RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Һылыуҡай тажы – Йылайыр ҡыҙында!

07.03.2014 Һылыуҡай тажы – Йылайыр ҡыҙында!

Ошо көндәрҙә Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында “Һылыуҡай –2014” республика гүзәллек конкурсына йомғаҡ яһалды. Финалда республиканың төрлө төбәктәренән һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Магнитогорск ҡалаларынан ун ике һылыу­ҡай көс һынашты.

Иң һылыу ҡыҙ исеменә кем лайыҡ булыр? Тамаша барышында һәр кем үҙенсә фараз ҡорҙо, яҡташы, туғаны, дуҫы өсөн янды-көйҙө. Быйыл ойоштороусылар башҡорт модельерҙарының эшенә ҙур иғтибар бүлгән. Ҡыҙҙар Венера Йомағолова, Азалия Дилмөхәмәтованың коллекцияларынан күлдәктәрҙә тамашасылар алдында һылыулығын, йыр-моңға маһирлығын иҫбатларға тырышты. “Һылыуҡай” минең өсөн көтөлмәгән һөҙөмтәләр конкурсы – уйламаған гүзәл жюриға иң сибәре булып күренә. Хәйер, тәмдә һәм төҫтә дуҫ юҡ, тип әйтәме әле рустар? Башҡорт ҡыҙҙарының һәр ҡайһыһы үҙенсә матур, сәхнәгә сыҡҡандары ҡыйыу ҙа. Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар араһында иң йәше булған Йылайыр ҡыҙы, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының X синыф уҡыусыһы Раушания Юлдыбаева иң гүзәл башҡорт ҡыҙы исеменә лайыҡ булыуын иҫбат итте. 1-се урынға – Санкт-Петербургтан килгән Алина Бай­заҡова, 2-се урынға – Учалы һылыуы Лилиә Вилданова, 3-сө урынға Сибайҙан Эльвира Ғү­мәрова менән Ейән­суранан Ләйлә Ха­рисова сыҡты. Номинацияларға килгәндә, “Нәфис һылыу­ҡай” – Сөмбөл Ҡарабу­латова, “Нурлы һылыуҡай” – Гөлназ Сәлтәшева, “Моңло һылыуҡай” – Камила Бикҡолова, “иманлы һылыуҡай” – Гөлнара Шәмсет­динова, “Наҙлы һылыуҡай” – Илүзә Йәғәфә­рова, “Зауыҡлы һылыуҡай” – Айгөл Вәлитова, “Тамашасы һөйөүе” – Эльвира Иҫәнбулатова.
Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә 13 февралдән тауыш биреү ойошторолғайны. Унда Ғафури районы сибәре Илүзә Йәғәфәрова 930 тауыш йыйып, еңеү яуланы. Илүзәне ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, вәғәҙә иткәнсә, уның хаҡындағы мәҡәләне киләһе һандарҙа бирәсәкбеҙ.
Конкурс матур тамаша менән ҡыуандырһа ла, күңелде ҡырған күренештәр ҙә булды. Мәҫәлән, конкурс башында фойела кон­курсант­тар­ҙың яҡташтарын йәлеп итеп ойош­торол­ған тамашаның төп бәйгегә бәйләнеше аңлашылманы. Етмәһә, кемдер: “Был һабантуй өсөн дә һылыу­ҡайҙарға балл ҡуйыласаҡ”, – тигәнерәк хәбәрҙе еткер­ҙе. “Ысындырмы, буштырмы” бул­һа ла, күңелде финал башланмаҫ уҡ төшөрөргә ярҙам итте.
Журналист халҡы ойоштороу­сыларҙың бәйләнеш булдырырға теләмәүенә зарланды. “Һылыу­ҡай” – республика халҡы яратып күҙәтеп барған ҙур конкурстарҙың береһе һәм ул яҡшы яҡтыртылырға тейеш. Киләһе йылдарҙа ойоштороусылар ваҡытлы матбуғат вәкилдәренә иғтибарлыраҡ булыр, тип ышанайыҡ.

М. АСҠАРОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл