RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

25.07.2014 «Бейеүгә ғашиҡмын»

"Йәшлек" гүзәле" конкурсы хаҡында ишеткәс, мин дә, күп уйлап тормайынса, башҡа һылыу ҡыҙҙар кеүек, үҙемде һынап ҡарарға булдым. Әлиә Рәмил ҡыҙы Әбдрәшитова булам. 1995 йылдың ап-аҡ ҡар яуған матур ҡышында – 22 декабрҙә атай-әсәйемә, туғандарыма ҙур ҡыуаныс булып ошо матур яҡты донъяға килгәнмен.

«Бейеүгә  ғашиҡмын»Ағиҙелдән нурлы, яҡты йөҙөм,
Шүлгәнемдән сихри серлелек.
Бөрйән ҡыҙы – ниндәй ғорур исем,
Күккә йондоҙ итеп теҙерлек.

Бәләкәй саҡтан уҡ бейергә яратам, ә бейеү мәктәбен тик "бишле" билдәләренә генә тамамланым, һуңынан инде, яңы ансамбль төҙөгәс, ҡабат шөғөлләнә башланым. Яңы ғына барлыҡҡа килгән "Ялҡын" ансамбле хәҙер инде ҙур үрҙәр яулай, былтыр өлгөлө ансамбль исеменә лайыҡ булды, "Байыҡ" конкурсында күп тапҡыр ҡатнаштыҡ.
Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алам, уҡыу йортондағы бейеү түңәрәгенә лә йөрөйөм. Ғөмүмән, тормошомдо бейеүһеҙ күҙ алдына ла килтермәйем. Шиғыр, иншалар яҙырға ла яратам, шуның өсөн дә инде башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инергә хыяллана торғайным һәм был хыялым тормошҡа ашты. Театр түңәрәгенә йөрөйөм, модель, визаж мәктәптәрен тамамланым, йырларға, шиғыр ятларға, төрлө бәйге, концерттарҙы алып барырға яратам.

Йәшәү девизым:
Һис ҡасан бирешмәҫкә,
Йылмайып ҡарап донъяға,
Күңел һалып һәр эшкә.

“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы төркөмөнөң “Бәйләнештә”ге адресы – https://vk.com/ye02guzel
Фотоларҙы, үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте шунда һала алаһығыҙ, йә Айбулат Ишназаровҡа (https://vk.com/id47026933) шәхси хәбәр менән ебәрергә мөмкин. Сәхифәләрегеҙ (“личка”) асыҡ булырға тейеш.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл