RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Ғаләмде биҙәй матурлыҡ һәм хис

21.03.2015 Ғаләмде биҙәй матурлыҡ һәм хис

Кемдәр улар – 23-сө йыл рәттән үткәрелеп килгән матурлыҡ бәйгеһенең быйылғы ҡатнашыусылары?
Береһенән-береһе матур, аҡыллы, маҡсатлы ҡыҙҙар менән таныштырып үтәбеҙ.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисСветлана КОЖАРИНОВА, 21 йәш
Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан. Тамырҙары менән Әбйәлил башҡорто. Киләсәктә үҙенең матурлыҡ салонын асырға хыяллана.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисӘлфиә КИЛДЕЙӘРОВА, 19 йәш
Ейәнсура районының Абзан ауылынан. Әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһында белем ала. Баш ҡалала үткәрелгән “Башҡорт һылыуы” конкурсы еңеүсеһе. Нәзир Байегетов етәкселегендәге “Алтынай” башҡорт бейеү ансамблендә шөғөлләнә.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисНәркәс НАСИРОВА, 18 йәш
Сибай ҡалаһынан. Буласаҡ уҡытыусы, бейергә ярата. Киләсәктә бәхетле ғаилә ҡорорға хыяллана. Башҡортостандың тәбиғәтенә һәм ҡымыҙына ғашиҡ.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисГөлназ ИЛЬЯСОВА, 17 йәш
Ишембай ҡалаһынан. Нефть эшкәртеү колледжында белем ала. “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашыу – бала саҡтан килгән хыялы.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисИлнара ҮТӘШЕВА, 17 йәш
Йылайыр һылыуы. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһында ер һәм төҙөлөш эше буйынса белем ала. Киләсәктә был ҡалала йәшәүсе башҡорт балалары өсөн бейеү ансамбле асырға ниәтләй.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисӘлиә ӘБДРӘШИТОВА, 19 йәш
Бөрйән районы һылыуы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Буласаҡ һөнәре – башҡорт теле уҡытыусыһы. Әйткәндәй, “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы лауреаты.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисГөлшат МАНАПОВА, 19 йәш
Салауат районынан. Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Шиғырҙар ижад итә, йырларға ярата. Тормошта атаһынан өлгө алып йәшәй.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисИлнара РАХМАНҒОЛОВА, 17 йәш
10-сы класс уҡыусыһы. Өфө ҡалаһында йәшәүенә ҡарамаҫтан, конкурста тыуған яғы – Баймаҡ исеменән сығыш яһай. “Һылыуҡай – 2015” бәйгеһендә башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа күрһәтеү маҡсатында ҡатнаша.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисДиана МӨХӘМӘТЙӘНОВА, 16 йәш
Өфө һылыуы. Бәйгенең иң йәш ҡатнашыу­сыһы. 10-сы класта белем ала. Киләсәктә хоҡуҡ белгесе булырға хыяллана. Башҡорт телен камил белер өсөн һәр йыл һайын ауыл­ға – олатаһы менән өләсәһенә ҡунаҡҡа бара. Һеңлеләренә өлгө булырға тырыша.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисИлмира МОТАЛОВА, 20 йәш
Хәйбулла һылыуы. Һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты.Татыу ғаиләлә тәрбиәләнеүе менән ғорурлана. Аш-һыу әҙерләргә ярата.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисЛәйлә КӘРИМОВА, 21 йәш
Бөрйән районынан. Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала, буласаҡ инженер. Һүрәт төшөрөргә, сәйәхәт итергә ярата, ҡул эштәренә маһир. Төрлө телдәрҙе өйрәнә, спорт менән шөғөлләнә.

Ғаләмде биҙәй  матурлыҡ һәм хисЗәлиә ЯППАРОВА, 21 йәш
Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылынан. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультетында белем ала. Балалар өсөн хәйриә фонды булдырырға иҫәп тота. Сәләмәт тормош алып бара, дарыу үләндәре менән ҡыҙыҡһына.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл