RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Аҫылташтар шымартҡандай

05.10.2010 Аҫылташтар шымартҡандай

Аҫылташтар шымартҡандайЗаманында мөхәррир булып ошонда эшләп киткәнгәме, ошонда китаптарым донъя күргәнгәме, мин Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә йыш юлланам. Шулай, август аҙаҡтарындараҡ директор урынбаҫары Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Ғәлимова кабинетына барып инһәм, нәшриәттең 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы донъя күргән «Нәширҙәр» һәм «Китап»: «Рухиәт шәжәрәһе» баҫмаларын ҡарап ултыра.
– Нимә, үҙегеҙ тураһында һоҡланып уҡып ултыраһыңмы? – тип шаярттым. Ә ул етди яуаплай:
– Иншалла, һоҡланырлыҡ китаптар! Беҙ уларҙы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим итәбеҙ.
Ысынлап та, әйтелгән йыйынтыҡтар – күрмәлекле, зауыҡлы биҙәлешле, тәрән йөкмәткеле, бәҫле китаптар. Урынлы ҡу­йылған исемдәре үк, улар­ҙың мәртәбәле кимәленә ишаралап, уҡыусыһын алдан уҡ иҫкәртеп ҡуя кеүек.
Тәүге баҫма «Китап»тағы яҙмыш юлдары» һәм «Китап» байрамдары» тигән ике бүлектән тора. Төрлө быуын нәшриәт хеҙмәткәрҙәре – мөхәррирҙәр, рәссамдар, техник мөхәррирҙәр, корректор­ҙар хаҡында йылы, ыҡсым һүрәтләмәләр, очерктар урын алған унда. Хәҙерге осорҙа ифрат ҡатмарлашҡан китап сығарыу һәм уны халыҡҡа еткереү мәсьәләләре күтәрелә мәҡәлә­ләрҙә.
«Китап»: Рухиәт шәжәрәһе» йыйынтығын һис арттырыуһыҙ, энциклопедик баҫма, тип атарға мөмкин. Дан китап! Республиканың йөҙөн билдәләүсе төп нәшриәтебеҙҙең визит танытмаһы һымаҡ, уны теләһә ниндәй кимәлдә бүләк итеп бирергә лә була. Яҡын тирә төбәк нәшриәттәренең үҙ тарихын ентекле барлап, милләт хазинаһы – Китаптың нисек донъяға килеү серҙәрен шулай маһир асып һалған баҫмаларын күргән юҡ әле. Афарин авторға был хеҙмәте өсөн!
Ә китаптарҙың авторы – ошо уҡ нәшриәттә инде 40 йылға яҡын баш баҫып эшләгән Динә Ғәни ҡыҙы Мырҙаҡаева. Бында хеҙмәт юлын башлаған тәүге йылдарынан уҡ беләм мин уны. Шағирә, хәҙер Америкала йәшәгән Нурия Измайлова, инде матбуғат ветераны, «Ватандаш» журналының яуаплы сәркәтибе Мәликә Әминева менән әхирәт булып, шиғыр яҙышып йөрөй торғайнылар. Һайлаған һөнәренә, эш башлаған ойошмаһына тоғро ҡалды Динә. Ул әле, ойошто­ролғанынан бирле, Башҡортостан халыҡтары әҙәбиәте бүлегенә етәкселек итә. Оҙаҡ йылдар дәреслектәр редакцияһында мөхәррир булды. Тәржемәсе лә, башҡорт мәктәптәре уҡыусыларының бер нисә быуыны тарих, биология, йәмәғәт белеме фәндәрен ул әҙерләгән дәреслектәр буйынса өйрәнде һәм өйрәнә. Ҡайһы бер рус авторҙарының нәфис әҫәрҙәрен дә, фәнни-популяр әҙәбиәтте лә башҡортсалаштырҙы. «Ил батыры Салауат» (башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә), «Изгелек һуҡмағында», «Дәһшәтле йылдар шаңдауы», «Күңел көҙгөләре», «Аҡсарлаҡ» кеүек тиҫтәләгән йыйынтыҡты төҙөүсе лә ул. Динә Ғәни ҡыҙы – Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Вәзих Исхаҡов исемендәге әҙәби премия лауреаты, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Нәшриәттә эш башлауының тәүге йылдарынан уҡ, мөхәррирлек мәшәҡәттәренән дәреслектәрҙе, уҡыу ҡулланмаларын, башҡа китап­тарҙы баҫмаға әҙерләүҙән тыш, үҙ ҡәләмен ижадта һынап ҡарауға ла әүәҫ булды. Үҙенә илһам, хеҙмәттәштәренә шатлыҡ-ҡыуаныс өҫтәп, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә, китап сығарыу мәсьәләләренә арналған яҙмалары «Башҡортостан», «Кызыл таң», «Истоки», «Вечерняя Уфа», «Йәшлек», «Өмет», «Йәншишмә» гәзиттәрендә, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Толпар» журналдарында донъя күрә килде. Ә инде нәшриәттең юбилейы айҡанлы матбуғат биттәрендә китап сығарыу проблемаларын яҡтыртҡан, нәшриәттең тарихын байҡаған, коллегаларын тасуирлаған өс тиҫтәләп яҙмаһы сыҡты. Шуларҙың һайланма тупланмаһы китап булып донъя күргән дә инде «Нәширҙәр» йыйынтығында.
«Нәшриәт – ул изге тылсым йорто. Кеше аҡылы тыуҙырған оло мөғжизәләрҙең береһе – китап ярала бында... 90 йыллыҡ тарихы дауамында нәшриәттә күп маһир нәширҙәр – үҙ эшенең оҫталары хеҙмәт һала. Уларҙың күҙ нурҙары, зиһен көсөргәнеше, тырышлығы, баҫма хәрефтәр булып китап юлдарына теҙелеп, донъяға сыға, халыҡҡа аң-белем, мәғрифәт тарата, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәй... Үҙенең һәм хеҙмәттәштәренең шөғөлөн дөйөмләштереп, был һөнәр, әҙиплек, рәссамлыҡ һәм башҡа шундай ижад ҡомары кеүек, арбағыс һәм шауҡымлы, тип яҙа автор. Ҡайһы осорҙа эшләмәһен, ысын нәширҙәрҙең бөтәһен дә уртаҡ бер сифат – китапҡа, баҫма һүҙгә оло мөхәббәт берләштерә. Улар, һүҙҙең хакимы ла, ҡоло ла булып, яҡшыраҡ китап сығарыу дәрте менән яна... Исемдәре халыҡ хәтерендә, китап биттәрендә уйылып ҡала уларҙың: Әхмәтзәки Вәлиди, Исхаҡ Рәхмәтуллин, Дауыт Юлтый, Фәйзи Жданов, Булат Ишемғол; йәнә Зәйнәб Биишева, Ғиндулла Ғөзәйеров, Ғата Алмаев, Лотфи Ғадилов, Әхмәт Насиров; йәнә Нурислам Нуретдинов, Хәлисә Ғәлиева, Галина Осташевская, Раил Байбулатов, Сәүиә Мөхтәруллина... Нәшриәттә төрлө осорҙа эшләгән һәр хеҙмәткәр маҡтау һүҙҙәренә, мәҙхиә йырлауға, ололау­ға лайыҡ», – тип яҙа Динә китапҡа баш һүҙҙә. Һәм, журналист таһыллығын егеп, һәр хеҙмәттәшенә генә хас сифаттарҙы табып, аҡ ҡағыҙға теҙә. Китап тулыһынса тик һөнәрҙәштәр тураһында ғына булһа ла, бында тасуирлауҙар ҡабатланмай, һәр герой үҙенә генә хас билдәләре менән хәтерҙә ҡалырлыҡ сағыу шәхес булараҡ һынландырыла. Яҙмаларҙың баштары уҡ, авторҙың ҡәләм ҡомарын, фекерләү ҡеүәтен дәлилләп, иғтибарҙы йәлеп итеп тора: «Изге тылсым йорто», «Рейхстагта исеме яҙылған», «Шекспирҙы башҡортса һөйләштерә», «Игелекте иман итеп», «Йәнле һандар, йәнле хәрефтәр», «Әҙәбиәт, нәшриәт, мөхәббәт...» Шуныһын да әйтергә кәрәк: «Нәширҙәр» – аҫылташ шымартыусы оҫталарға тиңләнгән мөхәр­рир хаҡында тәүге айырым китап.
«Китап»: Рухиәт шәжәрәһе», нәшриәт коллективы тәҡдим итһә лә, ни өсөндөр бәйгегә индерелмәгән. Бәлки, хөрмәтле комиссия ағзаларын «автор-төҙөүсе» һүҙе һағайтҡандыр, бәлки, башҡа сәбәп булғандыр. Ә шулай ҙа, китаптың «әсәһе», «тыуҙырыусыһы» Динә Мырҙаҡаева, һәм, әлбиттә, был баҫма нәшриәт тураһындағы йыйынтыҡтарҙың иң тулы йөкмәткелеһе. «Ғәлийәнәп Китап» тигән бүлектән асылып китә ул. Борон башҡорттоң яҙмаһы булмаған, тигәнерәк уйҙырмаларҙы кире ҡағып, автор төбәгебеҙҙә революцияға тиклемге китап эше хаҡында мауыҡтырғыс бәйән итә. Электән үк китаплы халыҡ булғаныбыҙҙы һүрәттәр – Орхон-Йәнәсәй өлгөләре, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев автографтары, боронғо китап тышлыҡтары раҫлап тора. 1919 йылдың 16 октябрендә Башҡортостан дәүләт нәшриәте ойошторолғас, уның һәм милләттең, милләт китабының яҙмыштары айырылғыһыҙға әйләнә. Төрлө исемдәр менән атала нәшриәт төрлө осорҙа, ил кисергән күтәрелештәрҙе, ил кисергән афәттәрҙе бергә күтәрә, әммә бер ҡасан да, хатта хәтәр һуғыш йылдарында ла төбәгебеҙҙә китап сығыуҙан туҡтамай.
Нәшриәттең ойошторолоуына, уның төрлө йылдарҙағы эшмәкәрлегенә, унда эшләүселәргә ҡағылышлы аҙ билдәле йәки яңы асылған мәғлүмәттәр килтерелә баҫмала. Унда бирелгән бихисап фотоларҙың күбеһе – әлегәсә баҫылмаған, улар авторҙың үҙенең, өлкәнерәк хеҙмәттәштәренең шәхси архивтарынан алын­ған. Нәшриәткә нигеҙ һалыусылар, уның етәкселәре, баш мөхәр­рирҙәре тураһындағы яҙмалар ҙа – яңы мәғлүмәт, быны киләсәктә нәшриәт энциклопедияһын төҙөүгә башланғыс тип тә ҡарарға булалыр. Китап ыҡсым төҙөлөшө, камил «һөлдәһе» менән дә арбай, быны ла авторҙың бер уңышы тип нарыҡлау яҙыҡ булмаҫ. Ғөмүмән, нәшриәттең бығаса ныҡлап өйрәнелмәгән 90 йыллыҡ тарихын сағылдырыу кеүек ҙур яуаплы эшкә тәүәккәлләү – үҙе үк егетлек, батырлыҡ таһа!
Халыҡ араһында иң популяр баҫмалар – йыртмалы һәм дини, ғаилә календарҙары сығарыу хаҡындағы бүлек тә иғтибарҙы йәлеп итә. Динә үҙе лә, иң беренсе – 1986 йылғы сығарылышынан алып, ошо популяр баҫманың даими төҙөүсеһе лә, авторы ла. Йылдың-йылы ул календар­ҙарға матур-матур әҫәрҙәр һайлай, уға мәҡәләләр яҙырға яңы авторҙарҙы йәлеп итә, иң мөһиме – ус аяһындай календарь битенә тәрән йөкмәтке һыйҙырып, үҙе лә тос мәҡәләләр яҙа. Бына ҡайҙа ул Чеховтың «Ҡыҫҡалыҡ – таланттың туғаны» тигәнен раҫлау мөмкинлеге!
Китаптың бер бүлеге нәшриәттең республика халыҡтары әҙәбиәте бүлегенең 15 йыллыҡ эш тәжрибәһен анализлауға арналған. Бындай бүлек Рәсәй төбәктәре нәшриәттәренең береһендә лә юҡ. Беҙҙәгеһе – уникаль күренеш. Бүлектең ойошторолоуы республикабыҙҙа үткәрелгән аҡыллы милли сәйәсәт һөҙөмтәһе булһа, уның 1994 йылдан бирле уңышлы эшләп килеүе Динәнең булдыҡлылығының, ойоштороу һәләтенең, авторҙар менән кешелекле мөғәмәлә итә белеүенең һөҙөмтәһе.
«Китап»: Рухиәт шәжәрәһе» йыйынтығының һәр бүлеген Динә Мырҙаҡаева, инде төҙөүсе булараҡ, китап һәм уны донъяға сығарыусылар хаҡында афоризмдар, шиғырҙар менән тулыландырған. Бөйөк Мифтахетдин Аҡмулланың «Башҡорт­тарым, уҡыу кәрәк», мәшһүр Ғабдулла Туҡайҙың «Китап», Рауил Бикбаевтың «Башҡорт йорто, башҡорт китабы» һәм башҡа әҫәрҙәр уҡыусыға күңел зауығы, ғәм өҫтәй. Хөрмәтле комиссия рәсми рәүештә бәйгегә индергән «Нәширҙәр» китабы ла Рауил Бикбаевтың шиғыр юлдары менән йомғаҡлана:
Китабында яңы биттәр артһа,
Башҡорт йорто нығыраҡ яҡтырыр.
Тик шул саҡта ғына
Башҡорт илен
Киләсәге алға саҡырыр.
«Китап» нәшриәтендә, матбуғат өлкәһендә Динә Мырҙаҡаева һәм уның геройҙары кеүек фиҙакәр йәндәр эшләһә, халҡыбыҙҙың яңы баҫмалар менән байығыуына ышаныс һүнмәҫ. Ә ошо хазинаны 90 йыл буйына булдырыусы нәшриәт – Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең тарихына, ундағы күренекле мөхәррирҙәргә арналған китаптарҙың авторы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл