RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.10.2012 Һағышлы ғүмер

Эйе, әсәйем бик иртә кейәүгә сыҡҡан. Уның алдында ике юл булған: йә үгәй әсә ҡулы аҫтында барыһына ла күнеп йәшәргә, йә бәхетте ситтә эҙләргә. Ул сит ауылда үҙен ниндәй яҙмыш көткәнен белмәһә лә, икенсе юлды һайлай. Кейәүе – беҙҙең Табылды ауылынан утыҙ саҡрымдарҙа көньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Бала-Сытырман ауылынан Алтынтимер. Күрәһең, ул һәйбәт кеше булып, әсәйем уны яратып өлгөргән. Шулай булмаһа, фотоһүрәтте илле йыл буйы һаҡлар инеме ни? ҡайҙа һаҡлаған – йомаҡ.
Әсәйем тәүге иренән бер-бер артлы ике бала – ул менән ҡыҙ тапһа ла, үкенескә күрә, икеһе лә ауырып үлә. Элек ауырыу күп булып, балалар ҙа күпләп ҡырылған. Оҙаҡламай Бөйөк Ватан һуғышы ҡубып, Алтынтимерҙе тәүгеләр рәтендә фронтҡа алалар. Әсәйем күрһәткән һүрәт, моғайын, ана шул һуғышҡа китер алдынан булғандыр. Шул китеүҙән Алтынтимер ҡабат Бала-Сытырманға әйләнеп ҡайтмай. Әммә әсәйем “һалдатка” булып, ҡайны һәм ҡәйнә янында йәшәүен дауам итә. Улар ҙа яҡшы күңелле кешеләр булып, әсәйем һөйләүенсә, уны үҙ балалары кеүек күргәндәр.
Бына һуғыш та бөтә, иҫән ҡалғандар ауылға ҡайта. Тормош үҙ күсәренә ултыра кеүек. 1947 йылдың көҙөндә, тип хәтерләй әсәйем, ат егеп атайым килеп төштө. Ни өсөндөр йөҙө бошонҡо күренде.
– Фәриҙә ҡыҙым, йыйын. Мин һине алырға килдем. Әйберләреңде йый.
Көтөлмәгән хәбәрҙән әсәйем ҡаушап ҡала. ҡайны менән ҡәйнәһенең йөҙҙәренә лә хәсрәт күләгәһе ята. Күҙҙәрендә – йәш. ҡарттар өсөн килендән айырылыу, ысынлап та, оло ҡайғы булғандыр.
– Алтынтимер хәҙер кире ҡайтмаҫ, – ти олатайым. – Йәшһең бит әле. Мында бер үҙең ҡартайырға йыйынаһыңмы ни? Әйҙә, һине һоратҡан кеше бар.
Өйҙә ҡапыл тынлыҡ урынлаша. Һуңғы һүҙҙәр әсәйемә көтөлмәгәнсә яңғырай. Быға әҙерме һуң ул? Күңеленең эске өлөшөндә, бәлки, әҙер ҙә булғандыр. Сөнки 26 йәш кенә бит әле уға. Ә тирә-яҡ тулы тол ҡатындар, һуғыш йылдарында буй еткергән ҡыҙҙар. Әммә атаһының ҡапыл, бер ниндәй уратып-суратып­һыҙ әйткән һүҙҙәре уны болоҡһота.
– Һин аны белергә тейеш. Аҫҡы урамдан Мөхәмәтшаның кесе улы Фәйруша. Ул һуғыштан сулаҡ булып ҡайтты, – тип ҡыҙына тура ҡарамай ғына һөйләнә олатай.
– Нейә, аның бисәһе юҡ инеме ни? – әсәйемдең һорауы ишетелер-ишетелмәҫ.
– Айырылыштылар, – олатайымдың тауышы йомшара төшә. – Ҙур ғауға булды. Бисәһен уғрылыҡта ғәйепләнеләр. Суд та булды шикелле.
Бына шулай көтмәгәндә генә әсәйем икенсегә тормошҡа сыға. Атайыма. Уға ауылда “Фәйруша” тип өндәшһәләр ҙә, ни өсөндөр рәсми ҡағыҙҙарҙа атайым үҙен “Хайруш” тип йөрөттө. Әсәйемә өйләнгәндә уға 34 йәш була. Литва ерендә барған һуғыштарҙа артиллерия снарядынан атайым ҡаты яралана. Уң ҡулының аҫҡы яғы бөтөнләй сәрпәкләнеп, уны госпиталдә ҡырҡалар. Бер нисә ай дауаланғандан һуң саперҙар ротаһы старшинаһы Хайруш Хужинды хәрәкәттәге армиянан ғәмәлдән сығарып, өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Ауылда ирҙәр етмәгәнлектән, ул шунда уҡ колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнә.
Атайым эшкә бик иртә китеп, һуң ғына ҡайта торғайны, шуға күрә бөтә хужалыҡ, шул иҫәптән ирҙәр эше лә әсәйем елкәһендә булды. Хәйер, уға был эшкә күнегеү кәрәк тә булмағандыр, сөнки һуғыш йылдарында барлыҡ ирҙәр эше лә ҡатын-ҡыҙ иңендә була. Әсәйемдең көс етмәүгә лә зарланғанын хәтерләмәйем: ашлыҡ йәки бәрәңге тултырылған тоҡтарҙы күтәргәнен үҙемдең дә күргәнем булды.
Ауыр эш – бер ҡасан да шатлыҡ түгел. Әгәр ҙә ул һинең хәлеңде тайҙырғансы булһа – бигерәк тә. Әсәһенең иртә донъя ҡуйыуы, үгәй әсә ҡулында күргән интегеү-түбәнселектәр, яратып өлгөргән тәүге иренең һуғышта үлеп ҡалыуы әсәйемдең холҡона үҙ йоғонтоһон яһай: ул бойоҡ, күңел аса белмәгән ҡатын булып формалаша. Артабан был торош уның йәшәү рәүешенә әүерелә.
Әсәйемдең тормош юлын күҙаллаһаң, эске кисерештәре бик көслө булғандыр, тигән һығымтаға киленә. Уларҙы кемгәлер һөйләп, эсен бушатмаһа, ул, моғайын, аҡылдан яҙыр сиккә етер ине. Уның эс серҙәрен уртаҡлашыусы төп кеше, моғайын, Биби инәй булғандыр. Бик яғымлы, изге күңелле, асыҡ кеше ине. Әсәйем уны “әхирәт” тип йөрөттө. Ә Биби инәйҙең ире Мансур бабай атайымдың дуҫы булған. Тик ул һуғышта алған ҡаты яралар арҡаһында бик иртә донъя ҡуйған.
Биби инәй беҙгә һирәк килә торғайны. Әсәйем уны күреүгә бик ныҡ шатлана, шунда уҡ самауыр ҡуйырға тотона. Серҙәрен уртаҡлашып, бик оҙаҡ ултыра ине ике әхирәт. Биби инәй ҡайтырға була ишек төбөнә килгәс тә әсәйем, инәлеп, уны тағы ла кире ултырта торған булды. Һуңынан:
– Рәхмәт инде һиңә, әхирәт. Һөйләшеп, эс бушап ҡалды, – тип ҡат-ҡат рәхмәт уҡып оҙатыр ине.
... Йәй айҙары. Бер саҡ күҙ бәйләнеп килгән мәлдә кемдеңдер үтә ҡайғылы итеп йырлауына уяндым. Ул йыр шул тиклем һағышлы, хатта иң шат күңелле кешенең дә күҙенән йәш бәреп сығарырлыҡ. Башымды күтәреп ҡараһам, әсәйемдең яратҡан урыны – мейес буйында ултырғанын күрҙем. Ул ҡараштарын ҡайҙалыр төбәгән дә йырлай. Бәлки, илағандыр. Миңә ул саҡта ун ике-ун өс йәштәр булғандыр, шуға күрә әсәйемдең ни өсөн бындай хәлдә булғанын аңлап еткермәнем. Ә йырының һүҙҙәре – ул саҡтарҙа популяр булып, радионан йыш тапшырылған бер спектаклдән Басир исемле геройҙың ҡатынына һуғыштан ебәргән сәләме. Хәтерем яңылышмаһа, унда шундай юлдар бар:
Йырға һалып хат ебәрәм,
Фатимам,
Йыр һөйөүсе дуҫтарым артынан.
Мин иҫән, мин үлмәм,
Мөхәббәт көслө, тиҙәр, үлемдән.
Был тәрән һағышлы йырҙан минең дә илағым килеп китте. Йоҡлағанға һалышып, кире яттым. Әсәйем уянғанымды күрҙе, ахырыһы. Йырлауҙан туҡтаны ла, күҙ йәштәре аша моңһоу ғына:
– Мин ҡунаҡтан әҙерәк эсеп ҡайттым, – тип көрһөндө.
Бындай хәлдә мин әсәйемде ҡабат күрмәнем. Ә хәҙер үрҙә әйтелгән йырҙы ни өсөн йырлауын аңлайым шикелле. Бәлки, ул тәүге ире Алтынтимерҙе һағынып йырлағандыр. Атайымды яраттымы икән ул? Минең өсөн был һорауға яуап юҡ. Әммә шуны беләм: ике йөҙлөлөк әсәйемә хас сифат булманы.
Күңел һағыштарын баҫыу өсөнмөлөр, әсәйем үҙен һис бер йәлләмәйенсә, ат кеүек эшләне. Нимәгә тотон­һа ла, аҙағынаса еткермәйенсә туҡтамау – уның өсөн яҙылмаған ҡағиҙә. Ҙур эш булһа, тамам хәлдән таймайынса, аяҡ-ҡулы талмайынса туҡтамаҫ. Ял итергә ултырһаң, тороп китеүе, тән яҙҙырыуы ауыр, тиер ине. Ошолай хәйләһеҙ эшләү арҡаһында әсәйем үҙен күп ауырыуға дусар итте. Илле йәшендә пенсияға сыҡҡанда уның атлап йөрөүе оло ҡарсыҡтар­ҙыҡына оҡшап ҡалғайны. Әммә ул таяҡ таянманы, моғайын, ғәрләнгәндер. Көндөҙ – биле, төндәрен аяҡтары һыҙлауҙан интекте.
Ауылдағы күпселек ҡатын-ҡыҙ кеүек, әсәйемә утарға колхоз йыл һайын бер гектар шәкәр сөгөлдөрө бирә. Ул йылдарҙа техника трактор менән комбайндан уҙмағанлыҡтан, сөгөлдөр баҫыуындағы ҡый үләндәрен тәпке менән ҡырырға тура килде. ҡулға ҡорал тоторлоҡ йәшкә еткәс, мин дә, апайымдарға эйәреп, сөгөлдөр баҫыуына йөрөнөм. Сөнки был эш беҙҙең оҙон йәйге каникулға тура килә ине.
Иртәнге сәйҙе эсеп алабыҙ ҙа, тәпкеләрҙе яурынға һалып, баҫыуға китәбеҙ. Бәхеткә күрә, сөгөлдөрҙө ауылға яҡын урындарҙа сәсә торғайнылар. Килеү менән әсәйем һәр ҡайһыбыҙға, нисә рәт, нисә аҙым утар­ға кәрәклеген үлсәп, үҙенсә әйткәндә, “задание” бирә. Күрәһең, ошолай итеп ул кемдең нисек эшләгәнен: тырышыпмы, әллә иренепме, билдәләй алған. Ни өсөндөр мин үҙемә бирелгән майҙанда эште барыһынан, хатта Вәлит ҡустымдан да артта ҡалып тамамлайым. ҡый үләндәрен бөтөрөү өсөн шулай тырыш­ҡанмындыр инде. Әсәйем Вәлитте, шәп эшләйһең, тип маҡтай. Ниндәй хәйлә менән минән өс йәшкә бәләкәй, тимәк, көс яғынан ҡайтыш ҡустым шулай өлгөр була алғандыр? Үҙемә ҡарата маҡтау һүҙҙәре миңә эләкмәне.
– Әкрен ҡыбырлайһың, – тип һуҡраныр ине әсәйем.
Ә ҡустымдың нисек алдынғыға сығыуын мин көҙ сөгөлдөр алғанда белдем. Вәлит утаған урындарҙа ҡотороп ҡый үләндәре үҫкәйне. Хатта сөгөлдөрө лә әллә ни эреләнә алмаған. Тимәк, ҡустым тәпкеһен унан-бынан ғына һелтәгән, ҡый үләндәре өҙөлмәгән, ә тупраҡҡа күмелеп кенә ҡалған. Әсәйем быны күреп асыуланды, әммә кемдең ғәйепле булыуын белә алманы шикелле. Бәлки, белеп тә өндәшмәгәндер. ҡустым бәләкәй бит, уны нисек әрләмәк кәрәк? Мин дә өндәшмәнем, сөнки ошаҡ ташыу ғәҙәтемә инмәне.
Әсәйемдең иң ҡайғылы көндәренең береһе, моғайын, 1974 йылдың 17 октябре – Вәлит үлгән көн булғандыр. Көҙ бик йылы һәм ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, ул көндө ныҡ болотлап торҙо. Иртәгәһенә Вәлит Стәрлебашҡа хәрби комиссариатҡа барырға тейеш ине. Әммә ул иртә менән ҡайҙалыр сығып юғалды, төшкө ашҡа ла ҡайтманы. Әсәйем ни өсөндөр бик ныҡ борсолдо, миңә эҙләргә лә ҡушҡайны. Киске сәғәт биштәр тирәһендә Кәбир исемле малай килеп, мине Әхмәҙи еҙнәмдең йылҡы аҙбары янына саҡырыуын әйтте. Быны әсәйем дә ишетте һәм тиҙерәк барырға ҡушты. Мин килгәндә Әхмәҙи еҙнә менән ике-өс ир тышта ниҙер һөйләшеп тора ине.
– Вәлит яман эш эшләгән, – тине ул, миңә ҡарамай ғына.
Мин ул күрһәткән һарай тәҙрәһенә ҡараным. Унда ҡустымдың һарай урҙаһына аҫылынып, оҙонайып киткән кәүҙәһе күренде. Был ҡот осҡос хәбәр әсәйемде шунда уҡ аяҡтан йыҡты. Ул бер туҡтауһыҙ: “Вәлит, Вәлит!” – тип аҙарынып ҡысҡырҙы.
Йылдар үтте. Беҙ барыбыҙ ҙа үҫеп етеп, төрлө яҡтарға таралыштыҡ. 70-се йылдар уртаһында атайым донъя ҡуйҙы. ҡыҫҡа булды уның ғүмере: барлығы 62 йәш. Ола­тайымдан егерме йылдан ашыу кәмерәк йәшәне. Һуғышта күргән яфалар арҡаһында йыш ҡына тыны ҡыҫылды, аяҡтары һыҙланы. Ғүмеренең һуңғы йылдарында атайым йә дауаханала ятты, йә өйҙә генә дарыуҙар эсте.
Атайым үлгәндә Саматҡа ун ике йәш кенә ине. Ул йылдарҙа БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инергә хыялланып, имтихандарҙы тапшыра алмай йөрөгән саҡ. Атайым үлгәндән һуң әсәйем:
– Улым, әллә уҡымайһыңмы? Кешеләр уҡымаһа ла йәшәй бит, – тине.
– Юҡ, мин барыбер уҡыйым, – тип ныҡыштым мин.
– Беҙҙе кем ҡарар һуң? – әсәйемдең мине уҡытырға теләмәүенең сәбәбе ошонда икәнен мин аңлай инем.
– Самат үҫеп килә бит. ҡайтып, ярҙам итеп йөрөрмөн.
Эргәлә баҫып торған ҡустыма күҙ ҡыҫтым. Ул күңелһеҙ генә йылмайған булды. Вәлиттең үлеүенә – бер, атайымдыҡына иһә ярты йыл да юҡ.
Ныҡышмалылыҡ ҡалалар ала, тиҙәр бит. Мин үҙем ынтылған факультетҡа ике йыл рәттән имтихан тотоп та инә алмағас, филология факультетында уҡыным. Урта мәктәпкә директор итеп ебәрһәләр ҙә, үҙемдән педагог сыҡмаҫын белә тороп, унда бармаҫҡа булдым. Яҙмыш Стәрлебаш районының “Ленин юлы” гәзите редакцияһына килтерҙе. Унда ике йыл ярым эшләгәндән һуң Өфөгә “Совет Башҡортостаны” гәзитенә күстем. Әсәйем дә ҡартайҙы, ауылда донъя көтөргә көсө ҡалмағас, ҡалаға күсергә мәжбүр булды. ҡалған дүрт йыл ғүмерен ул ошонда, үҙе әйтмешләй, дүрт стена араһында үткәрҙе. Нисек ҡыйын булғанын үҙе генә белгәндер. ҡөрьән китабын ҡулынан төшөрмәне тиерлек, йыуанысы шул булғандыр.
– Йә, Хоҙай! Аяғымдан мәхрүм итмә. Кеше ҡулына ҡалдырма, – тип ялбарҙы ул.
Аллаһы Тәғәлә уның теләктәрен ҡабул ҡылды. 1999 йыл ноябренең һуңғы көнө уның ғүмер көҙөнөң һуңғыһы булды. Күрәһең, әсәйем үҙенең вафатын һиҙмәй йөрөгән, васыят-фәләнен дә еткермәне. Ятып ҡына торған еренән үтеп китте.
Ауыл зыяратында тағы ла бер ҡәбер артты. Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда мин һәр саҡ зыяратҡа инәм, әруахтар менән иҫәнләшәм. Бер заман барыбыҙҙың да урыны ошонда буласаҡ, тигән уй килә.
Әсәйем бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған, тип әйтергә нигеҙ тапмайым, ә бына, бәхетһеҙ йондоҙ аҫтында, тиергә тел әйләнмәй.

Мәхмүт ХУЖИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”