RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

16.10.2019 16 октябрь

Бөгөнгө юбилярҙарСпиридонова Мария Александровна (16.10.1884—11.09.1941), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 йылдан Социал‑революционерҙар (эсерҙар) партияһы ағзаһы. 1931—1937 йылдарҙа Өфөлә сәйәси һөргөндә була, СССР Дәүләт банкыһының Башҡортостан контораһында эшләй. Сығышы менән хәҙерге Тамбов ҡалаһынан.

Славинский Пётр Михайлович (16.10.1899—2.05.1977), дирижёр. 1938—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, театрҙың симфоник оркестрын ойоштороусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1944) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1944) артисы. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков ҡалаһынан.

Костин Александр Александрович (16.10.1949—14.10.2011), график. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. 1983 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтенең художество мөхәррире, 1992—2004 йылдарҙа — рәссамы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Тажиев Риф Рәхим улы
(16.10.1949), педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназия директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Бәширов Мусса Ғүмәр улы (16.10.1954), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2002 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалында кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2002). Сығышы менән хәҙер Салауат ҡалаһы эсендә ҡалған Кесе Аллағыуат ауылынан.

Мәүлитова Регина Салауат ҡыҙы (16.10.1979), спортсы. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.




Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар8 октябрь юбилярҙары



    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent