RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һыраға көн бөтөрмө?

13.11.2010 Һыраға көн бөтөрмө?

Ниһайәт, йыл ярым самаһы һүҙ барғандан һуң, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа һыраны алкоголь эсемлегенә тиңләү тураһында закон проекты ҡабул итте. Проект тулыһынса хупланғанда, киләһе йылдан һыра етештереү һәм уның менән сауҙа итеү лицензия буйынса ғына башҡарылырға тейеш. Тимәк, бынан ары һыра менән сауҙа итеүселәргә лицензия алырға тура киләсәк. Сөнки яңы документ 5 градустан да артығыраҡ этил спирты булған эсемлектәрҙе, ҙур магазиндарҙа төнгө сәғәт 11-ҙән һуң һатыуҙы тыйыу менән бер рәттән, вокзалдарҙа, аэропорттарҙа, метрополитендарҙа, аҙыҡ-түлек баҙарҙарында, киоскыларҙа, ларектарҙа, палаткаларҙа һатыуҙы сикләйәсәк. Парламентарийҙарҙың өлеге идеяһын ил Хөкүмәте тулыһынса хуплай. Әммә ҡаршы төшөүселәр ҙә юҡ түгел. Ә был турала гәзит уҡыусыларыбыҙ ни уйлай икән? Беҙ уларға «Һыра –алкоголле эсемлекме?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Владимир САМОРОДОВ, Башҡор­тостан урыҫтары соборы рәйесе:
– Беҙ ни өсөндөр эскелеккә, мәңгелек бәлә, менталитетыбыҙға тамыр йәйгән проблема, тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Үкенескә күрә, эскеселәр маргиналдар араһында ғына түгел, ә ижад кешеләре, йәштәр, балалар араһында ла күп. Шунлыҡтан эскелеккә һабыштырыусы һыраға ҡарата яңы ҡағиҙәләр индерелеүен хуплайым. Был мәсьәләне беҙ апрель айында баш ҡалала үткән эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара конференцияла ла күтәреп сыҡҡайныҡ.
Эскегә һабыштырған аныҡ ҡына сәбәпте атай алмайым. Әммә социаль сирҙе аҙҙырыуға бик күп фактор булышлыҡ итә. Шуларҙың береһе тип һыраны киң рекламалауҙы атарға мөмкин. Һыра ҡулланыусылар һаны артыуы, йәштәр, үҫмерҙәр араһында эскелектең көсәйеүе нәҡ ошо эсемлекте рекламалауҙың касафаты ла инде. Был эсемлек «зәңгәр экран»дан, әйтерһең дә, һыуһынды ҡандырғыс ҡәҙимге газлы һыу ише рекламалана. Шуға күрә һыраны рекламалауҙы ауыҙлыҡлауҙы, етештереүселәргә һәм уны һатыусы­ларға сикләүҙәр индереү маҡсатҡа ярашлы, тип иҫәпләйем. Был закон күптән кәрәк ине.

Эльвира КИРӘЕВА, аҙыҡ-түлек магазины хужаһы:
– Был аҙымды ни бары сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау тип кенә аңлайым. Миңә ҡалһа, закон ҡабул итеп кенә һыра һөйөүселәрҙе кәметеү мөмкин түгел. Менталитетты үҙгәртергә кәрәк, һәр кем тәрбиәне үҙенән башлаһа ғына ниндәйҙер кимәлдә эскелектән арынып буласаҡ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, футбол менән хоккейҙы һыраһыҙ ҡарай алмаған атай­ҙарҙан нимә өмөт итергә ҡала? Үҙе даими һыра һемергән атай балаһына нисек итеп уның насар йоғонтоһо хаҡында аңлата ала?! Сикләүҙәр индереүҙең дә файҙаһы тейһә, ярай ҙа ул. Юғиһә уны ҡулдан һатыу, хаҡ өҫтәп һатыу кеүек кире күренештәр ҙә күҙәтелмәҫ тимә.
Бына мин, мәҫәлән, магазинда киске сәғәт ундан һуң араҡы һатыу­ҙы тыйһалар ҙа, араҡынан төшкән килемде юғалтманым, киреһенсә, ул артты ғына. Шуға һыраны төнгө сәғәт ун берҙән һуң һатыуҙы тыйыуҙан да әллә ни ҙур үҙгәреш көтмәйем. Үҙем һыра яратмайым. Берүк дөрөҫ аңлағыҙ, башҡаларҙың да эсеүен теләмәйем.

Гүзәл БИЛАЛОВА, табип-нарколог:
– Бөгөн һыра телевизорҙа ла, радиола ла туҡтауһыҙ рекламалана, һәр мөйөштә һатыла. Шул уҡ ваҡытта уға акциздар башҡа спиртлы эсемлектәргә ҡарағанда егерме тапҡырға түбән. Ошо үҙе үк йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итәлер ҙә инде. Һыраны зарары булмаған, һыуһынды ҡандырыусы һыу тип һанау – ҙур хата. Сөнки уның бер шешәһе илле-йөҙ грамм араҡыға тиң. Өҫтәүенә, һыра алкоголизмының араҡыныҡына ҡарағанда күпкә хәүефле булыуы күптән иҫбат ителгән. Тик йәштәр, һыра һөйөүселәр быға бигүк әһәмиәт бирмәй. Иң үкенеслеһе шул.
Статистика буйынса, Рәсәйҙә генә 11,5 мең бала эсә. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, илебеҙҙә кеше башына утыҙ дүрт литр араҡы тура килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һигеҙ литрҙы, күп, тип саң ҡаҡҡанда, был – ҡот осҡос хәл. Әле Башҡортостанда ғына 52 мең кеше наркология диспансерында иҫәптә тора. Ғәмәлдә иһә уларҙың һаны байтаҡҡа күберәк. Был һәр алтынсы кеше эсә, тигән һүҙ. Балалар ун-ун бер йәштә спиртлы эсемлек ҡуллана башлай, күптәре әлеге лә баяғы һыранан эскелеккә ылыға. Шуға күрә һыраға ҡарата сикләүҙәр индерелеүен һөйөнөп ҡабул итәм. Сөнки, белгес булараҡ әйтәм, һыра – ул алкоголле эсемлек. Беҙ уны спиртлы эсемлек менән тиңләүҙе күптән көткәйнек. Өмөт аҡланһа, киләсәктә, бәлки, тағы ла ҡатыраҡ закондар индерелер. Ни хәл итәһең, шунһыҙ булмай. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәр менән тигеҙ эсеүе, йәш кенә ҡыҙ-егеттәрҙең эскелек һаҙлығына батыуы шуны талап итә.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған