RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

Беҙҙең быуын бәләкәйҙән үк Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә тәрбиәләнеп үҫте: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» повестарын йотлоғоп уҡыныҡ, «Ҡыҙ урлау» һәм башҡа спектаклдәрен сәхнәнән ҡараныҡ, үҙәктәргә үтерлек нескә хисле, тыуған илде яратырға өйрәтеүсе патриотик шиғырҙарын ятланыҡ. Ул йылдарҙа беҙҙең ауылда китапхана юҡ ине. Клуб мөдире Тимерйән ағай ваҡыты-ваҡыты менән күрше ауыл китапханаһынан китаптар алып ҡайтып тарата торғайны. Беҙ, кескәй генә малайҙар, клуб янына барып, шул китаптар тулы тылсымлы шкафтың асылыуын сәғәттәр буйы көтөп ултырабыҙ. Ниндәй генә китаптар юҡ ине унда, элек балалар яҙыусылары бик күп була торғайны. Бигерәк тә Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен сират тороп уҡыныҡ.
һуңғараҡ, үҫә төшкәс, шағирҙың үҙен күрергә, үҙ уҡыуында шиғырҙарын ишетергә тура килде. «Һаумыһығыҙ, яҡташтар», – тип башлар ине ул сығышын. Ысынлап та, Шишмә һәм Дәүләкән райондары күршеләр бит, бер үк Дим һыуын эсеп, һандуғас моңон тыңлап үҫкән кешеләр булғас, яҡташтар булып сығабыҙ инде.
Мостай Кәрим тәрән аҡыллы ил ағаһы ине. Юҡҡа ғынамы ни республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың яҙмышын хәл иткән иң сетерекле, иң ауыр ваҡыттарҙа уға һүҙ бирә торғайнылар. Шағир үҙенең абруйлы һүҙе менән һәр ваҡыт дөрөҫ юл күрһәтә белде. Минеңсә, уның сығыштары бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған, көн ҡаҙағына һуға. Халыҡ шағиры ысын-ысындан бөтә донъяла танылыу яуланы, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә үҙе кеүек арҙаҡлы шағирҙар, яҙыусылар менән аралашты, республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы бөтә донъяла танытҡан әҙип булды.
Күңелгә ауыр ваҡыттарҙа ла, шатлыҡлы саҡтарҙа ла китап кәштәһенән Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен алам, уны бигерәк тә нескә күңелле лирик шағир, тәрән фәлсәфәүи фекерле ижадсы тип беләм.
Уҡыған һайын доға иҫкермәй тигәндәй, уның китаптарын, бигерәк тә «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесын ваҡыты-ваҡыты менән яңынан уҡып сығам, уҡыған һайын үҙемә яңы асыштар яһайым. Үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәтен тауҙар теҙмәһенә тиңләгәндә, Мостай Кәрим ижады шул тауҙарҙың иң бейек түбәһе булып тора. Әлбиттә, бейек тауҙарҙа ҡояш иртәрәк сыға, һуңыраҡ байый, үҙенең нурҙары менән тауҙы күберәк иркәләй һымаҡ. Ләкин әсе елдәр ҙә бит бында нығыраҡ иҫә, ап-аҡ ҡарҙар ҙа иртәрәк ята…
Халҡыбыҙ Мостай Кәримле булыуы менән ныҡ бәхетле. Уның күп йылдар элек яҙған «Минән уңдымы икән башҡалар» тигән юлдарына яуап итеп: «Эйе, уңдыҡ, Мостай ағай», – тип йөҙәр, меңәр тапҡыр әйтелде инде.
Беҙҙән миллиондарса саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан йондоҙҙар үҙҙәре һүнһә лә, нурҙары һаман беҙгә килә, тиҙәр. Арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостай Кәрим үҙе беҙҙең арала булмаһа ла, яҡтылығы, йылылығы беҙгә һаман да килә, тағы ла оҙаҡ йылдар шулай халҡыбыҙға нур сәсеп торһа ине ул.

Р. ДӘҮЛИЙӘРОВ.
Дәүләкән районы,
Дүртөйлө ауылы.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар