RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 18-24 октябрь

16.10.2010 Йондоҙнамә 18-24 октябрь

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның тәүге яртыһында кешеләргә ҡатыраҡ бәрелеүегеҙ үҙ-ара мөнәсәбәттәргә зыян килтереүе мөмкин. Был арала кеше кәңәштәренә лә һаҡ ҡарағыҙ. Улар әйткәнсә эшләһәгеҙ, һөҙөмтәләре кире буласаҡ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡатмарлы осор. Һеҙгә ярҙам итергә вәғәҙә биргән кеше­ләр­ҙең һүҙендә тормауы ла ихтимал. Шаршамбыла үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ниндәйҙер яңылыҡ ишетерһегеҙ, моғайын. Ғөмүмән, ул һеҙҙең өсөн ыңғай буласаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йондоҙҙар аҡса мәсьәләләрендә бик һаҡ эш итергә ҡуша. Ғөмүмән, бурысҡа бирергә, алырға ярамай. Яны­ғыҙҙағы кешеләрҙе тыңлап, хаталаныуығыҙ ҙа бар. Был хәл оҙаҡҡа бармаҫ, бер аҙ түҙергә тура килер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Икеле осор. Ҡайһы ваҡыт ташып торған дәртегеҙ арҡаһында хаталанырһығыҙ ҙа. Был арала яңы әйбер һатып алыуҙы кисектереп торорға ҡушыла, яңы кейем кейергә лә кәңәш ителмәй. Шәмбе бик күңелле үтер.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙнаның һөҙөмтәләре файҙалы булыр. Аҡса мәсьәләһендә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тоймаҫһығыҙ. Элеккенән аҙыраҡ, ләкин барыбер етерлек килем ҡулығыҙға инеп торор. Кесе йомалағы яңылыҡ кәйефегеҙҙе күтәрер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осорҙоң тәүге яртыһында бигүк оҡшамаған, ләкин ниндәйҙер кәрәкле эште тулыһынса тамамларһығыҙ, моғайын. Иҫке әйберҙәрҙән ҡотолоу ҙа файҙалы. Йомала алыҫтағы кеше менән бәйләнешегеҙ боҙолор.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала иғтибарлыраҡ булығыҙ. Шишәмбелә бәләкәй генә юғалтыуҙар булыуы ихтимал. Икенсе яҡтан, йомала һеҙҙе уйламаған ерҙән килем йә табыш көтөргә тейеш.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эштәрегеҙ һәүетемсә генә барыр. Үҙегеҙ өсөн иң мөһим ваҡиғаларҙы шаршамбыла көтөгөҙ. Аҙна барышында ниндәй­ҙер элекке бурысығыҙҙы ла ҡайтара алырһығыҙ. Иң өмөтлө көнөгөҙ – кесе йома.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Киләсәгегеҙ тураһында күп уйларһығыҙ, моғайын. Бө­гөнгө фекерегеҙҙең дөрөҫ булмауы ла мөмкин. Бер аҙ көтһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Һәр хәлдә, артығын һөйләмәгеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Эштәрегеҙҙә ҡайһы ваҡыт буталсыҡ күҙәтелер. Ҡат­марлы саҡтарҙа башҡалар­ҙың ярҙамына өмөт итмәгеҙ. Был арала һеҙҙе алдаған кешеләргә башҡа бер ҡасан да ышанмағыҙ. Йомала ниндәйҙер әйберегеҙ боҙолһа, һис тә ҡайғырмағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна бигүк уңышлы башланмаҫ. Ләкин шаршамбыла кире көндәрҙең эҙемтәләрен еңерһегеҙ. Элекке эшегеҙ өсөн ниндәйҙер аҡса алыуығыҙ ҙа ихтимал. Йома бигерәк тә уңышлы үтер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ваҡиғалар һеҙ уйлағанса түгел, күпкә яйыраҡ барыр кеүек. Юҡҡа эсегеҙ бошмаһын, хәл барыбер һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Был арала рәсми урындарҙа эшләгәндәр бигерәк тә уңыр.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған