RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рухыбыҙға батша булып...

13.11.2010 Рухыбыҙға батша булып...

Халыҡ тулҡын кеүек шаулар ҙа тыныр, тигән бер аҡыл эйәһе. Үткән быуаттарға баҡһаҡ, халҡыбыҙ, ер-һыуын ҡурсалап, ирек, хаҡлыҡ даулап, диңгеҙ һымаҡ дулаған. Ҡөҙрәтле лә, ғәйрәтле лә, намыҫсан да булған ҡанбабаларыбыҙ. Хаҡлыҡ, ғәҙеллек юлында бихисап ил улдары ҡорбан булған, яуыздар тарафынан күп­тәрҙең нәҫел-тамыры ҡоротолған. Ҡоттары алынып, рухтары һынып, илдә баш баҫып йәшәүселәр ишәйгән. Диңгеҙ-даръялай башҡортом да тынсып ятҡан тын күлдәй тынып ятҡан.
Заманалар башҡа, заң башҡа осор. Әле демократия мәлендә, гражданлыҡ йәмғиәтендә йәшәйбеҙ, тибеҙ. Мәгәр уның һауаһын күкрәк тултырып һуламайбыҙ. Рухи донъябыҙ, фиғелебеҙ һәр яҙ үҙгәргән, яңырған, үҙ-үҙен сафландырған тәбиғәт кеүек түгел. Тәбиғи холҡо яһалмаға яраҡлашҡан, ғәйрилеге һүрелгән нәҫелебеҙ хәҙер үҙ-үҙе булып, Хоҙай биргән шәхси сифаттарын, ғәҙәттәрен, булмышын ғәмәлләштереп йәшәй алмай. Ижтимағи тормошобоҙға, мөхитебеҙгә һылтанып, ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа икәнен онотоп, күптәребеҙ илаһи асылын, донъяға ҡарашын, фекерен, йөҙөн-төҫөн алмаштырған ҡуштан затҡа әйләнә. Сөнки үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртып, йәшәйеш дөрөҫлөгөнән хакимдар дөрөҫлөгөн өҫтөн итәләр.
Инде егерме беренсе быуатта йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, бихисап ҡәрҙәшебеҙгә ҡоллоҡ психологияһы хас. Улар йорт-ил яҙмышына бәйле мәсьәләне үҙе уйлағанса хәл итергә ҡурҡа, дөрөҫмө-түгелме, фәҡәт ҡушҡанды башҡара. Был йәмғиәткә ниндәй зыян килтеререн, нимәгә илтерен уйлап та бирмәй. Фәҡәт үҙҙәренә генә ел-дауыл ҡағылмаһын, түрәләр ҡырын күҙ менән ҡарамаһын! Эйелгән башты ҡылыс сапмай, буйһонғандың муйыны имен. Ҡойонда ҡалмайым тиһәң, кемдеңдер яйына күн, уға теҙ сүк. Хакимдарҙың байтағы үҙ ихтыяры менән эш иткәндәрҙе хуп күрмәй, сөнки ғәҙелдәр рухы күңелдәренә шом һала, ҡурҡыта. Уларға ярамһаҡтар ҡулай. Үҙ фекерлеләргә янап, баҫым, ҡыҫым яһап, баштарын боралар. Был ҡырағай ысул көнитмешебеҙгә ныҡ үтеп инеп, уның бөтә сикәләрендә лә ҡулланыла, хатта мәғариф мөхитендә лә. Шуныһы аяныс, рухи көсө йомшаҡ, ихтыяры булмаған уҡытыу­сылар уҡыусылары күңеленә ҡоллоҡ психологияһы орлоҡтарын сәсә. Кешегә үҙ ихтыяры менән йәшәргә, үҙ фекерен әйтергә, уй-ниәтен бойомға ашырырға ирек бирмәйҙәр икән, ул тора-бара һүҙе лә, өнө лә юҡ мәхлүккә әйләнә, шуның менән халыҡ та бахырлана, ә бахырҙың хәле аяныс. Уның – бығауланған рухтың тәҡдирен күҙ алдына килтер, башҡортом. Аҡман сәсән һүҙҙәре менән әйткәндә:
... Ҡолдар бөтөр. Рухыбыҙға батша булып,
Йән түрендә тәхет табыр ҡоллоҡ.
Рухтарҙы шул бахыр иткән ҡоллоҡ яман.
Рухтарын ҡоллоҡ сорнаған милләттәштәребеҙҙең милләтебеҙҙең ил уҙамандарын эҙәрләүе, мәсхәрәләүе, уларҙан дошман яһауы, үс алыуы яман.
Сикләнгәнлегебеҙ, етлекмәгәнлегебеҙ, берекмәгәнлегебеҙ, меҫкенлегебеҙ йорт-ил хәстәре менән янған ир-егеттәребеҙҙе айырып ҡарауҙа, башҡа райондыҡы тип, ситкә тибеүҙә лә күренә. «Вазифалы урынға ҡуйҙыртмайыҡ, депутат итеп һайлатмайыҡ!» – ошолай лаф оралар, тамаҡ яралар. Ябай ауыл кешеләре генә түгел, хатта киң мәғрифәтле тигән зыялыларыбыҙ ҙа. Күберәк улар ҡотҡо һала. Ә «үҙебеҙҙеке» тигән бәғзе әҙәмгә халыҡ бар ни ҙә, юҡ ни, уға үҙ хәстәре генә хәстәр. Ул яһилдан тәҡәтең ҡорор, ҡотоң алыныр. Беҙҙең райондыҡы, беҙҙең райондыҡы түгел, тип бүлгеләү – тейешле үҫеш кимәленә етмәү, тар ҡарашлылыҡ билдәһе. Бындай ҡараш, өгөт-нәсихәт милләт булараҡ халҡыбыҙҙы тарҡата. Усағыбыҙҙың ҡуҙҙарын һәр кем үҙенә тартҡанда ялҡын бөтәсәк, ут баҙламаясаҡ. Ғөмүмән, ҡайһы районда тыуып үҫеүенә ҡарамаҫтан, бихисап дәүләт эшмәкәребеҙ, сәнәғәт, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт әһелебеҙ бөтә халыҡҡа хеҙмәт итә бит. Үҙ башҡортобоҙҙо район буйынса ҡарап һанлау-һанламау иһә зиһен кимәле түбән бәндәләрҙең сифаты. Был аҡыл-аң бәләһе камил милләт булып өлгөрөүгә һәм танылыуға ҡамасаулай.
Үҙ көнөн үҙе күреү, үҙенә кәрәкте үҙе етештереү булмышынан яҙған, үҙ тамағын үҙе туйҙырырлыҡ хужалыҡ та булдыра алмаған ҡәрҙәштәребеҙҙең тормошо ниндәй аяныс! Әлмисаҡтан айыҡ ҡарашлы, йүнсел, хужалыҡсан булып үҫһәләр, улар бындай көнгә ҡалмаҫ ине. Ауылда көн иткән милләттәштәребеҙҙең ҡыҙғаныс хәле йәндәребеҙҙе әсеттерә. Ул эшһеҙлек, ул эскелек, бөлгөнлөк...
Ҡушҡанды ғына эшләргә күнегеү айырыуса ауыл ерендә бөтә йәһәттән күренә. Колхоз-совхоздар бөлгәс, эш хаҡы түләнмәгәс, халыҡ оло фажиғәгә тарыған һымаҡ шаңҡып ҡалды. Бәғзе ир-егеттәр, иҫ-һуш йыйып, Себергә китте. Бик һирәктәре генә, шөғөл табып, тырышып-тырмашып донъя көтә. Байтаҡтар, олоғайған ата-әсәһенең, олатай-өләсәһенең пенсияһын ашап, ҡул ҡаушырып өйҙә ята. Хәҙер, кис етһә, ауылда һәр кем йортон бикләп ала. Сөнки ауылдаштар бер-береһенең мөлкәтен урлай. Атын, һыйырын, башмағын, һарығын, ҡаҙын, тауығын... Уғрылыҡ менән тамаҡ туйҙыралар.
Ауыл рухи яҡтан түбәнәйә, эскелек, гонаһ-яҙыҡ һаҙлығына бата бара. Ир-егеттәр генә түгел, ҡыҙ-ҡырҡын, хатта бала-саға ла ни ҡылғанын белмәй. Бәйһеҙлектең, аҙғынлыҡтың сиге юҡ. Самогондан аң-зиһен томаланған, тән ағыуланған, аулаҡ өйҙәрҙә шәрә бейейҙәр. Шундай бер өйҙөң хужаһы, оло йәштәге буйҙаҡ ир: «Мин бушлай стриптиз ҡарап ятам», – тип ҡыуана. «Ҡыуаныс»ы бик оҙаҡҡа бармай, мәхшәр уйнаш төнөндә уны һарыҡ һымаҡ салып ташлайҙар, фәхишә ҡатындан силсә (сифилис) йоҡторғас, уны быуып үлтерәләр. Әйтерһең, ҡырағайлыҡ заманы яман үләт ҡиәфәтендә урап килгән. Ата – ҡыҙын, әсә улын айырмай. Иҫерек әсә менән ҡоторған улы бер түшәктә тилерә. Бына шулай миңрәүләндерә, аңраландыра, шаңҡыландыра икән мәғәнәһеҙ тормош кешене.
Иман, выждан, намыҫ тигән изге төшөнсәләр ҙә бар бит әле. Уларға хыянат кешелегеңде юғалтыуға, хайуанға әйләнеүгә бәрәбәр. Ысынбарлыҡты йәшереп булмай, әҙәм сүрәтен юғалтҡан ҡәрҙәштәребеҙ ишәйгәндән-ишәйә. Был – милләтебеҙҙең яҙмышы өсөн борсолған кешеләргә үтә лә ауыр кисереш. Ҡанбабаларҙан бирелгән сая рухыбыҙҙы бысраҡҡа һалып тапайбыҙ, мәсхәрә итәбеҙ. Ҡәрҙәштәребеҙҙе йән түрҙәрендә тәхет тапҡан, әсир, бахыр иткән ҡоллоҡ, аламалыҡ шауҡымынан нисек арындырырға, һәләкәтле һуҡмаҡтан нисек имен юлға борорға? Нисек итеп Хоҙай биргән иман, башҡорт намыҫы, ирек һөйөүсәнлек сифаттарын рух батшаһы итергә? Һис шикһеҙ, тәнебеҙҙән алда бахырлыҡты йән-рухыбыҙ еңергә тейеш. Башҡорт еренең, иленең яҡты киләсәге өсөн. Үҙ юлыңдың хаҡлығына инанып, шоңҡар ҡош кеүек иректә йәшәү кемдеңдер ситлегендәге «бәхет»тән мең тапҡыр ҡыуаныслы. Ситлектәге ҡош тере мәйет, уйынсыҡ ҡына. Шуға ла ҡан ҡәрҙәштәремә Ғүмәр Хәйәм рухы менән өндәшәм:
Йәшә аҡыллы һәм ирек һөйгән ирҙәр
араһында,
Ары йүгер алдаҡсылар һәм йәндәре
түбәндәрҙән.
Эскәнсе бәлзәм ҡәбәхәттең ҡулдарынан,
Хәйерлерәк ағыу эсеү аҡыллының
кеҫәһенән.
Намыҫ – йәшәүҙән дә ҡиммәт, уны баш менән һаҡлайҙар, һүҙ менән түгел, эш менән баһа­лайҙар, тиҙәр. Ҡайҙа намыҫ – шунда аҡыл һәм дөрөҫлөк. Мәгәр дөрөҫлөктө яҡлаған, яманлыҡты фашлаған, яҡшыға һөйөнгән, ауыр хәлгә көйөнгән, милләтебеҙҙең намыҫын һаҡлайыҡ, тип елкенгән ир-егеттәрҙең ынтылышын хакимдар хуп күрмәй. Уларға уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыуы бик тә ҡыйын. Шуға ла хатта донъя ғәмен ҡайғыртҡан бәғзе рухташтарыбыҙ хакимдар алдында күндәм, һуҡыр, һаңғырау, телһеҙ булып ҡылана. Ҡайһылары тора-бара улар арбаһында уларҙың йырын һуҙа башлай.
Вазифаға, юғарыға ярамһаҡтар үрләй, яла­ғайҙар өҫтөнлөк итә. Йыш ҡына шундайҙарға ил ағалары шәп баһа бирә. Ә зәр егеттәр – зәхмәт зәһәрендә, ҡотлолар – ҡотһоҙҙар йәберендә. Тура әйткән – туғанына ярамаған, тигәндәй, тура һүҙле, тура юлдан барған ысын, выжданы саф кеше – ғазапҡа дусар кеше, драматик яҙмышлы кеше. Уға нахаҡ бәлә яҡҡанда дуҫтары, юлдаштары ла өнһөҙ. Сөнки эҙәрләүҙән, эшһеҙ ҡалыуҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡалар.
Беҙҙә берәүгә ҡаныҡһалар, уны бөтөрмәйенсә туҡтамайҙар. Ғәйепһеҙ ғәйепле михнәтен кисереүе бик тә ауыр. Рухың һынһа – ауаһың, упҡынға осаһың. Ҡойондарҙа ҡалһаң да, таш яуһа ла, рухтан яҙмаҫҡа кәрәк. Һине бығауларға тырышҡан залим түрәләр, ер кендеге булып ҡыланһа ла, һис тә ер кендеге түгел. Ниндәй генә власҡа эйә булмаһындар, юғары аҡыл, тәбиғәт ҡөҙрәте алдында мөсһөҙҙәр, ҡан эскәндә һуғылып иҙелгән серәкәй генәләр. Был фани донъяла бер кем дә мәңгелек түгел. Иҫкән елдәй үтер ваҡыт хөсөтлөгөнән һис өркмәйек, дөрөҫлөк даирәһендә был бәләләр булмаҫ өҙлөкһөҙ, беҙгә бирелгән бик ҡыҫҡа ғүмерҙе кинәнеп үткәрәйек, үткәндәрҙе уйлап һыҡтамайыҡ, иртәгәһен ғәҙеллекте күреүҙән һүрелмәйек.
Буталсыҡ заманда яҡшы, тоғро кешене, кешелекле етәксене табыуы ҡыйын. Халыҡ, йорт-ил өсөн тырышҡандар һирәк. Байтағы вазифалы урында сереп байый, фатир өҫтөнә фатир ала, коттедж һала ла, урынынан алыу­ҙарына артыҡ көймәй, ләззәт татып йәшәй бирә. Уларға ғәҙел хөкөм юҡ. Мәгәр тарих хөкөмө ҡасан да булыр. Әлегә был төбәккә беҙ хужа, ни ҡылһаҡ та ҡылабыҙ, тип, кәпәренеп, ҡуҡырайып ултырыусылар ғәләмәт. Ғүмәр Хәйәмсә әйтһәк:
Яуыздарҙы яҡлаусы – өҫтәге яман көмбәҙ,
Ялған юлдан ул әйҙәй күптән.
Кем яҡшы – уның алдында бөгөн шул
ҡәбәхәт,
Кем ҡәбәхәт – бөгөн шул күркәм.
Милләттәштәребеҙ үҙенә хеҙмәт иткән, уның мәнфәғәте өсөн көрәшкән ҡәрҙәштәренең ҡәҙерен белмәй, изгелектәрен тиҙ онота. Яһил етәксенән дер ҡалтырап, милләте өсөн йәнен фиҙа ҡылған ир-уҙаманды яҡламау ғына түгел, һайлауҙар мәлендә хатта йәшерен тауыш биреүҙән дә шөрләй. Күрәһең, ҡоллоҡ психологияһы ҡанға ныҡ һеңгән, үҙҙәрен фирғәүен кеүек тотҡандар йөрәк майымды һыҙыр тигән уй мейегә уҡ булып ҡаҙалған. Ләкин шуны ла онотмайыҡ: залимдар килә лә китә, мәңге идара итеп ултырмай. Аяуһыҙының үҙе киткәс тә яманаты сыға, яһиллығы ҡәһәрләп һөйләнә. Ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙең һуңынан үҙ ҡәрҙәшенә бәддоға уҡыуы, ҡара ҡарғыш, ләғнәт яуҙырыуы – бөтә нәҫелең өсөн бәлә, ҙур ғәрлек.
Киңлек, ирек яратҡан башҡорт рухы асылына ҡайтһын, ҡанаттарын йәйһен тиһәк, аңыбыҙҙы, рухыбыҙҙы сорнаған ҡоллоҡ ҡоршауын алып ташлайыҡ, йәнебеҙҙә ағыу сәскән йыландан ҡотолайыҡ. Бөйөк йәндәр генә берен-бере аңлай. Башҡорт рухы йәншишмәләй һауыҡ­тырһын, донъябыҙға им булһын! Ҡанбабабыҙ Урал батыр аманатынса:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған