RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Рөстәм Хәмитов: «Һайлауҙар ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа уҙҙы»

10.09.2018 Рөстәм Хәмитов: «Һайлауҙар ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа уҙҙы»

Рөстәм Хәмитов: «Һайлауҙар ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа уҙҙы»
«Берҙәм Рәсәй» партияһы Рәйесе, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтары буйынса төбәктәр менән видеоконференция режимында селектор кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы, Партияның Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау тураһында һөйләгәндә, партия Рәйесе уның етди һәм конкурентлы үтеүен билдәләне.

— Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса фекер йөрөткәндә, һөҙәмтәләр бик яҡшы, лайыҡлы, — тине Дмитрий Медведев. — Шуға күрә һеҙҙе һайлау кампанияһын уҙғарыу менән ҡотлайым һәм уңыштар теләйем.

— Һәр ваҡыттағыса, Башҡортостан һайлауҙар уҙғарыу йәһәтенән әүҙем эшләне. Беҙҙә һөҙөмтәләр яҡшы – һайлаусыларҙың яҡынса 50 проценты — 3 миллион һайлаусынан 1,5 миллионы һайлау участкаларына килде, — тип хәбәр итте республика етәксеһе. — Әле бюллетендәрҙең 27 проценты эшкәртелгән. «Берҙәм Рәсәй» 61 процент һөҙөмтә менән еңә. Беҙҙең бер мандатлы кандидаттар һәйбәт эшләне. 55 округтан күбеһенсә «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре һәм ул тәҡдим иткәндәр еңә. Әле уҡ 40 округта еңеүебеҙ аңлашыла.

Һайлаусыларҙың яртыһынан күберәге һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ярҙамында тауыш бирҙе, тип билдәләне республика Башлығы. Атап әйткәндә, Өфөлә һайлау участкаларының 95 проценты КОИБ-тар менән тәьмин ителде.

- Ул һайлауҙарҙың ғәҙел, яҡшы, тыныс, аңлы шарттарҙа үтеүе тураһында һөйләй. Һөҙөмтә лә, һис шикһеҙ, ғәҙел буласаҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһап, Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» һайлауҙарҙа лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте тип билдәләне.

— Партия тотороҡло сығыш яһаны һәм, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлауҙар булған Федерация субъекттарының бөтә закондар сығарыу органдарында ла тиерлек алдынғылыҡты һаҡлай, — тине партия Рәйесе. — Ни тиһәң дә, был турала яҡынса тикшеренеүҙәр, экзит-пол мәғлүмәттәре, ә ҡайҙалыр һайлау комиссиялары һанаған иҫәптәр менән бәйле мәғлүмәттәр ҙә дәлилләй.

Уның һүҙҙәренсә, партия тәҡдим иткән йәки хуплаған төбәк етәкселәре вазифаһына кандидаттар ҙа уңышлы сығыш яһаны.

— Депутат мандаттары, Федерация субъекттарының юғары вазифалы кешеләренең вәкәләттәре, губернатор вәкәләттәре кеүек, үҙ илеңә, халҡыңа хеҙмәт итеү һәм алдыбыҙҙа торған ғәйәт ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бирелә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙар үтте. Артабан нимә була?

Беҙ депутаттарҙан әүҙем һәм намыҫлы эш көтәбеҙ – Рөстәм Хәмитов

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡына һайлауҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте

Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда республика башлығын һайлауҙа эшен дауам итә

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» 58,39% тауыш йыя

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлау: экзит-полл һөҙөмтәләре

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа тауыш биреүселәр һаны 47%-тан ашҡан

Масштаб жалоб не позволяет усомниться в легитимности выборов в Башкирии - политолог 19:35, 9 сентября 2018 ПО

Ялыу, мөрәжәғәт, шылтыратыуҙар бар

09.09.2018 - Выборы - 2018 » Яңылыҡтар таҫмаһы Ялыу, мөрәжәғәт, шылтыратыуҙар бар


Брифинг ЦИК РБ

09.09.2018 - Выборы - 2018 » Яңылыҡтар таҫмаһы Брифинг ЦИК РБ


Коммунистар тәҡдим итә

09.09.2018 - Выборы - 2018 » Яңылыҡтар таҫмаһы Коммунистар тәҡдим итә


Экология темаһы ла онотолманы

09.09.2018 - Выборы - 2018 » Яңылыҡтар таҫмаһы Экология темаһы ла онотолманы