RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » » Бөртөкләп йыйыла алтын

14.11.2014 Бөртөкләп йыйыла алтын

Бөртөкләп йыйыла алтынБыйылғы “Юлдаш” йыры” конкурсында ҡатнашыусы 85 кешенең 25-е генә финалға үтте
Ем-ем килеп йондоҙҙар балҡыған күк йөҙөн күргәнегеҙ бармы? Әллә ниндәй фәлсәфәүи уйҙарға һалырлыҡ был илаһи матурлыҡҡа ҡарап туйырлыҡ түгел. Сикһеҙ йыһанға һанһыҙ булып һибелгәндәр ҙә үҙ ара серләшә-серләшә балҡып яналар. Ҡайһылары ҡояш байып, киске эңер ҡуйырыу менән ҡабын­һа, ҡайһылары һуңлап ҡына, таң һыҙылғанда ҡалҡа. Сағыу нурҙар һипкәне лә бар, беленер-беленмәҫ кенә сағылғандары ла бихисап. Бына ошондай төрлөлөк ма­турлай ҙа ин­де йондоҙло күк йөҙөн.
“Юлдаш” йыры – 2014” конкурсының гала-концертын ҡараған һәр кем үҙен таланттар йондоҙлоғон күҙәткәндәй хис иткәндер. Концерт ысын мәғәнәһендә йыр, моң һәм ижад байрамы булып үтте. Бишенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурс йылдан-йыл үҫешә, ойоштороу кимәле лә күтәрелә. Йыл ағымында “Юлдаш” радиоһы аша конкурс барышы менән ҡыҙыҡһынған һәр тыңлаусы проекттың географияһы киңәйеүен, ҡатнашыу­сыларҙың һаны ғына түгел, башҡарыу кимәленең дә үҫеше менән таныш. Быйыл Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Мәскәү ҡалаһынан, Силәбе өл­кәһенән, Татарстан республикаһынан 82 конкурсант ҡатнашып, улар­ҙың 25-е генә фи­нал­ға үтте. Улар араһында 18 – 30 йәштәрҙәге ижад юлына яңы ғына аяҡ баҫҡан йәштәр ҙә, ғүмер­ҙәренең йәшнәр саҡтарында сәхнә яуларға ҡарар иткән 35 – 45 йәшлек урта быуын да, хатта хаҡлы ялға сығып, билдәле булырға ҡарар иткән оло йәштәгеләр ҙә бар ине. Уларҙың барыһын да йырға һөйөү берләштерҙе.
Конкурс программаһын асыу­сы, Си­ләбенән килгән конкурсант Аза­мат Усма­нов­тың башҡорт халыҡ йыры “Каруанһа­рай”­­ҙы башҡарыуы һәр кем­гә бөтмәҫ-тө­кән­мәҫ рухи көс биргәндер. Ә инде Бөр­йән районынан килгән Сәлимә Ғари­фуллина һирәк башҡарылған “Тәнәкәй”ҙе сәхнәгә сығарҙы (әйткәндәй, ул, йәш булыуына ҡарамаҫтан, биш бала әсәһе, Әбдел­мәмбәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре). Салауат ҡалаһынан Зөлфиә Бир­ҙеғолова “Рамай” йыры менән ҡыуандыр­ҙы.
Һәр ауылда тиерлек байрамдар күрке булған матур, талантлы ғаиләләр бар. Киләһе йылдарҙа үтәсәк конкурстарҙа шундай ғаиләләр күберәк ҡатнашһын ине. Бишбүләк районынан килгән Зөлфиҙә һәм Ғаяз Мулла­ғәлиев­тар ғаиләһенә һоҡланмаған кеше ҡалманы. Моңло тауышлы пар һандуғасты тамашасылар сәс­кә гөлләмәләренә күм­де. Ғаилә башлығы инженер-ме­ханик булып эшләһә, Зөлфиҙә балаларға башҡорт теленән бе­лем бирә. Әйткәндәй, үҙҙәре башҡарған “Тыу­ған йорт” йырының һүҙҙәрен дә, көйөн дә Зөлфиҙә ижад иткән.
Быйылғы конкурста бик күп үҙешмәкәр композитор ҡатнашты. Концертты Зәлиә Рамаҙанова, Резеда Әхмә­това, Ильяс Ал­лаяров, Илнур Ҡоләхмәтов, Ре­зеда Бүлә­кова үҙҙәре ижад иткән йырҙар менән биҙәне. Ғәлиә Хәбир­йәнова, Фидан Шафиҡов, Дил­бәр Нур­ғәлиев, Илнур Ишем­баев сәнғәтебеҙҙең клас­сик өлгөләре булған ретро йырҙарҙы башҡарһа, йәш йырсылар өр-яңы эстрада йырҙары менән шат­ландыр­ҙы.
Тәүләп ҙур сәхнәлә сығыш яһар­ға батырсылыҡ иткән таланттарға билдәле йырсылар, баш­ҡорт йыр сәнғәте “йондоҙ”ҙары Аль­берт Ша­һиев, Бибисара Аза­матова, Рөс­тәм Ғиззә­туллин, Рэдик Ефремов, Эрнест Арыҫ­ланов фатиха биреп, үҙҙәренең йырҙарын бүләк итте. Ойош­тороусылар, “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре, тәнәфес ваҡытында тамашасылар өсөн төрлө уйындар, конкурстар үткәрҙе. Оҫта һәм етеҙ бейеүселәрҙе тәмле приздар ҙа көтә ине.
Жюри ағзалары – шағирә Гүзәл Ситдиҡова, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Нәфисә Тулыбаева, популяр йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин, “Юлдаш” йыры – 2013” конкурсы еңеүсеһе Мөхәм­мәт Садиҡов һәм “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы директоры Фәнүр Йәғәфәров­ҡа конкурсанттар араһынан “иң-иң”дәрҙе һайлап алыу еңелдән булмағандыр. Сөнки уларҙың һәр береһе юғары баһаға лайыҡ ине. Бы­йылғы ҡатнашыу­сылар араһында төр­лө йәштәгеләрҙең күп булыуы сәбәпле, жюри ағзалары урындарҙы ике төркөмдә билдәләне. Әлбиттә, конкурс­та ҡатнашҡан, хатта урын ал­ған йырсылар­ҙың һәр береһе “йондоҙ” булып ҡабына ла алмаҫ. Әммә “Юлдаш” хеҙмәткәрҙәре бөртөкләп йыйған таланттар араһынан йыл һайын бер нисәүһе генә булһа ла үҙ тормошон йыр сәнғәтенә бағышлаһа, улар маҡсатына иреште, тип иҫәпләргә булыр ине. Алтын да бит бөртөкләп кенә йыйыла.

Номинациялар
“Өмөт”– Лиана Иҙрисова һәм Лилиә Дауытова.
“Йырға тоғролоҡ өсөн”– Фәнидә Атанова, Флүзә Ғилемханова.
“Тамашасы һөйөүе”– Резеда Әхмәтова.
“Юлдаш” каналының махсус призы– Резеда Юлдашева, Фидан Шафиҡов.
“Тыуған яҡ йырсыһы” – Ғәлиә Хәбирйәнова, Зәлиә Рамаҙа­нова, Юлиә Килмөхәмәтова.
“Асыш” – Роза Хөснуллина, Эльза Юлдашбаева, Розалия Аритҡолова.

Урындар (35 йәшкә тиклемгеләр төркөмө)
1-се урын – Сәлимә Ғари­фуллина.
2-се урын – Айһылыу Ғәбди­нова, Фәнәғәт Юлмөхәмәтов.
3-сө урын – Резеда Бүлә­кова, Илнур Ҡоләхмәтов, Илнур Ишембаев.

(35 йәштән өлкәндәр төркөмө)
1-се урын – Дилбәр Нурғә­лиев.
2-се урын – Азамат Усманов, Зөлфиә Бирҙеғолова.
3-сө урын – Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағалиевтар, Зифа Хәкимова, Ильяс Аллаяров.

Фәнилә һәм Йәмил БАЙНАЗАРОВТАР (Архангел районы):
– Бөгөн ошо концертты күрер өсөн махсус баш ҡалабыҙға килдек. Күре­некле йырсыларҙы көн дә телевизорҙан күреп торабыҙ. Беҙгә үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан һәүәҫкәр таланттар ҡатнашҡан тамашалар тан­һыҡ. Тик конкурс шарттары буйынса халыҡ йырын башҡарыу мотлаҡ, тиҙәр ине, ә сәхнәлә улар әҙ яңғыраны. Шуныһы бер аҙ күңелде ҡырҙы.

Ғәлимә ЯППАРОВА (Стәрлебаш районы):
– Элек бындай юғары кимәлдә үткән саралар күп була торғайны, хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға күрә “Юлдаш” йыры” һәм ”Байыҡ” конкурстарының финал концерттарына мотлаҡ килергә тырышам. Тәүге урындар ғәҙел бирелде тип уйлайым. Үҙем өсөн яңы исемдәр астым. Яҡ­ташым Айһылыу Ғәб­ди­но­ваны күреп, ғорурлыҡ той­ғоһо кисереп ултыр­ҙым. Тик ҡайһы бер конкурсанттарҙың фонограмма менән сәхнәгә сығыуы оҡшаманы. Киләһе йыл­дар­ҙа ойоштороусылар был яҡтан ҡәтғи талаптар ҡуйһын ине.

Факил ӘБДРӘШЕВ:
– Киләһе йылда үҙем дә был конкурста ҡатнашырға иҫәп тотам. Шуға күрә ҡатнашыусыларҙың кимәлен кү­рер, баһалар өсөн махсус килдем. Концерт та, сығыштар ҙа матур булды. Ҡат­нашыу­сыларҙың күбеһе ауылда йәшәй бит инде, уларҙың ҡаушау, оялыу кеүек тойғоларҙы еңеп, ҙур сәхнәлә сығыш яһарға өйрәтеү режиссер­ҙарға ла еңел булмағандыр.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

27.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы Үҙебеҙ һайлаған юл