RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатын-ҡыҙ бәхете – ил бәхете!

28.02.2014 Ҡатын-ҡыҙ бәхете – ил бәхете!

Бөгөн икмәк артынан сыҡҡанда ғына нисәмә йәш ҡыҙҙың эсеп, тартып торғанын күҙәтергә мөмкин. Ә бит улар – беҙҙең киләсәк. Сөнки тап гүзәл зат бала тыуҙырып, уға ғүмер бирә. Сирле йәки инвалид бала тапһа, бер аҙымға беҙҙең киләсәк туҡтап ҡаласаҡ. Ә бит заман ҡыҙҙарының күбе­һе был турала уйламай. Уларға үҙҙәренең организмын ағыу менән тултырып, «кайф» алыу беренсе урында тора. Әммә улар рәтенә йәштәрҙең бөтәһен дә индерергә ярамай. Ундайҙар аҙ, әммә бар. Был шатландыра. Тимәк, ниндәйҙер өмөт бар әле.

Ҡыҙыҡһыныуҙан, 20 ҡыҙ­ҙан һорау алырға ҡа­рар ителде. Бының өсөн студенткалар һайлап алынды. Сөнки, күп тә үтмәҫ, улар инде әсәй ҙә буласаҡ. Уларға түбәндәге һорау һәм уға дүрт варианттағы яуап тәҡдим ителде.
«Балағыҙға алкоголле эсемлек эсергә, тәмәке тартырға рөхсәт итер инегеҙме?
а) әлбиттә, юҡ;
б) эйе, сөнки был уның тормошо, ул уны үҙе һайлай;
в) белмәйем;
г) миңә барыбер».
20 ҡыҙҙан 18-е «әлбиттә, юҡ» тигән яуапты һайлаған, 2 кеше «белмәйем» тигән. Ҡыҙҙар: «Башта иҫкәртер, ә һуңынан уға ирек бирер инем», – тигән фекер ҙә белдергән.
Был бәләкәй генә һорау алыу ҙа күпте асыҡлай: буласаҡ әсәйҙәрҙең балаларына ҡарата мөнәсәбәте уйланылған һәм теүәл асыҡлана. Әммә, ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, ошо ҡыҙҙар­ҙың нисәүһенең сәләмәт бәпес табасағы билдәле түгел. Сөнки ҡыҙҙарҙың унауҙан күберәге эсеү, тартыу менән бер тапҡыр булһа ла «дуҫлашып» ҡараған. Ә бит был насар ғәҙәттең һуңынан сиргә әйләнеүе лә мөмкин.
Киләсәк тураһында уй ғына йөрөтөргә мөмкин. Бөтә ышанысыбыҙ йәш ҡыҙҙар ҡулында. Ә ғүмерендә бер тапҡыр ҙа ауыҙына тәмәке, ҡулына рюмка тотмаған ҡыҙҙар алдында баш эйге һәм рәхмәт әйтке килә. Тап шундай сәләмәт рухлы гүзәл зат вәкилдәре күберәк булһын ине.

Лилиә КИЛМӘТОВА,
БДУ-ның Нефтекама филиалының
3-сө курс студенты.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған