RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

23.10.2010 «ЙӘШЛЕК»КӘ РЕКЛАМА»

«ЙӘШЛЕК»КӘ РЕКЛАМА»Быйыл «Йәшлек» үҙенең егерме йәшлек юбилейын билдәләй. Һәм шул айҡанлы үҙенсәлекле генә конкурс тәҡдим итмәксе ул. Быға, әлбиттә, йылы хаттарығыҙ, ҡайнар хистәрегеҙ, хатта мөхәббәтегеҙ этәр­ҙе. Юҡҡа ғына «Йәшлек»те халыҡ гәзите тип атамайҙарҙыр. Тик был заманда был йөктө гелән генә лайыҡлы алып барырға кәрәк тә баһа. Һеҙҙән бер аҙ рухи һәм күңел күтәргес ярҙам көтәбеҙ. Баҙар заманында беҙ ҙә рекламаға мохтаж. Бәйгенең исеме, шунан сығып, былай тип атала: «Йәшлек»кә реклама».
Иҫләйһегеҙҙер, «Сам себе режиссер» телетапшырыуында «Слабо» тигән рубрика бар. Унда ҡайһы берәүҙәр баш етмәҫлек һәләттәрен күрһәтеп ташлай. Ана шуға оҡшап та китергә мөмкин әлеге конкурсыбыҙ. Тик бында, зиһен етмәҫлек һәләттән бигерәк, «Йәшлек»кә ҡарата күңел аңлар, йөрәк тойор ихтирам-иғтибарҙы күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, кемдер «Йәшлек»кә арнап шиғыр яҙа, йыр сығара ала. Ә кемдәрҙер яратҡан баҫмаһының исемен сигеп тә, тишеп тә, ҡыйып та, соҡоп та, әүәләп тә, семәрләп тә, ябай буяу менән буяп та, ынйы-алтын менән биҙәп тә ҡайҙалыр, нимәгәлер яҙырға мөмкин. Ана, юл ситендәге йә ауыл эргәһендәге тауҙарҙа кирбес-таштар менән теҙеп яҙылған коммунизм осорондағы саҡырыуҙар һаман һаҡлана, «Йәшлек»кә лә бындай ихтирам күрһәткәндә, ҡалай шәп булыр ине. Хатта яратҡан гәзитегеҙ хаҡында реклама ролигы ла төшөрөргә булалыр. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла һеҙҙең фантазияға бәйле.
Эшләгән эштәрегеҙҙе мотлаҡ редакцияға ебәрегеҙ. Ебәреп булмай икән, эшегеҙҙең фотоһын һалығыҙ, үҙебеҙ барып күрербеҙ.
Бүләккә – ҙур телевизор. Йәғни уны ихлас күңелдән иң шәп реклама тәҡдим итеүсегә (йә итеүселәргә) бүләк итәсәкбеҙ. Тағы беҙҙең шундай ғәҙәт тә бар, конкурс халыҡ араһында популяр була башлаһа, йомартланып китәбеҙ. Бәлки, телевизор менән генә ҡотолоп та булмаҫ. Замандан артта ҡалмайыҡ, тотондоҡ рекламаға.
Мөхәрририәт.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл