RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡырмыҫҡалылар төҙөгән, тиерлек булһын

16.10.2010 Ҡырмыҫҡалылар төҙөгән, тиерлек булһын

Ҡырмыҫҡалылар төҙөгән, тиерлек булһынһамар – Силәбе трассаһынан үтеүселәр баш ҡаланың Ташкисеү биҫтәһе тирәһендә барған юл төҙөлөшөнә иғтибар итмәйенсә ҡалмайҙыр, моғайын. 2006 йылдың йәйендә башланды бындағы төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре. «Башкиравтодор» предприятиеһы, тендерҙа еңеп, федераль әһәмиәттәге трасса төҙөлөшөндә ҡатнашыу мөмкинлегенә ирешкәс, генподряд эштәрен Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығына йөкмәтә. Был осраҡта, беренсе сиратта, коллективтың иң ҡатмарлы бурыстарҙы ла тейешенсә башҡарып сығырға һәләтле булыуы, башҡаларҙан бер аҙым алдараҡ атлауы, производство мөмкинлектәре, техник ҡеүәте иҫәпкә алына.
– Беҙ икеләтә яуаплылыҡ тойоп эшләнек. Сөнки федераль әһәмиәттәге был юл тотош илдең социаль-иҡтисади мәнфәғәттәренә хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта республиканың йөҙөн билдәләй, – тип һөйләй идаралыҡ начальнигы, Рәсәйҙең почетлы юл хеҙмәткәре Фәнил Исхаҡов. – Төҙөлөш графигын үтәгән бер ваҡытта, эш сифатына айырыуса етди иғтибар йүнәлттек.
Ысынлап та, көҙгөләй ялтырап ятҡан тигеҙ, киң юлдан йөрөү үҙе ҙур ҡыуаныс. Бының өсөн юл төҙөүселәр күп көс һәм тырышлыҡ һала.
Беҙҙең Ҡырмыҫҡалы юл төҙөүселәре менән осрашыуыбыҙ трассала эштең айырыуса ҡыҙыу мәленә тура килде. Улар үҙҙәренең һөнәри байрамына заказ буйынса төҙөлөштө теүәлләргә, йәғни яңы юлды өлгөртөргә ҡарар иткән һәм, бөгөн килеп әйтергә мөмкин, һүҙҙәрендә торғандар.
– Барлығы 13 саҡрым самаһы юл һалырға тейеш инек. Төп юлдың һәм Өфө йылғаһы аша күперҙең уң яҡ өлөшөн, юл үткәргестән Зинин ауылына ҡәҙәр юлды төҙөп файҙаланыуға тапшырғайныҡ, – тип башҡарған эштәрҙе барлай идаралыҡтың баш инженеры Рәмил Вилданов. – Инде төп юлдың һәм күперҙең һул яҡ өлөшөн һәм М-5 «Урал» трассаһы төҙөлөшөн теүәлләйбеҙ. Төҙөлөш башланғандан алып эшебеҙгә юғары дәрәжәләге һәм контроллек итеүсе ойошмаларҙан бары тик ыңғай баһа ғына алып килдек.
Әйткәндәй, юлдың сифаты тураһында хәстәрлек асфальт заводында уҡ башлана. Идаралыҡтың үҙ асфальт заводы бар. Унда ике ДС – 158 ҡорамалы урынлаштырылған. Йыл башынан завод 30 мең тонна асфальт биргән. Мастер Зыя Дәүләтшин заводтың юғары етештереүсәнле эшләүен тәьмин итә. Асфальт «Башкиравтодор» тарафынан раҫланған «рецепт» буйынса етештерелә һәм завод продукцияһы үҙҙәренең лабораторияһында даими тикшерелеп тора. Инженер-лаборант Ольга Йыһаншина әйткәнсә, сифатлы асфальт – сифатлы юлдар ул. Шуға ла ул эшендә айырыуса талапсан. Ольга Алексеевна заводтан килтерелгән асфальтты юлға һалғансы бөтә технологик процесты күҙәтеп бара, катоктарҙың тығыҙлау режимы картаһын төҙөй. Йәйгән асфальттың үрнәген иһә «Башкиравто­дор»ҙың лабораторияһына ебәрәләр. Унда уның ныҡлығы һынала. Шул рәүешле етеш­һеҙлектәргә һис урын ҡалмай.
Төҙөлөш башланғандан алып идара белгестәренең эш урыны трассала. Эшселәрҙең ҡыр шарттарындағы хеҙмәтен уңайлаштырыу өсөн Жилин ауылы эргәһендә комплекс булдырғандар. Унда 42 урынлыҡ йәшәү вагонсыҡтары, душ һәм ял бүлмәләре, ашхана, лаборатория урынлашҡан. Эшселәрҙе район үҙәгенән вахта машинаһы йөрөтә. Ә йәйге ваҡытта, эш иртә таңдан төнгә ҡәҙәр барғанда, комплекс айырыуса уңайлы. Ашнаҡсы Зәлифә Хәйретдинова эшселәргә тәмле ҡайнар аш өлгөртөп тора.
Коллективта күптәр идаралыҡ ойошторол­ғандан бирле эшләй. Тотороҡло хеҙмәт хаҡы, социаль яҡланғанлыҡ, ауыр, әммә йәшәйешебеҙ өсөн бик тә әһәмиәтле һөнәргә тоғролоҡ беректерә кешеләрҙе коллективҡа. Идаралыҡ етәксеһе Фәнил Исхаҡов менән баш инженер Рәмил Вилданов, мәҫәлән, райондың өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен юл төҙөлөшөнә бағышлаған абруйлы шәхестәре. Инженер Рәмил Әбдрафиҡов, участка начальнигы Ринат Мөхәмәҙиев, мастер Ришат Рафиҡов хаҡында ла хеҙмәттәштәренән маҡтау һүҙҙәре генә ишеттек. Юл төҙөлөшөндә һәр кемдең яуап­лылығы зарур. Әйтәйек, заправкалаусы Рәсим Фәхретдиновты тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында руль артында күрергә мөмкин. Шоферҙар Олег Макасов, Дамир Батталов, Рәмис Хәйретдинов, автокрансы Рәзит Бакиев, Сергей Радионов, грейдерсы Борис Мәхмүтов, катоксылар Ғәлинур Искәндәров һәм Филарис Кучкаров, асфальт түшәүселәр Артур Әхмәҙишин, Рәис Әсәнов, Сәлим Дәүләтҡолов, Илнур Хәкимов, бульдозерсылар Рәшит Хәсәнов, Рәшит Әсәҙуллин, экскаватор машинисы Алексей Семенов, тейәгес водителе Рәфил Фәтҡуллин, фрезерлау машинисы Радик Ғәлин тураһында ла, үҙ эшенең оҫталары, тиҙәр.
Әлбиттә, бөгөнгө шарттарҙа, һәр тармаҡтағы кеүек, юл төҙөлөшөндә лә заманса техника һәм технологиялар ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға идаралыҡтың техника паркын яңыртыу хәстәрлеге күрелә. Әлеге төҙөлөштә файҙаланылыусы перегружатель һәм асфальт һалғыс катоктар комплексы Америка, Германия фирмаларында эшләнгән. Уларҙы бер нисә йыл элек үҙ аҡсаларына һатып алғандар.
Идаралыҡ коллективы федераль трассала эшләгән бер ваҡытта район юлдары хаҡында ла хәстәрлек күрә: сираттағы ремонт эштәрен үткәрәләр. Бигерәк тә һабантуйға, район юбилейына әҙерлек осоронда уларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур булды. Шул уҡ ваҡытта трассала ла көндәлек эш теүәл режимда барҙы. Иң мөһиме, төҙөлөш юл хәрәкәтендә һис ниндәй тотҡарлыҡ тыуҙырманы.
Ә инде тиҙҙән Ҡырмыҫҡалы юл төҙөүселәре һалған юлдан машиналар ағымы һуҙылыр. Яҡшы юлдан үткәндә һәр юлсының күңелендә уларҙың хеҙмәтенә рәхмәт тойғолары тыуыр.
– Юлсылар рәхмәте – хеҙмәтебеҙгә иң ҙур баһа, – тип хаҡлы әйтә Фәнил Фән улы.
Лира КӘРИМОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Автор фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған