RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Музейға төндә килһәң дә мауыҡтырғыс

21.05.2013 Музейға төндә килһәң дә мауыҡтырғыс

“Музейҙар төнө” халыҡ-ара акцияһына ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Өфө музейҙары ла сарала әүҙем ҡатнаша. Халыҡты, айырыуса йәштәрҙе йәлеп итерлек әлеге төнгө экскурсиялар­ҙан етәкселек тә ситтә ҡалмай. БР Президенты Рөстәм Хәмитов та, былтырғы кеүек үк, республика музейҙарына инеп сыҡты. Башҡортостан Милли музейы, Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейына ошо махсус төндә меңләгән кеше инеп сыҡҡандыр. Республика башлығы ла улар араһында булды.
Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Санкт-Петербургтағы Рус музейының виртуаль филиалы эшләй. Башҡа көндәрҙә уға студенттар ғына инә алһа, “Музейҙар төнө”ндә барыһына ла мөмкин. Президент маршруты тап ошо музей аша ла үтте. Рөстәм Зәки улы баш ҡалалағы “Мираҫ” художество галереяһында ла булып, рәссам Рафаил Бураҡановтың шәхси күргәҙмәһен ҡараны.
“Музейҙар төнө” акцияһы барышында халыҡҡа күргәҙмә генә күрһәтелмәй, ә ҡыҙыҡлы саралар ҙа ойошторола. Мәҫәлән, БР Милли музейы үҙ майҙанында ҡаланың башҡа музейҙарының иң ҡыҙыҡлы эскпозицияларын йыйғайны. Совет осорондағы әйберҙәр йыйылмаһын ҡарап, Рөстәм Хәмитов тарихи табыштарҙы тулыландырыуҙа туранан-тура ҡатнашырға вәғәҙә бирҙе.
Төнгө музейҙарға балалары менән килеүсе ғаиләләр ҙә күп булды. Ойоштороусылар быны ла күҙ уңында тотоп, уйын майҙансыҡтары әҙерләгән.
Нимәһе ҡыҙыҡ – музейҙарға төндә килеүселәргә күргәндәре ныҡ оҡшаған, улар башҡа ваҡытта ла даими йөрөйәсәктәрен белдерҙе. Республикала әлеге акция өсөнсө мәртәбә үтте.
Төнгә йомғаҡ яһап, шуны әйтергә мөмкин: музейҙарға бөтәһе 27 меңдән ашыу кеше килгән. Милли музейҙа – 9600, Хәрби дан музейында – 5700, Милли әҙәби музейҙа 3115 кеше булған. Уларҙың 70 проценты – 18 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар, үҫмерҙәр һәм балалар.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған