RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Баштар Себер китеп бөткән саҡта...

Яңылыҡтар архивы Баштар Себер китеп бөткән саҡта...

«Йәшлек»тә Сибәғәт Рахманғоловтың юлъяҙмаһын уҡып уйландым. Түбәнге Варта булһынмы, Сорғот йә Тубылмы – ҡайҙа ҡарама, беҙҙекеләр тулған. Юҡ, был яҡтарҙы барып күргәнем юҡ, ни бары ишетеп кенә беләм. Ошо турала лаҡаптар йөрөй халыҡ араһында. Йәнәһе, Себер ҡалалары ни, күрше ауыл урамы ни, барыһы ла таныш йөҙҙәр, ҡара эшкә шәп башҡорттар. Күрәһең, республикала «беләк көсөн тотонорлоҡ яраҡлы эш юҡ – беҙгә күскенсе булып йөрөү оҡшай». Тырнаҡ эсендә яҙылғандар Себер һалҡындарын инде ун биш йыл самаһы үҙ арҡаһында татыған ағайҙың һүҙҙәре.
Себер тигәс тә, ысынлап та, иң тәүҙә ҡар-бурандар уйнап торған, ҡаты һыуыҡлы, ыжғыр елле төбәк күҙ алдына баҫа. Улай уҡ түгел инде ул, хәҙер климаты ла йомшара бара, тиҙәр бит. Барыбер Себер – ул минең өсөн күңел өшөткөс бер яҡ. Борон юҡҡа ғына һөргөнгә шул тарафтарға ҡыумағандарҙыр. Аныҡ статистика бармы-юҡмылыр, әммә республиканың баһадирҙай ир-егеттәренең тос ҡына өлөшө бөгөн ошо төбәктә кәр-ҡеүәтен исрафлай. Ниңә исраф итһен? Ғаиләһен туйындырырлыҡ аҡса алып ҡайта ла баһа? Шундайыраҡ һорауҙар тыуыр. Яуап түбәндә.
Торған ҡаламдан тыуған төйәгемә ҡайтышлай һәр ваҡыт автобуста бер-ике «сибиряк» осрай. Ҡиәфәткенәләре... Юҡ, кейемдәре насар тимәйем, һалмыш булғандарына ишаралайым. Ҙур сумкаларын иҙәнгә атып бәрәләр ҙә, ҡулдарына һыра тотоп, юл буйына вахта мажараларын һөйләп, автобус салонын һаҫытып, үҙҙәренә, улай ғына ла түгел, бөтә «вахтовиктар»ға ҡарата ытырғаныу тыуҙырып ҡайталар. Ҡайталар, тип әйтеүе генә инде. Өйҙәрендә улар ҡунаҡ ҡына. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалыу ярамай, тиерһегеҙ. Әммә ысынбарлыҡҡа күҙ йоморға ла йыйынмайым. Эйе, ҡунаҡ. Әйҙәгеҙ, күҙ алдына килтерәйек. Ҡайтырға әҙерләнгәндә, юлға мотлаҡ «тамаҡ сылатҡыс» һалып ала. Вокзал – поезд, унан автобус йә такси. Бында шешә асмайынса мөмкин түгел – шатлыҡ бит, «сибиряк» тыуған яғына ҡайтып килә! Өй ишеген асып инеүгә ҡатыны, бала-сағаһы менән арлы-бирле күрешеп, өҫтәл артына ултыра. Шешә. Юлдан һуң ятып ял итә. Уянғас, «баш төҙәтә», йәғни тағы шешә аса. Ошо арала ҡатынына аҡсаны тапшырып өлгөрһә, бик яҡшы. Ә өлгөрмәһә... Себерҙә эшләгән көндәр юҡҡа сыҡты тигән һүҙ. Сөнки, ҡағиҙә булараҡ, дуҫ-иште һыйлау, үҙе «ял итеү» оҙаҡҡа, ай-һай, оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Күҙен асһа, тағы ла китергә ваҡыт еткән. Юлға аҡсамы? Бурысҡа алып тора инде. Бик күп «сибиряк»тың ғаиләһендә хәлдәр шулай түгел, тип кем әйтер? Әҙҙәре генә айныҡ ҡайтып, кем әйтмешләй, «ғорла»һын тыя ала.
«Вахта» тибеҙ. Тимәк, күпмелер ваҡыт бында, күпмелер – тегендә. Һүҙ юҡ – бынау ҡатмарлы заманда ғаиләне нисек тә ашатырға кәрәк. Үҙебеҙҙә шарттар булмағас, ситтә «бол» табырға тырышыу яҡшы. Себерҙә эшләп ҡайтып, умырып алған аҡсаһының рәхәтен күреп, өйҙә йорт-ҡаралтыһын да ҡарап өлгөргән таһыллы ир-атҡа бер ҡаршылығым юҡ. Афарин ғына ундайҙарға!
С. Рахманғоловтың Сергей исемле юлдашы «вахтовик» ҡатындарына тел тейҙерә. Имеш, ирҙәре Себерҙә арҡа сейләндерә, ә улар башҡалар менән типтерә, һөҙөмтәлә – ғаилә тарҡала, суицид ҡылына. Мәсьәләгә ир-ат нәҡ шундай яҡтан ҡарай, йәғни ул бер нәмәлә лә ғәйепле түгел, ҡатын-ҡыҙ ғына гонаһ эйәһе. Атта ла, тәртәлә лә бар, тиҙәр был хаҡта. Ахыры, Себер – ғаилә – эшһеҙлек – фәҡирлек һымағыраҡ сылбыр мәңге өҙөлмәҫ булып һуҙыла бара.
Нәҡ ошо ерҙә бер «вахтовик» ауыҙынан ишеткәнде теркәп ҡуйыу урынлы булыр, минеңсә: «...Себергә барған юлыбыҙҙы берегеҙгә үтеү кәрәк ине. Поездағы мәхшә-әр. Бер генә миҫал. Вагондың яртыһы – вахта менән эшкә барыусылар. Халыҡсан тел менән әйткәндә, уҫлаптай ирҙәрбеҙ. Барыбыҙ ҙа юлға шешә алған. Унһыҙ булмай – һуң ғаиләбеҙҙән, балалар­ҙан айырылып киткәнбеҙ бит, күңелгә ҡыйын. Бара биргәс, иҫерҙек. Нәфсене тыя белмәйбеҙ. Шунда бер елбәҙәк йәш ҡыҙҙы сиратлап тороп... Проводница ни, күҙ йомдо ла ҡуйҙы. Себерҙә лә барыбыҙ ҙа тоғролоҡ һаҡлай алмайбыҙ, бында икенсе «ғаиләбеҙ» бар...»
Артабан дауам итеүҙең мәғәнәһе лә юҡ. Күңелдә сиселмәгән төйөн ҡалды, «Боландар иленә сәйәхәт»те уҡығас. Себер, Себер, тиҙәр ҙә китәләр. Китеү булған ерҙә ҡайтыу ҙа бар. Тик нисек, ҡасан, ниндәй ҡиәфәттә?!

Бер фекер

Эльвира, халыҡ дауалаусыһы:
– Себер тарафтарында эшләп ҡай­тыусылар «кодировка» үтергә күп килә. Ҡайталар ҙа бәйҙән ысҡыналар икән. Хәҙер уларҙың ҡатындарын да дауалай башланыҡ. Ҡуша йөрөп эсәләр. Уларҙан ял да итеп булмай, шул тиклем күптәр. Аллам һаҡлаһын.

Айсын АҠБУЛАТОВА.

P.S. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында тир түккән, тоғро ир, хәстәрлекле атай, ғаиләһенә ысын таяныс булған ағайҙар был яҙманы үҙҙәренә төбәлгән тип ҡабул итмәһен.





Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


Вернуться назад