RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Тамашалар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

07.02.2014 Тамашалар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Беҙҙең баҫма Яңы йыл сценарийына "Мөғжизә көткәндә" тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Уның шарттары былай булды: тамаша Йылҡы йылына арналған булырға тейеш һәм ижади фантазияның милли ерлектә үҫеше мотлаҡ, сценарий мәктәп сәхнәһе йә мәҙәниәт йорто өсөн яҙылһын.
Вәғәҙә итеүебеҙсә, иң шәп ҡулъяҙмалар гәзит биттәрендә һәм сайтыбыҙҙа баҫылды. Бил­дәле журналист, профессиональ әҙибә Фәрзәнә апай Аҡбулатова­ның да конкурсҡа әүҙем ҡушылыуы беҙҙең бәйгегә мәртәбә өҫтәне. Уның “Сөм тәрилкә, һай һауыт” тип аталған эшен, башҡа авторҙарҙан айырмалы рәүештә, махсус бүләк менән билдәләргә булдыҡ.
Батыр исемле ҡурҡыу белмәҫ егеттең, Шүлгән батшаны урынына ултыртып, Ҡыш бабайҙы, Ҡарһылыуҙы һәм Аҡбуҙатты нисек ҡотҡарыуы хаҡындағы сценарий барыһының да күңеленә хуш килгәндер. Төп герой яуыздар менән көрәштә белем менән барыһын да таң ҡалдыра, йыр-моңға маһир булыуын да иҫбатлай һәм еңеп сыға. Тамашаның авторы Зөлфиә Сәлихованы (Белорет ҡалаһы) бер тауыштан гран-приға лайыҡ тип белдерәбеҙ һәм еңеүсе тип иғлан итәбеҙ.
Нәҡ бөгөнгө көндө сағылдырыу­сы, замана йәштәрен тапҡыр һүрәтләүсе үҙенсәлекле сценарий авторы Гөлдәр Шәмсетдино­ва (Көйөргәҙе районы) – 1-се урын;
Ярҙамсыллыҡ, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ төшөнсәләрен онотмаҫҡа, тирә-йүндәгеләрҙе баһалай белеү сифатын юғалтмаҫҡа өндәгән Вәсилә Әбдрәхимова (БДУ студенты) – 2-се урын;
Төрлө шағирҙарҙың ижадын туплап, күңеленә ятҡан шиғри юлдар, башҡорт халыҡ мәҡәлдәре менән яманлыҡтан алыҫ то­рор­ға саҡырыусы Гөлсәсәк Ибра­һи­мо­ва 3-сө урынға лайыҡ булды.
Конкурсҡа эштәрҙе тоҡлап алдыҡ, тип әйтеп булмай. Шулай ҙа сценарийҙар тәрән йөкмәткеле булыуы, ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролоуы менән ҡыуандырҙы. Ғөмүмән, сценарий – бик үҙенсәлекле жанр, уны башҡорт телендә генә түгел, рус телендә лә яҙыусылар һирәк, сөнки күптәр әҙәби әҫәрҙәр ижад итергә ынтыла. Сценарий яҙырға өйрәтеүсе бер ниндәй уҡыу йорто ла юҡ. Мөхәрририәт был бәйгене ижади конкурс тип билдәләһә лә, уның төп маҡсаты – башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында киләсәктә сценарийҙар йыйынтығын туплау һәм сайтта йәки китап форматында баҫтырыу. Шуға күрә конкурс йыл буйына дауам итәсәк – Ғашиҡтар көнө, 23 февраль, 8 март, 1 май, 9 май, Һуңғы ҡыңғырау, Белем көнө, Уңыш байрамы, Ололар байрамы һәм башҡа тантаналарға арнап яҙырға мөмкин. Иң мөһиме, йөкмәткеһе фәһемле, рухи мәғәнәгә эйә булһын.
Еңеүселәрҙе иһә шөһрәтнамәләр һәм бүләктәр артынан редакцияға саҡырабыҙ. Ижадтан ҡур­ҡып торорға кәрәкмәй, кем белә, бәлки, сираттағы еңеүсебеҙ тап һин булыр­һың, ҡәҙерле гәзит уҡыу­сыбыҙ?

Мөхәрририәт.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл