02.07.2011 Ауыр яҙмышлы, ижади балҡышлы
Һеҙҙең иғтибарға күренекле совет яҙыусыһы Йәүҙәт Ильясовтың һуңғы көндәре хаҡында уның тормош иптәше Анна Яковлевна Мигловец менән булған әңгәмәне тәҡдим итмәксебеҙ. Ул Ташкентта 2006 йылда баҫылған.
Был әңгәмәгә мин интернет селтәрен байҡап ултырғанда осраҡлы рәүештә барып эләктем тип әйтергә лә була. Улай тиһәң, Үзбәкстанда ғына түгел, СССР-ҙа бик күптәрҙең яратҡан яҙыусыһына әйләнгән яҡташыбыҙ Йәүҙәт Илъясовтың яҙмышы күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Уның 1952 йылда беҙҙең гәзиттә, ул ваҡытта «Ленинец – Ленинсы»ла әҙәбиәт бүлеге мөдире булыуы ла иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Яҙыусының тарихи һәм бер үк ваҡытта мажаралы китаптары күптәрҙең, бик күптәрҙең өҫтәл китабына әйләнгән. Интернеттағы күп фекерҙәр шул турала һөйләй. Уны «беҙҙең осорҙоң легендар яҙыусыһы, даһийы» тип нарыҡлайҙар.
Милица тигәндең фекерен тулыһынса килтерәм: «Беҙҙең аранан иң шәптәрҙең китеүе бигерәк йәл. Йәүҙәт Хәсәнович әле тере булһа, күпме яңы әҫәре менән һөйөндөрөр ине. Уның әҫәрҙәре менән минең тормошомдағы иң ҡәҙерле хәтирәләрем бәйләнгән. Бынан егерме йыл элек уның «Стрела и солнце» тигән романы ҡулыма килеп эләкте. Дөрөҫөрәге, тарихи әҙәбиәткә һөйөүемде белеп, ирем бүләк иткәйне. Бер тынала уҡып сыҡтым һәм яҙыусының зирәклегенә, образлы фекерләүенә хайран ҡалдым. Картиналарҙы ул ҡойоп ҡуя. Ул көндәрҙә мин шул китап менән йәшәнем. Иң мөһиме шул: романдың һуңғы битен япҡан көндө мин үҙемдең ауырлы икәнемде белдем. Тағы шуға ла ҡәҙерле был әҫәр, мин уны күҙ алмам кеүек һаҡлайым. Һуңынан Йәүҙәт Ильясовтың башҡа романдарын да уҡып сыҡтым һәм яҙыусының оҫталығына, талантына һоҡланыу артҡандан-артты ғына. Ниндәй генә әҫәрен алма, ундағы ваҡиғалар кинола барған кеүек. Бына кемдең әҫәрҙәрен экранға сығарырға кәрәк!»
Был комментарий аҫтына киносценарист Сергей Кузьминых «Заклинатель змей» һәм «Башня молчания» әҫәрҙәре буйынса кино төшөрөргә йыйыныуҙары хаҡында хәбәр итә. Әле инвесторҙар йәлеп итеү менән мәжғүлдәр икән. Алда телгә алынған әҫәр хаҡында: «Бөйөк Хәйәм тураһында яҙыу бик ауыр һәм мөмкин дә түгел, шикелле. «Заклинатель змей» һәм «Башня молчания» әҫәрҙәрендә автор Хәйәмдең үтә лә ҡатмарлы күңел торошон дөрөҫ аңлай һәм асыҡ та, ышандырырлыҡ итеп тә бирә ала. Был повестары менән Йәүҙәт Ильясов Ғүмәр Хәйәмгә генә түгел, үҙенә лә һәйкәл ҡуйҙы», – тип яҙҙы үзбәк ғалимы, профессор Шаислам Шамухамедов.
Ысын һәм шәп яҙыусы булған яҡташыбыҙ, башҡорт егете.
Әңгәмәгә иғтибар йүнәлтәйек. Ул ҡыҫҡартып бирелә.
Туғыҙ тиҫтәһен тултырып килгән Анна Яковлевна Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды. Ул иренең фажиғәле вафатына утыҙ йыл үтһә лә һаман да Ташкентта, яҙыусы менән ун дүрт йыл ғүмер кисергән ике бүлмәле фатирында көн күрә. Йәшәү шарттары ҡыуанырлыҡ түгел, фатир таҙа һәм бөхтә итеп йыйыштырылған. Хужабикәнең төп байлығы – яҙыусы иренең хаттар, ҡулъяҙмалар, монографияларҙан торған күләмле архивы, китаптары һәм Йәүҙәттең үҙ ҡулдары менән эшләгән картиналары. Уларҙы ул бик ҡәҙерләй, китаптарҙы – целлофанда, архив материалдарын йоҙаҡлы һандыҡта һаҡлай.
Анна Яковлевна – Йәүҙәт Ильясовтың өсөнсө һәм һуңғы ҡатыны.
– Беренсе ҡатыны уны төрмәгә ултырта, Йәүҙәт йыл ярым ултырып сыға, икенсеһе уны фатирһыҙ һәм мөлкәтһеҙ ҡалдырып ҡаса. Минең менән осрашҡанда ул ауыр хәлдә ине. Үҙен көскә терелтеп, аяҡҡа баҫтырып алдым. Йәүҙәттең дүрт балаһы – өс ҡыҙы һәм улы бар. Өлкән ҡыҙы ла вафат инде хәҙер. Үкенескә күрә, беҙҙең уртаҡ балаларыбыҙ булманы – берҙән, йәшем үтеп бара ине һәм ул да ныҡ эсте, – тип һөйләй Анна Яковлевна Мигловец. – ҡарт көнөмдә шулай яңғыҙым. Улай тиһәң, Йәүҙәтем миңә һәр көн килә...
Рәсми фараз буйынса, яҙыусы Ташкенттағы Волгоград урамындағы (хәҙер Ғафур Ғуләм исемендәге парк) күлдә һыу ингәндә батҡан, ҡыҫҡаһы, бәхетһеҙ осраҡ. Тик Анна Яковлевна элек тә, бөгөн дә, Ильясов батып үлмәгән, ә уны үлтерҙеләр, тип бара. Был һүҙҙәрҙе ныҡлы ышаныс менән әйтә.
– ҡуйсы әле, һыуҙа ул балыҡ һымаҡ йөҙә ине, рәхәтләнеп һыу инергә яратты, – ти ул. – Эскән сағы булһа, һыуға яҡын да бармай торғайны. Ә ул июнь көнө (фажиғә 1982 йылдың 19 июнендә була) бөтөнләй эсмәгәйне. Мәйеттең йөҙөн асып ҡарағанда битендә ҙур күк урынын күрҙем – ишкәк менән һуғып иҫенән яҙҙырғандар ҙа, һуңынан, ярға сығарып, быуғандар. Миндә судмедэкспертизаның аңлатмаһы бар, унда, үлем сәбәбе – асфиксия, тиелгән.
Тол ҡатындың фекеренсә, үлтереүҙең сәбәбе – Ильясовтың ҡабатланмаҫ таланты һәм уға көнләшеүселәр, плюс ул ваҡыттағы Үзбәкстан компартияһының Генераль секретары Шәрәф Рәшидовтың яҙыусыны күрә алмауы.
– 1981 йылда Йәүҙәт баҫылып, арып ҡайтып инде. Йөҙө ап-аҡ. Рәшидов үҙенең авторы хеҙмәтенән баш тартҡан (Генсек үҙе күренекле яҙыусы ла булып иҫәпләнде, тик уның өсөн башҡалар яҙған) һәм, ул минең уның өсөн эшләүҙе теләй, тип һөйләне. Ильясов уның өсөн романдар яҙырға тейеш була инде. Йәүҙәт тәҡдимдән ҡырҡа баш тартҡан, шуның өсөн ғүмере менән түләне лә инде. Ошо хәлдән һуң уны бер нисә тапҡыр үлтерергә маташтылар. Мин уны үлтереүҙәрен белдем һәм был турала асыҡтан-асыҡ әйтә килдем. Шуға миңә ҡурҡытыуҙар йыш булды. Бер мәл урамда, ҡараңғы урында, бер ир муйыныма бау һалды. Йүгереп килеүсе әхирәтем ҡотҡарып ҡалды, уның, нишләйһең, ҡәбәхәт, тип ҡысҡырыуына был ир, ох, белмәйһең, был ҡатын ҡалай ҡиммәт тора, тип ысҡындырған.
Үлтереүҙең сәйәси сәбәпле булыуын яҙыусыны күмергә бер кемдең дә килмәү факты ла аңлата, ти Анна Яковлевна.
– О-o... уның күпме дуҫы, танышы булды, Үзбәкстандың бөтә Яҙыусылар союзы. Хушлашырға бер кем килмәне! ҡурҡҡандар, күрәһең. Моргтан Йәүҙәтте улы Джангар менән алып сыҡтыҡ һәм икәүләп ерләнек. Күренекле яҙыусылар ерләнгән зыяратҡа уны ҡуйырға рөхсәт бирмәнеләр. Үзбәктәр үҙҙәрен данлаған яҙыусыһына бына шундай «хөрмәт» күрһәтте...
Яҙыусының 60 йыллығына Яҙыусылар союзы ул йәшәгән йортҡа рус һәм үзбәк телендә таҡтаташ ҡуйған, үлгәндән һуң илдең төп дәүләт премияһын бирергә лә йыйынғандар. Бирмәгәндәр, ә тол ҡатыны хаҡында бөтөнләй онотҡандар...
Ильясовтың уникаль архивы менән ике бүлмәле фатиры кемгә ҡалыр? Бөгөнгө көндә Анна Яковлевнаны ошо ғына һорау борсой, сөнки уның вариҫтары юҡ.
Ауыр яҙмышлы, шул уҡ ваҡытта ижади балҡышлы булған яҡташ яҙыусыбыҙҙың ғүмере.
Мөнир ҡУНАФИН.