RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.09.2019 2 сентябрь

Бөгөнгө юбилярҙарМәҡсүд Сөндөклө (2.09.1904—23.10.1981), шағир. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Тәтеш районы Сөндөклө ауылынан.

Грибков Михаил Петрович (2.09.1909—14.01.1964), совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1963 йылдарҙа Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1964). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.

Әйүпов Риф Сәлих улы (2.09.1939—28.01.2015), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Ҡаратәкә ауылынан.

Авершина (Бигеева) Людмила Васильевна (2.09.1954), цирк артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Янбарисов Валерий Марс улы (2.09.1954), ғалим-физик‑химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институтының кафедра мөдире. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.




Автор: Ансар Нуретдинов
Источник: ba.wikipedia.org






Башҡа көндәрҙең юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар1 ноябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар19 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар18 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар17 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар16 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар15 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар14 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар13 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар12 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар11 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар10 октябрь юбилярҙары



Бөгөнгө юбилярҙар9 октябрь юбилярҙары