RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр театры тәҡдим итә

03.07.2015 Йәштәр театры тәҡдим итә

ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында Милли йәштәр театры хөрмәтле ҡунаҡтар­ға һәм баш ҡала тамашасыһына үҙенең иң сағыу, үҙенең йөҙөн һәм рухын билдәләгән спектаклдәрҙе тәҡдим итә.
Өс көн буйына – 4, 6 һәм 10 июлдә тамашасылар театрға исем биргән, әҙәбиәтебеҙ классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең бала саҡтан яратып уҡыған “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған” әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектаклен ҡарай аласаҡ. Ул бына инде ун йыл сәхнәлә уйнала һәм балаларҙың да, ололарҙың да күңелен арбай. Режиссеры – Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Мәсәлим Күлбаев.
Яңыраҡ арабыҙҙан киткән күренекле драматург Флорид Булә­ковтың “Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа” фольклор комедияһы 5 һәм 9 июлдә күрһәтеләсәк. Халыҡ юморына, милли йолаларыбыҙға, йыр-моңға ҡоролған был тамашаға ла бар ғаиләгеҙ менән көтөп ҡалабыҙ. Спекталдә бик күп яратҡан актерҙарыбыҙ ҡатнаша. Режиссеры – Шә­йехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.
Быйылғы йыл башҡорт труппаһының бер төркөм актеры өсөн һыналыш йылы тип әйтһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Сөнки режиссер Мәсәлим Күлбаев Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәре буйынса “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” хикмәтен (3, 7 июль) сәхнәләштереп, йәш актерҙар Шәһит Хамматов, Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдул­линдың һәм Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы Нәғим Нурғәлиндың бөтә драматик һәләтен асып бирә. Әҫәр тетрәндерә, тормош асылы, ысын һөйөү хаҡында уйландыра. Әйтергә кәрәк, Бәләкәй зал алдындағы фойела рәссам Айгөл Байрам­ғолованың графикаһы, сәхнә әҫәре менән ауаздаш булып, тәьҫораттарҙы байыта.
Шулай уҡ 2 июлдә башҡорт тамашасыһын күңелле һәм сағыу “Тоҡ эсендәге бесәй” спектакленә саҡырабыҙ. Ул Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы нигеҙендә ҡуйылған һәм бына инде нисәмә йыл буйы тамашасының күңелен аса.
Йәмле июль айы башында, баш ҡалабыҙҙа донъя күләмендәге мөһим ваҡиғалар барған ваҡытта, Милли йәштәр театрында милләттәштәребеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

Зөһрә БУРАҠАЕВА,
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!