RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Эфир тулҡындарында - "Шиғриәт минуттары"

19.09.2017 Эфир тулҡындарында - "Шиғриәт минуттары"

Эфир тулҡындарында - "Шиғриәт минуттары"
Шиғыр кеүек булһын бар
тормошоң,
Тормош кеүек булһын
шиғырың –
Шулай йәшәргә бит тырыштым
мин,
Икеһен дә бергә һыйҙырып!..
Рәми Ғарипов үҙенең шағирлыҡ тәғәйенләнешен шулай билдәләгән. Булмыштарына шиғри моң һалынған талант эйәләре рух илселәре миссияһын үтәй: шиғриәт, бәҫле һүҙ осҡоно менән тормошобоҙҙо яҡтырта, йөрәктәребеҙҙе сафлыҡ нурына һуғара. Заман заңын үтә лә нескә тойған, йөрәк һыҙланыуҙары аша үткәргән шағирҙар ижады күңелдәрҙә ауаздашлыҡ таба, иң тәрән эске донъябыҙ сөңгөлөнә үтеп инә. Һәм был “Юлдаш” радиоһында ла сағылыш тапмай ҡалмай.
Башҡорт әҙиптәренең шиғри ижадын халыҡҡа танытыу йәһәтенән “Юлдаш” маҡсатлы эш алып бара. Яҙыусылар союзы ағзаһы булыу-булмауҙың әһәмиәте юҡ, төп баһа – авторҙың үҙ һүҙен әйтә алыуында, һәләтен аса белеүендә.
Радионың яҙмалар тупланмаһы бик бай: Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулланан башлап, замандаш ижадсыларҙың шиғырҙары, поэмалары ла күренекле актерҙар уҡыуында башҡарылып, музыкаль яҡтан биҙәлеп, фондҡа һалына. Улар, әлбиттә, хәрәкәтһеҙ ятмай, эфирҙа даими яңғырай. Әҙиптәрҙең шиғырҙарын үҙҙәре уҡыуы ла ҙур ҡиммәткә эйә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙән башлап шиғриәт яланына яңы быуатта ғына аяҡ баҫҡандарҙың да тауыштарын ишеттереп торабыҙ. Ваҡытлы матбуғатта йә нәшриәттә донъя күргән шәлкемдәр­ҙән тыш, әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәрҙе лә йәһәтерәк яҙып алып радио тулҡындары аша халыҡҡа еткерергә ынтылабыҙ.
Байрамдар, юбилейҙар, күренекле даталар күҙ уңынан ысҡындырылмай. Сөнки улар һәр әҙиптең ижади үҫешенә, атҡарған хеҙмәтенә ҡараш ташлап, һығымталар яһау, яңы бурыстар билдәләүҙә бер бейеклек бит. Сентябрь – декабрь айҙарында беҙҙең эфирҙа быйыл “түңәрәк даталарын” туйлаясаҡ Таңсулпан Ға­рипова, Лилиә Һаҡмар, Әхмәҙин Әфтәх, Йомабикә Ильясова, Йы­һат Солтанов, Фәнил Күз­бәковтың шиғри шәлкемдәре яңғыраясаҡ.
“Юлдаш” тулҡындарында һәр йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-сы 10 минуттан һуң хөрмәтле тыңлаусыларҙы “Шиғриәт минуттары” көтә.
Яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин. Адресы: юлдашфм.рф







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй