RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!

04.12.2012 Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!

Үткән аҙнала Өфөлә пенсионерҙарҙы алдап, улар­ҙың аҡсаһын алған енәйәтселәр йөрөүе асыҡланған. Бер ҡатлы граждандар 1 млн һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Мутлашыусыларҙың ҡорбандары – 66 − 70 йәшлек ололар.
Тәүҙә урамда йөрөгән әбейгә урта йәштәрҙәге ҡыҙ менән егет килә. Улар донъя хәл-әхүәлдәре тураһында һүҙ башлай. Һүҙгә-һүҙ ялғанып, әңгәмәселәр тиҙҙән донъяла финанс көрсөгө буласағын хәбәр итә, бөтөн йыйған аҡсаның юҡҡа сығасағын әйтә һәм уларҙы алмаштырырға тәҡдим итә. Һуңынан һүҙгә олораҡ ханым да ҡушыла. Ул да булған аҡсаһын күптән түгел «яңылар»ына алмаштырған, имеш. Пенсионер әбей ҙә яңылыҡтан артта ҡалырға теләмәй, йыйған аҡсаһын үҙҙәрен аҡса алмаштырыусы ойошма вәкилдәре тип таныштырған кешеләрҙән алмаштырта.
Был енәйәтсел төркөмдөң тоҙағына баш ҡаланың Орджоникидзе, Киров, Совет райондарында, Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә эләгә. Енәйәтсе ир 25 − 30 йәштәрҙә, буйы 165 − 175 см, йөҙө түңәрәк. Өҫтөнә ҡара куртка, ҡара башлыҡ кейгән. ҡатын 30 − 35 йәштә, буйы 165 см. Өҫтөнә оҙон һоро пальто, шундай уҡ төҫтәге башлыҡ кейгән. Полиция граждандарҙы аҡса алмаштырыусыларҙың тоҙағына эләкмәҫкә саҡыра. Урамда сит кешегә бурысҡа аҡса бирмәгеҙ. Уларҙың әйткәненә ышанмағыҙ.
Шулай уҡ телефон аша туғанының йәки яҡынының юл фажиғәһенә тарыуы, кеше тапатыуы тураһында хәбәр итеүҙәргә лә халыҡ ышанып бара. Телефон аша хоҡуҡ һаҡсыларына бирергә аҡса һораған кешеләр ҙә − мутлашыусылар. Эмоцияларға бирелгәнсе, ул кешенең үҙенә шылтыратығыҙ.
Мутлыҡ ҡылыусылар сихырҙан дауалау менән дә әүҙем шөғөлләнә. Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе 75 йәшлек ҡарсыҡ бар нәҫелен сихырҙан аралап ҡалыу өсөн «халыҡ дауалаусыһы»на 283 мең һум аҡсаһын биреп сығара.
Иғтибарлы булығыҙ, урамда шикле кешеләр әбей­ҙәр­ҙе нимәгәлер өгөтләп маташа икән, уларҙы мутлашыусылар ауынан аралағыҙ йәки 02 телефоны буйынса полицияға шылтыратығыҙ.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”