RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » 3D иҙәндән атлағаның бармы?

08.08.2014 3D иҙәндән атлағаның бармы?

Һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаров шедеврҙар тыуҙыра.

3D иҙәндән атлағаның бармы?3D иҙәндән атлағаның бармы?Бөтәбеҙҙең дә аҫылмалы күпер аша йөрөгәне бар. Һаҡ ҡынабыҙ, иғтибарлыбыҙ шул күпер аша үткәндә, аяҡтар ергә теймәгәс, нисектер ҡурҡыта кеүек. Нишләйһең – аяҡты терәп баҫып атларға күнегелгән. Ә бына иҙәнең шул аҫылмалы күпер кеүек эшләнһә, башта ниндәй уйҙар тыуа икән? Мине бындай уйҙарға Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Марат Ғафаровтың 3D һүрәттәре батырҙы. “3D” тигәс, аңлашыла инде – һүрәткә түгел, ә ысынға оҡшап тора. Әйтерһең, иҙән урынында ҡәҙимге таҡта түгел, ысын күпер һәм күл бар. Заман ҡорамалдары һәм технологиялары иҙәнде төрлөсә эшләргә мөмкинлек бирә, ә бына рәссамдың үҙенең идеяһы, үҙ ҡулдары, ҡылҡәләм менән шундай итеп биҙәп ҡуйыуы – ысын ижад. Марат Ғафаровтың үҙенең йортонда түгел, бер танышының өйөндәге бүлмә тап шулай биҙәлгән.

– Үҙемдең өйөмдә бер ниндәй ҙә һүрәт юҡ тиерлек. Классика инде был: итекһеҙ итексе, – тип йылмая рәссам. Ә былай ул биҙәгән объекттар бик күп. Мәҫәлән, урындағы бер эшҡыуарҙың йортоноң тышҡы стенаһына төшөрөлгән аттар бер кемде лә битараф ҡалдырмай, әгәр Баймаҡ районы буйлап сәйәхәт ойошторолһа, уның маршрутына ошо йорт мотлаҡ индерелер ине – унда әле лә фотоаппарат тотоп һоҡланып тороусыларҙы күрергә була.

Һүҙебеҙҙе 3D һүрәттән башлағайныҡ бит әле – бындай эшкә Марат Ғафаров күптән түгел генә тотонған. Осраҡлы ғына килеп сыҡҡан был хәл. Ҡустыһы килеп: “Иҙәнемде 3D һүрәт менән биҙәп бир әле, булдыра алмаһаң, ҡайҙан да булһа икенсе оҫта саҡыртып эшләтәм”, – тип аптыратып та, сәмләндереп тә киткәс, аҙна самаһы уйланып йөрөгән дә, автоэмаль, яхта лагы кеүек кәрәкле нәмәләр менән ҡоралланып, ҡулына ҡылҡәләм алған. Бисмилла менән башланған, талантлы кеше тотонған эш сыҙаймы ни – аҙна самаһында ошондай тиңһеҙ иҙән барлыҡҡа килгән.

3D иҙәндән атлағаның бармы? – Бөтә эште үҙ белдегемә, эшләгән һайын аңлай барып, яратып, тырышып башҡарҙым. Кескәй саҡтан һүрәт төшөрөү үҙенекен итә, һөҙөмтә үҙемә лә оҡшаны. Әлегә 3D форматында биҙәлгән ике генә иҙәнем бар. Ләкин бының менән генә тамамланмаҫ, моғайын. Эштәрем үҙебеҙҙә генә түгел, бөтә донъяға билдәле булды ла ҡуйҙы. Интернетта йүнләп ултырған да юҡ, ижадым социаль селтәрҙәргә инеп киткән дә, хәҙер меңәрләгән кеше һоҡланыуын белдерә, заказ бирәләр, әллә ҡайҙарға саҡыралар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай иғтибар минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Америка, Британия, хатта Австралиянан яҙа башланылар. Был миңә ғорурлыҡ ҡына түгел, яуаплылыҡ та өҫтәй. Аэрография стилендә һүрәт төшөрөүҙе дауам итеп, 3D форматын камиллаштырырға кәрәк. Ижад барыһына ла күренергә тейеш, күргәҙмәләр ҙә ойошторолһа, шәп булыр ине, – тип уй-ниәттәрен еткерҙе ижадсы.

Талантлы шәхес уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған, Марат Ғафаровтың ата-әсәһен ижадтан алыҫ торған кешеләр тип әйтеп булмай: икеһе лә матур итеп йырлаған һәм һүрәт төшөргәндәр иҫәбенән. 3D һүрәттәре менән беҙҙе һоҡландырған геройыбыҙҙың һүрәт төшөрөү буйынса махсус белеме юҡ. Ул үҙен белгәндән алып мәктәп гәзиттәрен биҙәү, урындағы клубта декорациялар эшләү менән шөғөлләнгән. Хәрби хеҙмәттә булғанда Марат Ғафаров өлөшөнә карталар эшләү ҙә төшә һәм шунлыҡтан легендар маршал Александр Покрышкин менән бергәләп “ЛИ – 2” самолетында осоп, донъя күреп йөрөй. Хәрби хеҙмәт, самолеттар ныҡ ылыҡтырһа ла, ауылға кире әйләнеп ҡайта, сөнки өйҙә ата-әсәһеҙ ҡалған ҡусты-һеңлеләре көтөп тора. Бөгөн Марат Ғафаровтың ҡулы тейгән ижад өлгөләре бик күп: матур итеп биҙәлгән тирмәләр, сәхнәләр, пароходтар, балалар баҡсалары һәм тағы ла әллә күпме объект. Темәстәге край­ҙы өйрәнеү музейына ла ҙур өлөш индергән ул. Ҡасандыр республикала тәүгеләрҙән булып төҙөлгән Сибай ҡалаһы мәсетенең проектын да Марат Ғафаров төшөрөп, Әғләм хәҙрәт Ғәзизовҡа тапшырған. Оҙаҡламай иман йорто ҡалҡып та сыҡҡан. Был хәл илебеҙҙең һынылыш осоронда булғанлыҡтан, бөтә власть тағы ла тик коммунистар ҡулына төшһә, мәсет ни эшләр икән, тип шыртлаңҡырап та йөрөгәндәр әле.

– Ошоға тиклем бик күп һүрәт эшләнем, улар илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә тарал­ған. Шуларҙы, исмаһам, фотоға ла төшөрөп алып ҡалмағанмын бит. Нисәү булғанлығын да белмәйем хатта. Ул хаҡта уйланылманы, бына хәҙер үҙемдең ижад емештәремә һаҡсылыраҡ ҡарайым. Выжданһыҙ әҙәмдәр шул тиклем күп, минең эштәремде үҙенеке тип, интернет аша ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашыусылар ҙа бар. Бер компанияның, 3D һүрәтемде реклама итеп файҙаланып, халыҡты, шул һүрәттәрҙе иҙәнегеҙгә эшләйәсәкбеҙ, тип ышандырырға тырышыуын күреп тә аптыраным, – ти Марат Ғафаров.

Әлегә һәүәҫкәр рәссам бер таҡта иҙәнде һәм бер кафелде биҙәгән. Икенсеһендә мөләйемлеге менән һоҡландырған дельфин һүрәтләнгән, уның башынан һыйпағы ғына килеп тора: шул тиклем ысынға оҡшаған. Әйткәндәй, 3D иҙәнле ғаилә аптырашып бөткән инде, уларҙың йортонан халыҡ өҙөлмәй, һәр кемдең был матурлыҡты күргеһе килә.

Ә “аҫылмалы күпер-иҙән” тигәндән, психологтар бындай һүрәттәрҙе ыңғай баһалай һәм, киреһенсә, кешеләрҙе үҙ-үҙенә ыша­ныр­ға, тынысланырға ярҙам итә, тип һанай икән. Быныһы – һүҙ ыңғайынан. Донъяның төрлө мөйөштәренән “Ә ҡайҙа һуң ул Башҡортостан?”, “Ә нимә ул Баймаҡ һәм Те­мәс?” тип ҡыҙыҡһыныусыларҙы туплаған, ижад баһаһын белеүселәрҙе ҡунаҡҡа саҡыр­ған, беҙҙе танытҡан талантыбыҙ Марат Ғафаровҡа уңыштар теләйек! Ул ошо көндәр­ҙә милләтебеҙҙең мәҙәниәтен, тарихын, матурлығын күрһәткән эштәргә ныҡлы тотонорға йыйына!
Лилиә СИРАЕВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл