RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ОЛО ЙОРТТОҢ ҮҘ КӨЙӨ

04.12.2012 ОЛО ЙОРТТОҢ ҮҘ КӨЙӨ

ОЛО ЙОРТТОҢ ҮҘ КӨЙӨ
Өфөлә ҙур ҡалаларҙа йәшәүсе йәштәрҙең саммиты үтте
Һәр йәмғиәттең үҙ ғәме, үҙ мәшәҡәттәре бар. Ауылдарҙы, башҡа бәләкәй тораҡ пункттарҙы ғына борсоған мәсьәләләр менән бер рәттән, мегаполистарға ғына ҡағылған проблемалар ҙа күп. Үткән аҙна аҙағында Өфөлә халҡы миллиондан ашыу булған ҡалаларҙа йәшәүсе йәштәрҙең саммиты үтте. “Йәштәргә инвестициялар – тотороҡло киләсәк” тип аталған сарала илебеҙҙең ҙур 10 ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Делегациялар составына Рәсәйҙең йәштәр сәйәсәте учреждениелары етәкселәре, балалар һәм үҫмерҙәрҙең йәмәғәт ойошмалары, юғары уҡыу йорттары студенттары һәм башҡалар тупланғайны.
Йәштәр саммитында ҡатнашыусылар ете секцияға бүленеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау ултырыштарында сығыш яһаны. “Халҡы миллиондан ашыу булған ҡалаларҙа йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу”, “Фән һәм мәғариф өлкәһендә мәғлүмәт технологияларын үҫтереү: замандар һәм быуындар диалогы”, “Йәштәр эшҡыуарлығының драйверҙары”, “Йәштәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы реформаларында ҡатнашыуы” тип билдәләнгән секциялар ултырыштарында мегаполистар­ҙа күҙәтелгән проблемалар күтәрелде һәм уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.
Сараға Новосибирск, ҡазан, Түбәнге Новгород, Силәбе, Һамар, Дондағы Ростов, Волгоград, Красноярск ҡалаларынан ҙур делегациялар килгәйне. ҡунаҡтарҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Урал Килсенбаев һәм башҡалар тәбрик итте.
Сараның төп өлөшө Конгресс-холл бинаһында үтһә лә, делегациялар саммит барышында билдәләнгән секциялар ултырыштарында ҡатнашыу өсөн баш ҡалабыҙҙың төрлө учреждениеларында ойошторолған секцияларға ла йөрөнө.

ҡайҙа йәштәр – шунда спорт, белем һәм яңылыҡ

Өфө − йәштәр ҡалаһы. Быны саммиттың төп өлөшөн алып барыусы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та сығышында билдәләне. Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүселәрҙең 45 проценттан артығын йәштәр тәшкил итә. Һәм уларҙың күпселек өлөшө – энергияһы, көсө ташып торған, маҡсатына ирешә белгән, үҙенең көсөнә ышанған һәм белемле йәштәр. Өфөлә йәштәр − дәүләттең иғтибары үҙәгендә, тип билдәләргә була. Был хаҡта һәр беребеҙ белә, шуға ла саммит хаҡында яҙғанда күршеләргә лә иғтибар итәйек әле.
Әле ут күршебеҙ Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы донъя кимәлендәге сара – 2013 йылда үтәсәк Универсиадаға әҙерләнә. ҡазан ҡалаһы хакимиәтенең балалар һәм йәштәр эше буйынса комитеты рәйесе Сергей Миронов билдәләүенсә, был сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусылар ғына түгел, тамаша ҡылырға килеүселәр өсөн дә бөтә уңайлыҡтар булдырыла. ҡалала яңы ғына 30-ҙан ашыу спорт объекты төҙөлгән. Улар 13,5 мең спортсыны һәм 50 меңдән ашыу туристы бөгөндән ҡабул итергә әҙер. Ғөмүмән алғанда, саммитта ҡазан ҡалаһы ҙур сараға етди әҙерлеген матур итеп презентацияланы тип билдәләргә кәрәк. Киләһе йылда үтәсәк Универсиада ҡунаҡтарын 50 меңдән ашыу волонтер хеҙмәтләндерәсәк.
Сараға килеүсе ҡайһы ҡалаларҙың халҡы һаны әллә ҡасандан миллиондан ашһа ла, әле был сикте яңы ғына үтеп ингән мегаполистар ҙа бар. Улар ҙа йәштәр саммитында үҙ һүҙен белдерҙе.
Секцияларға килгәндә, уларҙың һәр береһендә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Мәҫәлән, “Йәштәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы реформаларында ҡатнашыуы” тип аталған секция ултырышында халҡы миллиондан ашыу булған ҡалаларҙан килгән делегацияларҙың, Башҡор­тос­тан Республикаһының власть органдары вәкилдәре, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенең республика һәм федераль кимәлдәге белгестәре ҡатнашты. Был тармаҡтың проблемалары һәр беребеҙгә таныш тип билдәләргә кәрәк. Шөкөр, был юҫыҡта ҡышҡа әҙерлек яҡшы кимәлдә тип билдәләнгән һәм бюджеттан бүленгән аҡсаны тотоноу һәйбәт ойошторолған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында эшләргә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү бөгөнгөнөң генә түгел, кисәге көндөң дә проб­лемаһы ине. Был тармаҡта реформалар бара һәм яңылыҡтар индереүҙә йәштәрҙән дә һәйбәтерәк белгестәр табып булмағанлығы аңлашыла.
Ултырыш барышында йәштәрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексына әүҙемерәк йәлеп итеү өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде. Резолюция формаһында ҡабул ителгән йүнәлештәр камиллаштырыу өсөн артабан да ҡараласаҡ һәм ҡабул ителәсәк.
Әлбиттә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы, эшлекле һөйләшеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу­ҙан тыш, мәҙәни саралар, экскурсиялар ҙа көтә ине. Сараның мәҙәниәткә ҡағылған программалары барышында Өфө, Магнитогорск, Силәбе, Пермь ҡалалары командалары бик ҡыҙыҡлы КВН үткәреп, үҙ-ара тапҡырлыҡта һәм күңел аса белеүҙә ярышты. Был ҡыҙыҡлы сара Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кубогына ойошторолдо.
Халҡы миллиондан ашыу булған ҡалаларҙа йәшәүсе йәштәрҙең саммитында ҡатнашыусылар Өфөлә Көнбайыш һәм Азия ҡалаларының презентациялау үҙәген асырға тәҡдим итте. Ике континент араһында урынлашҡан ҡалала һәр мегаполис үҙенең стендын, майҙансығын булдыра алыр ине, тигән теләк тә еткерелде. Был бик шәп идея, әлбиттә, презентациялау үҙәге баш ҡалабыҙҙы мегаполистарҙың үҙәгенә әйләндереү өсөн дә этәргес көс булып торор ине.

Саммит башҡа ҡалаларҙа ла үтәсәк

Саммит – Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында йәшәүсе йәштәр өсөн бик мөһим сара. Ул йәштәр менән эш алып барыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып тора һәм был бөтәбеҙ өсөн дә кәрәкле майҙансыҡ. Эшҡыуарлыҡҡа, йәш ғалимдарға ярҙам итеү, волонтерлыҡ кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса етди һөйләшеүҙәрҙең юғары кимәлгә күтәрелеүе һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ.
форум Рәсәй мегаполистарының йәштәр сәйәсәтен алып барыу барышындағы ыңғай тәжрибәһе тураһында уртаға һалып һөйләшеү һәм уртаҡлашыу өсөн ҡоролған. Саммиттың уникаллеге шунда – илебеҙҙең ҙур ҡалаларында ғына йәшәгән йәштәрҙең проблемалары хаҡында беренсе тапҡыр шундай юғары кимәлдә һөйләшеү һәм хәл итеү сараһы ойошторолдо. Йәштәр иленең, тыуған ҡалаһының иҡтисади-сәйәси тормошон ситтән генә күҙәтергә түгел, ә эстән, үҙҙәре ҡатнашып, аңларға, өйрәнергә тейеш. Дәүләт, муниципаль идара органдарына креатив, иленең киләсәгенә ыңғай үҙгәрештәр индерергә, эшләргә теләгән белемле йәштәр килеүен тәьмин итеү – төп бурыс.
Башҡортостандың баш ҡалаһы оҙаҡламай Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ҡараған дәүләттәрҙең һәм БРИКС хөкүмәттәренең саммиттарын ҡабул итәсәк. Әлеге йәштәр саммитын ошо ҙур сараларға әҙерлек барышында ойошторолған мөһим сара тип билдәләргә кәрәк.
Саммит һөҙөмтәһендә халҡы миллиондан ашыу булған ҡалаларҙың йәштәр сәйәсәте учреждениелары советы булдырылды. Бынан һуң ошондай уҡ саралар Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында ла үтәсәк тип планлаштырыла.

Л. СОЛТАНОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”