RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Журналистар ҡор йыйҙы

02.10.2010 Журналистар ҡор йыйҙы

Журналистар ҡор йыйҙы«Тамға – 2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» XIII махсуслашҡан күргәҙмәһенә 80-дән ашыу ҡатнашыусы килде. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре генә түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә массмедиа, полиграфия һәм реклама баҙарының иң шәп ойошмалары булды. Быйылғы сара Республика йылына арналыуы менән әһәмиәтле.
Күргәҙмәлә республикабыҙҙың мәғлүмәт һәм нәшриәт-полиграфия комплексы үҫешенең һуңғы ҡаҙаныштарын күрергә була ине. Бынан тыш, «түңәрәк өҫтәл»дәр, мастер- кластар, семинарҙар ҙа ойошторолдо. Шулай уҡ төрлө конкурстар ҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Башҡортостан Республикаһының Журналис­тар союзының сираттан тыш ХVIII съезында төбәк журналистикаһын, ошо тармаҡта эшләүселәрҙе борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Был съезды йыйыуға быға тиклем БР Журналистар союзы рәйесе булған «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Фәрит Әхмәҙиевтың үҙ вәкәләттәрен һалырға теләүе хаҡында белдереүе лә сәбәпсе булды. Съезда Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов та ҡатнашты.
Журналистар ҡор йыйҙыИң тәүҙә һүҙҙе Фәрит Әхмәҙиев алды. Ул союздың эшенә отчет яһап, башҡарылған эштәр­ҙе барланы. Фәрит Әхмәҙиев Журналистар союзын 2006 йылдың декабренән алып етәк­ләне. Уның әй­теүенсә, ошо арауыҡта планлаштырылған саралар­ҙың бөтәһе лә тормошҡа ашырылған. Шу­ны­һын да билдәләп үтергә кәрәк: бө­гөн Журналистар союзында меңдән ашыу ағза иҫәпләнә, уларҙың күбеһе ойошмаға һуңғы йылдарҙа ҡабул ителгән.
Съезда яңғыраған сығыштарҙан күренеүенсә, журналистиканы борсоған мәсьәләләр етерлек. «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Сырвачева билдәләүенсә, бөгөн киң матбуғат саралары яңы шарттарҙа эшләргә тейеш. Тотош илдә барған үҙгәрештәргә үҙ мөнәсәбәтебеҙҙе белдереү, анализлау, ха­лыҡ­ҡа кәрәкле мәғлүмәтте еткерә белеү мөһим. Мәҫәлән, заман беҙҙән илдә барған коррупцияға ҡаршы көрәштә әүҙем ҡатнашыуҙы, уны киң матбуғат сараларында даими яҡтыртыуҙы талап итә. Ләкин бындай темаларҙы күтәреү өсөн журналистарҙы яҡлай алырлыҡ закондар, ҡағиҙәләр булырға тейеш. Бөгөн ҡәләм оҫта­ларының хо­ҡуҡ­тарын яҡларлыҡ бөтә шарттар ҙа бар тип әйтеп булмай.
Йәмғиәттә бер ваҡытта ла, журналистарҙың эш хаҡы аҙ, тигән проблема күтәрелмәй. Ә ысынында иһә был тармаҡта эшләүселәрҙең эш хаҡы бер ҙә көнләшерлек түгел. Уның түбән булыуы торлаҡ проблемаһына килеп тоташа. Сөнки ябай хеҙмәткәрҙең ниндәйҙер ипотека программаларында ҡатнашырға аҡ­саһы етмәй. Съезда «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәү­ләтбәковтың торлаҡ мәсь­әләһен күтәреп сы­ғыш яһауы урынлы бул­ды. Сөнки был тәңгәлдә, һуңғы йылда бер аҙ алға китеш булһа ла, проблемалар етерлек.
Журналистар ҡор йыйҙыКешенең тормошо эштән генә тормай, эше лә, ялы ла кәрәк. «Молодежная газе­та»ның баш мөхәррире Ярослава Голобо­родь­ко, БР Журналистар союзы журналистарҙы эш яғынан ғына түгел, шәхес булараҡ та асҡан конкурс­тарҙы ойоштор­һон ине, тигән фекерҙе еткерҙе. Ысынлап та, журналистарҙың ялын да лайыҡлы кимәлдә ойоштороу бик кәрәк.
Съезда Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы идараһына яңы рәйес һайланды. Ул – «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков. Шулай уҡ идара тарихында бе­ренсе тапҡыр рәйес урынбаҫары вазифаһы бул­дырылды. Был вазифа «Та­маша» журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев­ҡа йөкмәтелде.
Сара һуңында ойоштороусылар «Иң яҡшы интернет-сайт», «Иң яҡшы күргәҙмә» стенды, «ПринтКЛАСС – 2010», «Экспресс-Ракурс» конкурстарының еңеүселәрен билдәләне.
Иң һәйбәт стендтарҙы әҙерләүселәр араһынан Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондары гәзиттәре, «Тамаша» журналы, «Белая река» нәшриәт йорто бүләкләнде. «Башҡортостан» һәм «Китап» нәшриәттәре традицияларҙы һаҡла­ған өсөн айырым билдәләнде. Республика йылы айҡанлы ойошторолған фотоконкурста, башлыса, республика гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре еңеп сыҡты.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған