RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көлкөха-ха-хана

21.08.2010 Көлкөха-ха-хана

Бигерәк бала йәнле беҙҙең халыҡ. Арбаһынан төшә алмаған сабыйҙы ни­сек кенә йыуатмайҙар улар?! Йәй мәшәҡәттәре тип тормай, хаттин ғына яуаптар алдыҡ. Һәм һәр береһе тос. Алыҫ Силә­бенән дә яуап килеүе һөйөндөрҙө. Иң тапҡыр яуап биргән Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ (Әбйәлил районы) һәм Рафаэль МӨХӘМӘТ­ЙӘНОВ (Силәбе, Арғаяш) «Йәш­лек» әҙерләгән китаптар менән бүләкләнә.
Көҙ етә, туйҙар мәле. Эттәрҙән һаҡлағыҙ һы­лыуҡайҙарҙы... Һеҙ­ҙән яуаптар көтәбеҙ. Шәп яуапҡа – автографлы китап. Әйткән­дәй, яуаптарығыҙ тиҙерәк килеп етһен тиһәгеҙ, гәзитебеҙҙең һуңғы битендә күрһәтелгән электрон почта аша ла ебәрергә була.


Атай-әсәй көн дә генә
Алып бирәләр тәтәй.
Ә мин бер ҙә уйнатмайым,
Сөнки мин түгел бәпәй.

Атай өйҙә «Йәшлек» уҡый,
Миңә лә гәзит кәрәк.
Бәләкәй генә донъямда
Булыр ине ҙур терәк.

Аптырап та тормайынса
Тышҡа ҡуйып ҡуйҙылар.
Әллә минән арындылар,
Илауымдан туйҙылар?

ҡул ҡаушырып ултырыу юҡ,
Кәләскәмдән төшәйем.
Тәпәйемә баҫа-баҫа,
Почталарға китәйем.

Аҡсам юҡ, тип уйлап тормам,
Кәләскәмде һатырмын.
«Йәшлек» гәзитен яҙҙырып,
Кире өйгә ҡайтырмын.

Уйынсыҡ уйнатмауымды
Бына шунда белерҙәр.
Йүгереп, атлап китеүемә,
Эх, улар һөйөнөрҙәр.

Ҙур диванға ятып алып,
Мин дә гәзит уҡырмын.
Шәп, крутоймын, сөнки хәҙер
Мин «Йәшлек»тең дуҫымын!

Айгөл ЮНЫСОВА.
Хәйбулла районы,
Ғәлиәхмәт урта мәктәбе.

Атай менән әсәй эштә,
Мине ағайым ҡарай,
Күләгәгә ҡуйып мине,
ҡасҡан бит шилма малай!

Уянып киттем йөҙөмә
ҡояш нуры төшкәнгә.
ҡысҡырып илағым килде
Ағай ташлап киткәнгә.

Эй, ултырҙым коляскамда,
Һаман килмәй ағайым,
Эргәләге генә күлдә
Балыҡ тота, моғайын.

Илап, мыжып аҙапланыу
Миңә бер ҙә тап килмәй.
ҡысҡырып ярҙам һорау ҙа
Минең планға инмәй.

Яйлап ҡына коляскамдан
Төшөү яғын ҡарайым.
Ағай көтөп ултырғансы,
ҡышҡа утын ярайым.

Зөбәйлә ФӘТИЕВА.
Ишембай районы,
ҡолғона ауылы.

Эштең бик тә ҡыҙыу мәле,
Атай-әсәй аҡланда.
Ә мин, йүнһеҙ, әле һаман
ҡырын ятам арбала.

Өйҙә бер кем ҡалмаған бит,
Мал-тыуарҙы кем ҡарар?
ҡош-ҡорттарҙы кем бағыр ҙа
Кем һуң түтәл һуғарыр?
Төшә һалып колясканан,
Бер тауыҡты һуяйым.
Атай-әсәй ҡайтыуына
Мунса яғып ҡуяйым.

Рафаэль МӨХӘМӘТЙӘНОВ.
Силәбе өлкәһе,
Арғаяш районы,
Бәжекәй ауылы.








* * *
Атай менән әсәй эштә,
Мине ағайым ҡарай,
Күләгәгә ҡуйып мине,
ҡасҡан бит шилма малай!

Уянып киттем, йөҙөмә
ҡояш нуры төшкәнгә.
ҡысҡырып илағым килде,
Ағай ташлап киткәнгә.

Эй ултырҙым коляскамда,
Һаман килмәй ағайым,
Эргәләге генә күлдә,
Балыҡ тота, моғайын.

Илап, мыжып аҙапланыу
Миңә бер ҙә тап килмәй.
ҡысҡырып ярҙам һорау ҙа,
Минең планға инмәй.

Яйлап ҡына коляскамдан
Төшөү яғын ҡарайым.
Ағай көтөп ултырғансы,
ҡышҡа утын ярайым.

Зөбәйлә ФӘТИЕВА.
Ишембай районы,
ҡолғона ауылы.


* * *
Йәш ярым да булып килә,
Ҙур кешемен мин хәҙер.
Ниндәй генә эш булмаһын
Үтәп сығырға әҙер.

Бер аҙ утынды өйҙөм дә,
«Джиб»ыма менеп барам,
Пособием бөтә тиҙҙән
Аҡсаны ҡайҙан табам!

Әсәй әле эшләй алмай,
Атай ҙа эшкә бармай.
Эҫе йәйҙә бесән эшләй,
ҡышын мал-тыуар ҡарай.

Миңзәлә МОНАСИПОВА.
Учалы районы,
Мәҫкәү ауылы.

* * *
Апайым ҡайҙа киткәндер,
Мине йоҡлата һалып
ҡуй ыҙалап ятмайымсы,
Эҙләп ҡайтайым табып.

Кәләскәм үтә бейек шул,
Төшәм тәнемде аяп.
Ергә «дөп» итеп ҡалырмын
Яҙараҡ баҫһа аяҡ.

Беләм, өлгөр апайым да
Бәпкә көтә йылғала.
Ул мине хәҙер эйәртмәй,
Һин ти, тыңлауһыҙ бала.

Һары, йомшаҡ бәпкәләр,
Гүйә, тере туп кеүек.
Һыуҙа йөҙөргә өйрәтеп,
Тонсоҡторҙом бик күбен.

Апайыма һүҙ бирҙем,
Бәпкәләргә теймәҫкә.
Үҙҙәре йөҙөп өйрәнһен
Тулы һыулы Иҙәштә.

Атай-әсәйгә үпкәм ҙур,
Йөрөмәһендәр ҡупшы.
Туйҙым яңғыҙ уйындарҙан,
Алып ҡайтһындар ҡусты.

Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
Әбйәлил районы,
Тупаҡ ауылы.

* * *
Коляскамда ята торғас,
Билдәр ауыртып китте.
Үҫеүемде көтә-көтә,
Түҙемлегем дә бөттө.

ҡайҙа бик булмаһа әле,
Ауыл күреп киләйем.
«Отпуска»мда дуҫтарымдың
Эш-хәлдәрен беләйем.

Буйым бәләкәс булғас ни,
Төшә алмайым ергә.
ҡасан үҫермен инде мин,
Хәҙер нимә эшләргә

Ярай, ярай үҫермен дә,
Тик хәҙергә төшмәйем,
Коляскамда ятып ҡына,
Әсәйемде көтәйем.

Ләйсән ҒӘНИЕВА,
Салауат районы,
Лағыр ауылы.

Бигерәк бейек коляска –
Аяҡты һуҙҙым аҫҡа.
Туңҡайып та ҡарайым,
Ергә етмәй табаным.

Әҙерәк йәл аҡ ыштан,
Осоп төшөп бысратһам.
Шуға күрә төшмәйем,
Урындан да күсмәйем.
Дания ХӘСӘНОВА.
Федоровка районы.

Апайым ҡайҙа киткәндер,
Мине йоҡлата һалып?
ҡуй, ыҙалап ятмайымсы,
Эҙләп, ҡайтайым табып.

Кәләскәм үтә бейек шул,
Төшәм тәнемде аяп.
Ергә «дөп» итеп ҡалырмын,
Яҙараҡ баҫһа аяҡ.

Беләм, өлгөр апайым да
Бәпкә көтә йылғала.
Ул мине хәҙер эйәртмәй,
Һин, ти, тыңлауһыҙ бала.

Һары, йомшаҡ бәпкәләр,
Гүйә, тере туп кеүек.
Һыуҙа йөҙөргә өйрәтеп,
Тонсоҡторҙом бик күбен.

Апайыма һүҙ бирҙем
Бәпкәләргә теймәҫкә.
Үҙҙәре йөҙөп өйрәнһен
Тулы һыулы Иҙәштә.

Атай-әсәйгә үпкәм ҙур,
Йөрөмәһендәр ҡупшы.
Туйҙым яңғыҙ уйындарҙан,
Алып ҡайтһындар ҡусты.

Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
Әбйәлил районы,
Тупаҡ ауылы.

Коляскамда ята торғас,
Билдәр ауыртып китте.
Үҫеүемде көтә-көтә
Түҙемлегем дә бөттө.

ҡайҙа, бик булмаһа, әле
Ауыл күреп киләйем.
«Отпуск»ымда
дуҫтарымдың
Эш-хәлдәрен беләйем.

Буйым бәләкәс булғас ни,
Төшә алмайым ергә.
ҡасан үҫермен инде мин,
Хәҙер нимә эшләргә?

Ярай, ярай, үҫермен дә,
Тик хәҙергә төшмәйем.
Коляскамда ятып ҡына
Әсәйемде көтәйем.

Ләйсән ҒӘНИЕВА.
Салауат районы,
Лағыр ауылы.

Йәш ярым да булып килә,
Ҙур кешемен мин хәҙер.
Ниндәй генә эш
булмаһын,
Үтәп сығырға әҙер.

Бер аҙ утынды өйҙөм дә,
«Джиб»ыма менеп барам,
Пособием бөтә тиҙҙән,
Аҡсаны ҡайҙан табам?!

Әсәй әле эшләй алмай,
Атай ҙа эшкә бармай.
Эҫе йәйҙә бесән эшләй,
ҡышын мал-тыуар ҡарай.

Миңзәлә МОНАСИПОВА.
Учалы районы,
Мәҫкәү ауылы.











Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)