RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 1-7 ноябрь

30.10.2010 Йондоҙнамә 1-7 ноябрь

Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)
Бик үҙгәреүсән хәлдәр көтөлә. Фекер-ҡараштарығыҙҙың да көнөнә бер нисә мәртәбә үҙгәреүе ихтимал. Тыныс һәм иғтибарлы булһағыҙ, үҙегеҙ тирәһендәге хәлдәр­ҙе дөрөҫ аңлай алырһығыҙ.
Һыуғояр (21. 01 – 19. 02)
Был арала эшегеҙгә йәки уҡыуығыҙға ҡарашығыҙ үҙгәрер. Күтәренке кәйеф менән яңы йүнәлештәрҙе өйрәнә башларһығыҙ. Тик ҡай- саҡ сыҙамһыҙлыҡ күрһәтеүегеҙ арҡаһында мөнәсәбәттәрҙең бер аҙ боҙолоуы бар.
Балыҡ (20. 02 – 20. 03)
Осор бик мәшәҡәтле булыр, күп кенә йүгерергә тура килер. Кесе йомала өйөгөҙҙә нимәнелер юғалтыр­һығыҙ. Йомала ниндәйҙер хәрбиҙәр менән осрашыуығыҙ ихтимал.
Ҡуҙы (21. 03 – 20. 04)
Шишәмбелә күңелегеҙгә оҡшамаған кешеләр менән аралашырға тура килер, моғайын. Ғөмүмән, был арала бәйләнештәр, таныштар мөһим урын аласаҡ. Кесе йомала һис уйламағанда өҫтәмә сығымдарға юлығыр­һығыҙ һымаҡ.
Буға (21. 04 – 21. 05)
Алдығыҙҙа асылған мөмкинлектәр бер аҙ башығыҙҙы әйләндерер. Сығымдары­ғыҙҙың килемде уҙып китеүе лә бар. Шаршамбыла аҡсағыҙҙы дөрөҫ файҙаланмау хәүефе юғары булыр.
Игеҙәктәр (22. 05 – 21. 06)
Эшегеҙҙә һәр саҡ тәртип булыр. Аҙна барышында етәкселәр менән кәңәшләшергә, яҡын киләсәк тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Фән менән шөғөлләнеүселәр был арала ниндәйҙер һиҙелерлек уңышҡа өлгәшер.
Ҡыҫала (22. 06 – 23. 07)
Күңелегеҙҙе өйкәп торған ҡатмарлы мәсьәлә хәл ителергә тора кеүек. Бик тиҙҙән ҡәнәғәтлек кисерер­һегеҙ, моғайын. Ысынлап та, был эш һеҙҙән күп көс-хәл талап итте. Шәмбелә элек юғалтҡан әйберегеҙҙе табырһығыҙ.
Арыҫлан (24. 07 – 23. 08)
Шишәмбелә ниндәйҙер уңайлы мәл кисерерһегеҙ. Унан файҙалана алһағыҙ, үҙегеҙгә оҙайлы шөғөл табыр­һығыҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында ял тураһында оноторға ла тура килер һымаҡ.
Ҡыҙ (24. 08 – 23. 09)
Эштәрегеҙҙә бер аҙ һүлпәнлек һиҙелә башлар, моғайын. Был арығанлыҡтандыр, бәлки. Үҙегеҙгә күберәк иғтибар бүлергә тырышығыҙ. Кешеләргә ҡарата артыҡ талапсан булыуығыҙ йыш ҡына ҡамасаулап торор.
Үлсәү (24. 09 – 23. 10)
Был арала ваҡиғалар күп көтөлә. Уларҙың күпселеге һеҙҙең өсөн ыңғай булыр. Башығыҙға һирәк-мирәк аҡыллы фекерҙәр килеп торор. Бәғзеләре киләсәктә кәрәк булыр, бәлки.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында көтөлмәгән сығымдар һәм бер юлы уйламаған килемдәр ҙә булыуы ихтимал. Нин­дәйҙер бүләктәр йәки отоштар бик мөһим. Кесе йомалағы ваҡиғалар планлаштырған көн тәртибен боҙоуы ла бар, быға алдан әҙер булығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ваҡ-төйәк эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, төп маҡсатығыҙға табан ҡырҡыу аҙым яһар өсөн уңайлы мәл. Был арала янығыҙҙағы ҡайһы бер кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе өр-яңынан ҡорорға тура килер кеүек.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған