙур рәхмәт. Театр етәкселеге быйыл­ғы юбилейына уны ҡабат тергеҙергә тәҡдим иткән. Сөнки һәр спектакль аншлаг менән үтә ине, республика буйлап гастролдә лә йөрөнө. Был спектаклдә үҙемде икенсе тапҡыр ҡуйыусы-рәссам булараҡ һынап ҡараным.
– Һабаҡташтарың, хеҙмәттәштәрең араһында: “Фирҙәүес артист балаһы, уға юл асыҡ”, – тигән ҡараш булманымы?
– Тәүге аҙымдарҙы һәр ваҡыт үҙем яһаным. Институтҡа уҡырға инеү минең теләгем ине. Башҡорт дәүләт академия драма театрына ла үҙем урынлаштым. Иң тәүҙә режиссер Айрат Әбүшаһманов 2002 йылда “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектакленә рәссам итеп саҡырҙы, аҙаҡ ҡына актер булып урынлаштым. Әсәйем бер ҡасан да минең өсөн һорап йөрөмәне.
Ә һабаҡташтарға килгәндә, Айһылыу Йомағолова, Арыҫлан Йәнбәков, йәғни билдәле шәхес­тәр­ҙең балалары менән бергә уҡыным. Бер ваҡытта ла атай-әсәйҙәребеҙ менән маҡтанманыҡ, үҙ-ара ныҡ татыу булдыҡ. Мин уларҙан 4 – 6 йәшкә оло булһам да, тиң күрҙеләр. Әле лә аралашабыҙ, осрашып торабыҙ, байрамдар, тыуған көндәр йыш ҡына бергә үтә.
– Һинең балаларыңда актерлыҡ һәләте бармы?
– Бар, улар өләсәһе менән дә, минең менән дә ике театр спектаклдәренең күмәк сәхнәләрендә ҡатнашып йөрөнө. Шулай уҡ рәссамлыҡ һәләттәре лә бар, улар әле шул йүнәлештә белем ала. Ҡыҙым Ассоль Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжын тамамланы, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт бүлегендә, һуңғы курста уҡый. Улым Девид быйыл апаһы уҡыған колледжға уҡырға инде. Рәссамлыҡ буйынса икеһе лә Мәскәү, Санкт-Петербургта ҙур кинопроекттарҙа ҡатнаша. Ҡыҙым музыка мәктәбенең – скрипка, улым гитара класын тамамланы. Кесе улым Ролан 3,5 йәштә хәреф таный ине, дүрт йәштә уҡый башланы. Уға хәҙер 14 йәш, әҙәбиәт, тарих фәндәрен ярата, хәтере шәп. Күп уҡый, өйҙә ҙур китапханабыҙ бар.
Балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырыштым, сөнки тормошта һәр һөнәр кәрәк буласаҡ. Элек бит дворяндар балаларын юҡҡа ғына тиҫтәләгән йүнәлештә уҡытмаған. Буласаҡ һөнәрҙе балаларҙың үҙҙәренә һайларға мөмкинлек бирергә кәрәк. Яратҡан эш менән генә кеше ҙур һөҙөмтәләргә ирешә ала, хыялдарын тормошҡа ашыра.
– Әйткәндәй, Вәкилә апай данлыҡлы дворяндар нәҫеленән шикелле...
– Эйе, Ҡалмантаевтар – бик уҡымышлы, эшлекле башҡорт нәҫеле. Әсәйемдең үҙ-үҙен тотошонан дворянлыҡ аңҡып тора. Өләсәйем ғүмере буйы һауынсы булып эшләне, әммә унда ла ғорур һын, нәзәкәтле килеш-килбәт булды. Быларҙың барыһы ла тәбиғәттән килә. Тағы ла әсәйем күп уҡый, кешеләр менән мәҙәниәтле аралаша.
– Бәхетле бала саҡ – шәхес булып формалашыуҙың нигеҙе, тигән фекер менән килешәһеңме?
– Әлбиттә. Атай менән әсәй беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк итте. Үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ та, матди ауырлыҡтар ҙа, эштәге проблемалар ҙа булғандыр. Тик улар уны беҙгә бер ваҡытта ла һиҙҙермәне. Шуға ла бала сағым яҙғы ҡояшлы матур көн кеүек иҫтә ҡалды. Әсәйемдең беҙгә ҡарата хәстәре лә һәр ваҡыт урынлы. Үҙһүҙлеләнеп, тыңлашмаған ос­раҡтар булды, әлбиттә. Әммә аҙаҡҡы һөҙөмтә буйынса уның һәр саҡ хаҡлы булыуын аңланым. Тормош күргән кеше булараҡ, уның тәжрибәһе бар. Кешенең дә ниндәй икәнен тәү ҡараштан һынай. Шуға күрә мин хәҙер уның кәңәштәренә йышыраҡ ҡолаҡ һалам.
Әсәйемә ҡарата күңелемдә мәңгелек хөрмәт, оло мөхәббәт йәшәй. Ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар һәм оҙон-оҙаҡ ғүмер насип булһын уға.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Фирҙәүес. Вәкилә апайға ошондай талантлы һәм ихлас ҡыҙ үҫтергән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ!

Гөлнур ҠЫУАТОВА
әңгәмәләште.

“Атай-әсәй беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк итте”
“Атай-әсәй беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк итте”







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!