RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Алға! Учалынан - Манжурияға!

14.09.2010 Алға! Учалынан - Манжурияға!

Чертокулич ауылы, «Кабинетный» совхозы...
Сәғәтте күсерергә баштан сыҡҡан, шуға Омск, Новосибирск, Кемерово өлкәләрендә һаман үҙебеҙҙең ваҡыт менән китеп барабыҙ. Үҙебеҙ аптырайбыҙ: «Нишләп шулай иртә ҡараңғы төшә икән?!» Төндә китеп барғанда, был өлкәләр бигерәк йәмһеҙ күренә (яҡтыла нисауа ғына һымаҡ та ул). Һаҙлыҡтан томан, әкиәттәге аждаһа кеүек, юлға һонола, тәгәрмәстәргә урала, яланғас ҡайындарҙың шөкәтһеҙ аҡ олондары шом өҫтәй, брррр.... Һәм шул мәлдә ауыл исемдәре пәйҙә була: Неудачино, Чертокулич, Болотное... Бер йәнһүрәттә әйтелгәнсә, нисек карапты (ауылды?) атаһаң, ул шулай йөҙөп китә түгелме?! Байрамдарҙа халыҡты сәләмләгәндә нисек дөйөмләштереп атайҙар икән? «Хөрмәтле неудачниктар!»? Ғөмүмән, ҡыҙыҡлы исемдәр күп осраны: Яя, Блудная, Тыреть, Болваниха һ.б., һ.б. Бигерәк тә совхоздың «Кабинетный» булыуы беҙгә ныҡ оҡшаны. Моғайын, бер ауылға Бишбуға исемен ҡаҙаҡтар биргәндер, Тормакүлде татарҙар атағандыр, тип уйланыҡ. Ә Красноярск өлкәһендәге Ҡурай, Урал ауылдарына башҡорттар нигеҙ һалманымы икән?! Сталин заманында бик күп яҡташыбыҙ ошо һаҫыҡ һаҙлыҡ, икһеҙ-сикһеҙ тайга, эре, яман серәкәйҙәр иленә һөрөлгән бит. Гүзәл Башҡортостандарын һағыныуҙан йөрәккенәләре меңгә те­ленгән золом ҡорбандарын иҫкә алып, күңел һыҙланы...
– Нисек һеҙ был ерҙә йәшәйһегеҙ? – һыу алырға туҡтағанда йөҙө мең һырлы бабайҙан һораным.
– Сөнки беҙ башҡа ерҙе белмәйбеҙ, ошо икән ерҙең кендеге, тип йәшәйбеҙ...
Алға! Учалынан - Манжурияға!
Фуралар-ағайҙар
Беҙ палатка, һауа менән тултырыла торған матрас, кескәй генә ҡаҙан алһаҡ та, аҡыллы кешеләрҙе тыңлап, юл ситендә ҡунырға туҡтаманыҡ. Федераль трассаның буйынан-буйына кафелар, ҡунаҡханалар күп төҙөлгән. Фуралар кисен шулар янында туҡтай башлай. Юлда байтаҡ ҡына проблема тыуҙырғандары өсөн уларҙы эстән генә әрләһәк тә (йәбешеп тигәндәй бер-бер артлы килгән оло йөк машиналарын уҙып китеүе ҡыйыныраҡ), ҡояш батыр мәлдә үҙҙәрен ҡарауыллап ҡына киләбеҙ, абруйҙары бермә-бер арта. Йоҡларға ваҡыт етһә, улар араһына шым ғына тығылып килеп инәбеҙ ҙә, тиҙ генә машинаның ултырғыстарын һалып, урындыҡ әтмәләп, әүен баҙарына сумабыҙ. Елле-елле күмәк йөк машиналары араһында йоҡлауы хәүефһеҙ, тыныс. Дальнобойщиктар ыҙғышып-талашып йөрөгән кешеләр түгел, улар үҙ-ара татыу, бер-береһенә ярҙам итергә лә йыш ҡына туҡтайҙар. Айырыуса үҙҙәренең яҡташтарына. Ә трассала бөтә өлкә, республика машиналарын күрергә яҙҙы. Нимә ташыйҙарҙыр инде, әммә тегеләй-былай йөрөп яталар. Күпселектә дальнобойщиктар, бер-береһен алмаштырып, икешәр йөрөй, әммә юл аҙабын фәхишәләр менән бүлеүселәр ҙә осраштырғыланы. Эш юҡ, ә ғаиләне аҫрарға кәрәк, тип тә, арт һындарына мажара эҙләп тә, хаталы юлға баҫҡан гүзәл зат вәкилдәре йә аҡсаға, йә тамаҡ хаҡына водителдәрҙең күңелен күрә. Уларҙы ғәйепләүе лә ауыр, сөнки ярты Рәсәйҙең ниндәй мөшкөл, хәйерсе хәлендә йәшәүен күрҙек.

Рәсәй – ҡапма-ҡаршылыҡтар иле
Был хаҡта яҙмау мөмкин түгел... Ҡайсаҡ зарланһаҡ та, Башҡортостанда тормошобоҙ яҡшы, милләттәштәр. Мәҫәлән, беҙ беренсе тапҡыр Себер киңлектәрендә алыҫтан ауылды күреп, әллә янғынға тарыған, әллә үләт ҡырған инде үҙҙәрен, тип аптырағайныҡ. Барып еткәс, таҡта, рубероид, шифер менән генә ябылған өйҙәрҙе, ғүмерҙә лә буяу күрмәгән ҡапҡаларҙы, емерелеп төшкән ҡоймаларҙы күреп, иҫебеҙ китте. Әйтерһең дә, ваҡыт машинаһында ун туғыҙынсы быуатҡа барып сыҡтыҡ. Исмаһам, урамдарында беҙҙәге һымаҡ көтөү-көтөү ҡаҙ-өйрәктәр ҙа йөрөмәй. Теплицалар ҙа юҡ. Хәйер, баҡса үҫтергән кеше лә аҙ, барыбер ҡырау һуға, тип, үҙҙәренең ялҡаулыҡтарын, вайымһыҙлыҡтарын климатҡа һылтайҙар.
Алға! Учалынан - Манжурияға!
Рәсәй – ҡапма-ҡаршылыҡтар иле: фалиж һуҡҡан кешеләй, яртылаш ҡыйшайып, яҡты донъяға ярым һуҡыр күҙҙәре менән генә баҡҡан ҡурҡыныс барак янында дәү-дәү юлдаш тәрилкәләре теҙелгән (күрәһең, белгестәр уларҙы дөйөм йорттоң ҡыйығына ҡуйырға баҙнат итмәгән); түбәләре күккә терәлгән ҡарағас-ҡарағайҙар уратыуында йәшәүселәрҙең йорт-ерҙәре тишек-тошоҡ; ҙур ҡалаларҙағы затлы һарайҙарҙа йәшәгән, икешәр-өсәр машинаһы булған байҙар һәм ауылдарҙағы балаһына велосипед та алырға хәленән килмәгән ярлылар... Был әсендергес күренеш һаман йәнде әрнетә. Бер оло йәштәге апайҙан, урман эсендә йәшәйһегеҙ, нишләп йортоғоҙҙо яңыртмайһығыҙ, тип һорағайным, рөхсәтһеҙ бер бөртөк ағас ҡырҡырға ярамай, ә рөхсәтте алыр өсөн мең төрлө тупһаны тапарға, мең ҡат йөҙ һыуын түгергә тура килә, шуға кеше ыжламай, тине. Шул уҡ ваҡытта ҡырын эштәр ҙә башҡарыла, имеш: махсус ялланған тоҡандырыусылар бригадаһы урманға ут төртә, ағастың ҡабығы, ботаҡтары янғас, арттарынан һүндереүселәр сыға һәм янғынға ҡаршы көрәшә – шунан һуң, бер нисә гектар урман янып юҡҡа сыҡты, тип акт яҙып, «тере» ҡалған ағастарҙы эшелондарға тейәп, ҡайҙалыр олаҡтыралар. Был ысынмы-бушмы, кем белһен... Ә нишләп текмәләрҙе буямайһығыҙ, матур йөҙлөктәр эшләмәйһегеҙ, тигән һорауға, икмәккә аҡса еткереп булмай, матурлыҡ ҡайғыһымы, тип ҡул ғына һелтәнеләр.
– Беҙҙең ир-егеттәр төньяҡта бил бөгә, аҡса эшләй, ә һеҙҙекеләр нишләп бот күтәреп өйҙә ята? – тип төпсөнгәнгә бер төрлө яуап яңғыраны:
– Эшләйем тигәндәре ҙур ҡалаларға китеп бөттө, ә был һаҙлыҡҡа кем кире ҡайтырға атлығып торһон? Ауылда ҡарт-ҡоро, эскегә һалышҡандар, йә яҡшы тормошҡа өмөтөн өҙгәндәр, яңы тормош башларға хәленән килмәгәндәр генә тороп ҡала.
Провинциялағы ҡалалар ҙа байлыҡтан туйып һикермәй. Туҡһанынсы йылдарҙа беҙҙә Ҡытайҙан килтерелгән сыбар ирҙәр күлдәге модала була торғайны (хәҙер ул синтетиканы кеше сепрәк итеп тә тотонмай – авт.), ана шуларҙы беҙ бер нисә ҡаласыҡта ир-егеттәрҙә күрҙек. Шулай уҡ тубыҡтары сыҡҡан совет триколары ла, буяуы аҡтарылған «Школьник» велосипеды ла һаман ҡулланыуҙа. Бүрәт Республикаһында ғына беҙҙәге ише ауылдарҙы күреп, йән тынысланды. Был, бәлки, трасса буйында ғына шулайҙыр, һәр хәлдә, пагодаға оҡшатып төҙөлгән матур ҡыйыҡлы йорттар, үҙенсәлекле йөҙлөктәр, төҙ, таҙа урамдар күңелгә ятты.

Ауылса бизнес
Трасса буйындағы ҡайһы бер ауыл­дарҙың халҡы балыҡ, эрбет сәтләүеге, бәшмәк, еләк һатып аҡса эшләй (әйткәндәй, алма, груша юҡ тиерлек). Беҙҙе бәшмәк-еләк менән аптыратырлыҡ түгел, ә зәңгәр күк төҫөндәге эрбет сәтләүеген үҙебеҙ өсөн яңынан астыҡ: һөтлө сағында бигерәк хуш еҫле, йомшаҡ, тәмле, телеңде йоторлоҡ! Күп итеп йыйып, дуҫ-иштәргә, туғандарға алып ҡайтырға ниәтләгәйнек тә, юлда ул целлофан тоҡсайҙа ятып, күгәргән дә ҡуйған (оҙайлы ямғырҙар аҫтында ҡайттыҡ – авт.). Ауыҙ иттерергә яҙмаған...

Хаҡтар
Нимә-нимә, юлда ашамайынса булмай (Пруссия короле Фридрих Вильгельм I әйтмешләй, һуғыш һуғыш менән, ә төшкө аш йәҙүәл буйынса). Кафеларҙа хаҡтар төрлөсә. Уртаса алғанда, дүрт кешегә өсәр йөҙ һумға төшкө һәм киске ашты ашарға мөмкин, иртәнге аш ике йөҙгә барып баҫа. Һәр кафела тиерлек термосҡа бушлай ҡайнаған һыу тултырып алып була (ҡайһы берҙәрендә һәр литры өсөн ун-ун биш һум түләтәләр). Ябыға алмай йонсоған, диетала ултырған ҡатын-ҡыҙ өсөн идеаль вариант ул оҙайлы сәйәхәт.
Ҡунаҡханалар ҡиммәт – койка-урын бер мең һумдан кәм түгел. 92-се маркалы бензиндың иң арзаны Омск өлкәһендәге Татарск менән Барабинск ҡалалары араһындағы АЗС-та – литры 21 һум 50 тин. Иң ҡиммәт бензин Байкал аръяғы крайында – 26 һум 80 тин.

Бар шундай ерҙәр...
Форсат тейгәндә ҡайһы бер тарихи, ҡыҙыҡлы урындар хаҡында ла яҙып үтәйем. Ҡурған өлкәһендә күлдәрҙең күплегенә хайран ҡалдыҡ – бер-береһенә терәлеп үк йәйрәгәндәр. Беҙ, таҙа һыулы йылға-күлдәр илендә үҫкән балалар, һыуҙы күргәс тә, үҙебеҙҙән юл саңын йыуып төшөрөргә ниәтләнек. Шатлана-шатлана, юлдан ситтәрәк туҡтап, тиҙ генә береһенә йүгерҙек. Барып еттек тигәндә генә күлдең сите шыр батҡаҡ икәнен абайланыҡ. Янына яҡын барырлыҡ түгел... Башҡаларында ла шул уҡ күренеш. Ҡурған ере шуның менән хәтерҙә ҡалды.
Төмән өлкәһендәге боронғо Себер ҡалаларының береһенә – Ишемгә Ермактың ҡоралдаштары 1687 йылда нигеҙ һалған, Коркин слободаһы тип аталған. Һуңынан Екатерина II уны ҡала итеп үҙгәрткән һәм яҡындағы Ишем йылғаһының исемен ҡуштырған («иш» һүҙенән). Ошо ҡалаға яҡын ғына биҫтәлә «Конек-горбунок»ты яҙған яҙыусы П. Ершов тыуған. Ишемдә төрмә урынлашҡан, шуға ла уның янында ҡуныу беҙгә хәүефле тойолдо, алыҫыраҡ китергә тырыштыҡ.
Ҙур, матур, таҙа Омск ҡалаһы оҡшаны. Ҡәлғәне 1716 йылда подполковник И. Бухольц етәкләгән экспедиция отряды нигеҙләгән. Петр I уларҙы Себергә яңы ҡәлғәләр төҙөр, Ҡытай һәм Һиндостанға сауҙа юлдары асыр өсөн ебәргән. «Омь» гидронимы барабин татарҙары телендә «шым» тигәнде аңлата. Барабин татарҙары Татарск, Чаны, Каргат, Чулымда ла байтаҡ. Уларҙың теле Ҡаҙан татарҙарыныҡынан айырыла.
Халыҡ иҫәбе буйынса Мәскәү һәм Питерҙан һуң өсөнсө урында килгән Новосибирскиҙа ҡояш музейы бар! Әммә беҙ барғанда ул ябыҡ ине. Эре сәнәғәт үҙәгендә йыл һайын тиҫтәләгән фестиваль үтә тинеләр: «Аҡ тап» фантастика фестивале, «Идея!» реклама фестивале, «Покров көҙө» урыҫ музыкаһы фестивале һ. б. Урман паркында урынлашҡан зоопарк, опера һәм балет театры, «Барахолка» исемле баҙар Новосибирскиҙың ҡабатланмаҫ йөҙөн билдәләй, буғай. Ошо моңло төбәктән әллә күпме һәләтле йырсы, музыкант сығып, бөтә ер шары буйлап таралған. Сиркәүҙәр, дипломатик һәм консул вәкиллектәре лә туп-тулы.
Кемерово нимәһе менәндер Магнитогорск ҡалаһына тартым, тик таҙараҡ, йорттарына бысраҡ, саң ултырмаған. Ҡаланың урынында элек ете ауыл булған, шуларҙың береһенең исеме (тәү күсеп килеүсе Кемеровтар һалған ауылдыҡы) тороп ҡалған. Березовский ҙа – өс ҡасаба ҡушылдығы. Был тарафтарҙа шахтерҙар йәшәгәне әллә ҡайҙан тойола.
Боронғо Кийский ауылына, төп Мәскәү почта трактының бер пунктына, 1856 йылда ҡала статусы бирелгән һәм бер йылдан Александр II батшаның ҡатыны, императрица Мария Александровна хөрмәтенә Мариинск тип аталған. Был ҡала, алдан яҙыуымса, Себер лагерҙары ҡорбандары иҫтәлегенә төҙөлгән мемориалы менән билдәле.
Мәктәптә яҡшы уҡығандар Красноярск крайының Рәсәйҙең ҡап уртаһында урынлашҡанын белә. Айырата әйткәндә, илебеҙҙең географик үҙәге Эвенкияның Виви күле буйында. 2006 йылда Эвенкия һәм Таймыр (Долган-Ненец) автономиялы округтары ошо край составына инеп, ябай муниципаль райондарға әйләнде. Үкенесле хәл...
Ачинск бастругы 1641 йылда нигеҙләнгән (төркиҙәр ырыуына ҡараған ачи (асы) төркөмө ерҙәрендә урынлашҡанға шулай аталған). Ачинск бөтә Рәсәй кимәлендәге тарихи һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә булған рәсми ҡалалар исемлегенә индерелгән. Ошо районда археологтар, эҙләнә торғас, кешелек тарихында иң боронғо тип табылған ай календарын соҡоп сығарған. Беҙҙең маршруттан алыҫыраҡ булмаһа, барып күрергә теләк бар ине...
Хакас халҡының этнографик бер төркөмө булған хаастар ерендә урынлашҡан Красноярск буталсығыраҡ урамдары, төрлө стилдәге архитектураһы менән һушты алды (хаас телендә «Хызыл чар» – Ҡыҙыл яр). Красноярскиҙа танылған рус рәссамы Василий Суриков тыуған, уға арналған ике-өс музей бар. Ғөмүмән, край үҙәгендә музейҙар бихисап: урман музейы, аптека эше музейы, анатомия музейы һ.б., һ.б. Был ҡалала шулай уҡ СССР дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Виктор Астафьев, Рәсәй Федерацияһы Геройы, министр Сергей Шойгу, яратҡан йырсым Дмитрий Хворостовский, рок-музыкант Вячеслав Бутусов кеүек билдәле шәхестәр тыуған. Ошондағы автобаҙарҙа Япония, Корея, Ҡытай машиналарын арзан хаҡҡа һатып алырға мөмкин.
Иркут йылғаһы буйындағы Иркутск тәүге көндәренән үк Ҡытай менән сауҙа итеү буйынса мөһим пункт ролен үтәгән – бөтә сауҙа каруандары ла ошонан үткән. Киләһе йылда ҡалаға 350 йыл тула, шуға әҙерлек эштәре башланған. Бында ту­ристар бик күп – төрлө илдәрҙән йыл әйләнәһенә кешеләр ағымы туҡтамай. Айырыуса йәйен халыҡ иҫәбе бермә-бер арта – барыһы ла Байкалға атлыға.

(Дауамы. Башы 21-се һанда).

Баныу ҠАһАРМАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған